-23 °С
Болотло
Һөйөклө әсәйемдең исеме - Лилиә Ильясова. Ул - күп балалы әсә, өс балаһы бар. Мин уны бик яратам. Ҡәҙерлем матурлыҡ индустрияһында эшләй, ҡатын-ҡыҙҙарға тағы ла гүзәлерәк булырға ярҙам итә. Әсәйем тәмле торттар, кекстар ҙа бешерә. Уның менән бергә бейеү конкурстарында ла ҡатнашабыҙ, яратҡан башҡорт бейеүебеҙ - «Әсә һәм ҡыҙ бейеүе»н бейейбеҙ, төрлө бәйгеләрҙә
призлы урындар яулайбыҙ. Әсәйебеҙ миңә лә, ағайҙарыма ла ныҡлы терәк. Әсәкәйем, һиңә һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ, оҙон ғүмер теләйем! Мин һине ныҡ яратам!
Ильвина Ильясова, 25-се башҡорт гимназияһының 2-се класс уҡыусыһы.