газета "Салауат"
+20 °С
Болотло
Общие статьи
8 Март , 07:01

Әсәй - ерҙә иң ғәзиз, яҡын кеше

Бөгөн, байрам көнөндә, гәзит уҡыусыларыбыҙ - балалар, студенттар, уҡытыусылар ҡәҙерлеләре тураһында йылы һүҙҙәрен еткерә, изге теләктәрен юллай.

Әсәй - ерҙә иң ғәзиз, яҡын кешеӘсәй - ерҙә иң ғәзиз, яҡын кеше
Әсәй - ерҙә иң ғәзиз, яҡын кеше

Минең әсәйем - Альбина Әбләева. Ул 1985 йылдың 9 июнендә тыуған. 9-сы класты тамамлағандан һуң, Салауат педагогия колледжына уҡырға инә. Әлеге көндә Стәрлебаш районында
башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Минең педагогия өлкәһенә уҡырға инеүҙә әсәйемдең өлөшө ныҡ ҙур, тип уйлайым. Миңә ғүмер биргәне өсөн әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Әсәй эргәлә булһа, шул тиклем рәхәт. Әсәйемде яҡынлашып килгән 8 март байрамы менән ҡотлайым! Уға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйем.
Юлиә Әбләева, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының 1-се курс студенты.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас