Минең әсәйемдең исеме - Регина Йәмилова, уға 36 йәш. Ул индустриаль колледжда методист һәм уҡытыусы булып эшләй. Әсәйем бәйләм бәйләүгә маһир, был өлкәлә ул үҙ эшенең ысын оҫтаһы. Беҙ уның менән төрлө материалдарҙан ҡул эштәре лә яһарға яратабыҙ. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә беҙҙең эштәребеҙ беренсе урындар яулай торғайны. Минең әсәйем бик тәмле ашарға бешерә. Ул әҙерләгән ризыҡтар айырыуса йомшаҡ һәм тәмле була. Беҙҙең әсәй бик ҡайғыртыуса,ул һәр ваҡыт үҙ эштәрен ҡалдырып, беҙгә йүгереп килә. Уның хәстәре һәм иркәләүе сик белмәй, моғайын, бөтә әсәйҙәрҙеке кеүектер. Беҙ уны бик ныҡ яратабыҙ, ҡәҙерләйбеҙ һәм уның менән ғорурланабыҙ. Бөтә әсәйҙәргә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, мөхәббәт теләйем. Уларҙың бөтә хыялдары тормошҡа ашһын, туғандары һәм яҡындары һәр саҡ эргәһендә булһын.
Самира Йәмилова, 25-се башҡорт гимназияһының 5-се класс уҡыусыһы.