газета "Салауат"
+20 °С
Облачно
Общие статьи
8 Марта , 06:43

Әсәйҙәрҙең ҡосағы - һүнмәҫ усаҡ

Бөгөн, байрам көнөндә, гәзит уҡыусыларыбыҙ - балалар, студенттар, уҡытыусылар ҡәҙерлеләре тураһында йылы һүҙҙәрен еткерә, изге теләктәрен юллай.

Әсәйҙәрҙең ҡосағы - һүнмәҫ усаҡӘсәйҙәрҙең ҡосағы - һүнмәҫ усаҡ
Әсәйҙәрҙең ҡосағы - һүнмәҫ усаҡ

Минең әсәйем - Йәзилә Якупова, 1950 йылда күп балалы ғаиләлә төпсөк ҡыҙ булып доньяға килгән. Атайым менән йәшләй генә өйләнешеп, биш ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Әсәйем күп йылдар көнкүреш хеҙмәттәре йортонда, аҙаҡ страховкалау агенты булып эшләне.

Ул - үтә тынғыһыҙ, тиктормаҫ кеше, уның ярты минут та эшһеҙ торғанын хәтерләмәйем. Беҙгә йомшаҡ ҡына йөндән нимә генә бәйләп кейҙермәне ул: селтәрле мамыҡ шәлдәре, теккән күлдәктәре, бәйләгән башалтайҙары. Биш ҡыҙҙы үҫтереү, кеше итеү еңелдән булмаһа ла, ҡәҙерлеләребеҙ барыбыҙҙы ла уҡытып, оло юлға аяҡ баҫтырҙылар. Әсәйебеҙ 80 йәшкә етеп килһә лә, һаман мал тота, баҡса үҫтерә, аҙна һайын тәмле ризыҡтарын әҙерләп беҙҙе - балаларын, ейәндәрен ҡаршы ала, өҙөлөп көтөп тора, үҙенең йылы ҡосағына барыһын да һыйҙыра.
Гөлсәсәк Ғәббәсова, Салауат медицина колледжы уҡытыусыһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас