газета "Салауат"
-23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Март , 12:43

Изгелегең, оло йөрәгең өсөн рәхмәт!

Бөгөн, байрам көнөндә, гәзит уҡыусыларыбыҙ - балалар, студенттар, уҡытыусылар ҡәҙерлеләре тураһында йылы һүҙҙәрен еткерә, изге теләктәрен юллай.

Изгелегең, оло йөрәгең өсөн рәхмәт!
Изгелегең, оло йөрәгең өсөн рәхмәт!

Әсәйемдең исеме - Дания Аҡсурина. Ул Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәй, балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Ул бик тырыш, изге күңелле, намыҫлы һәм
ғәҙел. Әсәйем һәр ваҡыт миңә ярҙам итә һәм ғаиләбеҙ тураһында хәстәрлек күрә. 8 Март байрамында уға ныҡлы һаулыҡ һәм ҙур бәхет теләйем. Һәр көн уға шатлыҡ һәм мөхәббәт килтерһен. Әсәй, изгелегең һәм оло йөрәгең өсөн рәхмәт. Һин - минең өсөн иң ҡәҙерле кеше. Байрам менән, әсәй!
Фәимә Аҡсурина, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының 3-сө курс студенты.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас