газета "Салауат"
-23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Март , 12:51

Ер йөҙөнөң гүзәллеге - ҡатын-ҡыҙҙа

Яҙҙың тәүге нурҙары ергә төшөп, тәбиғәт уяна башлаған мәлдә, беҙҙең йөрәктәрҙә лә йылылыҡ һәм яҡтылыҡ арта. Ошо матур ваҡытта, ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан, беҙҙең тормошобоҙҙо  биҙәгән, уға мәғәнә һәм йәм өҫтәгән гүзәл заттар тураһында һүҙ алып барырға теләйбеҙ. Уларҙың һәр береһе - үҙенсәлекле донъя, үҙенсәлекле яҙмыш.

Ер йөҙөнөң гүзәллеге - ҡатын-ҡыҙҙа
Ер йөҙөнөң гүзәллеге - ҡатын-ҡыҙҙа

Бөгөн беҙ һеҙҙе Салауат ҡалаһында йәшәүсе Эльмира Бүләкова менән таныштырырға теләйбеҙ. Ул тыумышы менән Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан. Эльмира кеүек ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙең йәмғиәттең нигеҙе булып тора. Улар өйҙә йылылыҡ һәм уңайлыҡ булдыра, балалар тәрбиәләй, эштә лә уңыштарға өлгәшә, ә иң мөһиме - үҙҙәренең яҡты йылмайыуы, изге күңеле менән тирә-яҡтағыларға шатлыҡ бүләк итә. Ул матурлыҡ салонында эшләй, төрлө тәмле ризыҡтар бешереү менән дә шөғөлләнә.
- Тормош иптәшем Фәрис менән 1998 йылда таныштыҡ. Ул Стәрлебаш районы Һарайҫа ауылынан. 2002 йылда беҙ сәстәребеҙҙе сәскә бәйләнек. Ул ваҡытта икебеҙ ҙә йәш, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлай инек. Аллаға шөкөр, тормош иптәшем Фәрис менән өс бала үҫтерәбеҙ. Тәүҙә мөхәббәт емешебеҙ булып Русалина ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ул Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡый, «Аҡ йылға» өлгөлө хореография студияһында солист. Артабан улыбыҙ Рафаэль донъяға ауаз һалды. Ул Салауат индустриаль колледжда икенсе курста белем ала, апаһы кеүек «Аҡ йылға» студияһында шөғөлләнә. Төпсөк улыбыҙ Булат 1-се лицейҙа уҡый, дзюдо һәм футбол менән мауыға. Тормош иптәшем Фәрис Алыҫ Себер яҡтарында етәксе вазифаһында хеҙмәт итә. Башта уның Себергә эшкә китеүе миңә бик ауыр була торғайны. Ул минең йөрәгемдең яртыһы, янымда булмағанда күҙ йәштәремде түгеп һағына инем. Тора-бара өйрәндем, балалар менән мауығып ваҡыт тиҙ үткәндәй. Ул минең тормошомда көс һәм ярҙам сығанағы булып тора, уның ярҙамы менән алға барам һәм һәр көндө яңы уңыштарға ирешәм. Ғаиләмдең тотороҡлоғо һәм иремдең ярҙамы миңә көс өҫтәй, тормошомдо яҡшыртыу өсөн илһамландыра.
- Нимә ул мөхәббәт?
- Мөхәббәт ул - хис-тойғо. Ғаиләнең төп нигеҙе - бер-береңде хөрмәт, ихтирам итеү, хәстәрлек күреү. Беҙ балаларыбыҙҙы ла ошо юҫыҡта тәрбиәләргә тырышабыҙ.
- Аш-һыу менән шөғөлләнеү нимәнән башланды?
- Аш-һыуға оҫталығым бала саҡтан килә. Әсәйем ғүмер буйы ашнаҡсы булып эшләне. Уның һүҙҙәренсә, миңә ете йәш саҡта уҡ уға ҙур ярҙамсы булғанмын. Йылдар үтеү менән мин дә төрлө рецептар өйрәндем, яңы тәмләткестәр һәм ысулдар менән таныштым. Аш-һыу әҙерләү минең эш түгел, ә ижад һәм үҙ-үҙеңде күрһәтеү мөмкинлеге булып китте. Өҫтәлдәрҙе биҙәү ҙә минең өсөн мөһим бер өлөш. Һәр табынды матур һәм үҙенсәлекле итеп күрһәтә белеү - үҙе бер сәнғәт. Иң яратҡан шөғөлөм - бауырһаҡ, сәксәк бешереү. Ҡамыр менән эшләгән ваҡытта, хатта бөтә донъямды онотоп китәм. Уларҙы әҙерләү серҙәренә Бүләк Исмәғилеванан өҫтәмә курстар алдым, шәхси клиенттарым да бар.

- Матурлыҡ төшөнсәһе һеҙҙең өсөн нимәнән ғибәрәт?
- Матурлыҡ ул бер һүҙһеҙ - сәләмәтлек. Әгәр һаулығың юҡ икән, бер ниндәй матурлыҡ та ярҙам итмәй. Кеше ишектән инеү менән уның сәләмәтлеге хаҡында күпте әйтеп була. Кешенең йөҙөнөң төҫө, тиреһенең торошо бик күпте һөйләй. Һау-сәләмәт кешенең кәйефе лә яҡшы була, ундайҙар йоҡоһоҙлоҡ менән дә интекмәй. Шуға ла мин үҙемдең дә, яҡындарымдың да сәләмәтлегенә ҙур иғтибар бирәм. Ашһыуыбыҙ ҙа файҙалы, тәмле булһын, тип тырышам. Балаларыбыҙға ла сәләмәт туҡланыуҙың мөһимлеген аңлатам.

- Әсәйебеҙ беҙҙе бәләкәйҙән ғәҙел, намыҫлы, эшһөйәр булырға өйрәтте. Тыныс холоҡло, төплө ҡарашлы, әҙәпле, шул уҡ ваҡытта нескә күңелле булыуы менән беҙгә һәр саҡ өлгө булып тора,- тиҙәр әсәйҙәре хаҡында Русалина менән Рафаэль.
- Балаларымдың был һүҙҙәре минең өсөн бик ҡәҙерле. Уларҙың мине шулай итеп күреүе, минең тәрбиәмде баһалауы - иң ҙур бәхет. Һәр береһе үҙ аллы тормош юлын һайлап, уңышлы атлаһын, бәхетле булһындар, тип теләйем. Тормош - ул үҙенсәлекле бер юл. Унда һәр кем үҙенең ҡарашы, үҙенең ҡиммәттәре менән йәшәй. Минең өсөн ғаилә - иң беренсе урында. Ул - терәк,
таяныс, йылылыҡ һәм мөхәббәт усағы. Тормош иптәшем Фәрис менән бергә беҙ ошо усаҡты һаҡлап, уны көндәнкөн ялҡынлыраҡ итергә тырышабыҙ. Балаларыбыҙҙың һәр аҙымын күҙәтеп, уларға ярҙам итеп, һәр саҡ яндарында булыу - төп маҡсатым. Уларҙың шатлығы - минең шатлығым, уларҙың борсолоуҙары - минең борсолоуҙарым, - ти Эльмира.
- Мин үҙемде бәхетле кеше тип һанайым. Сөнки янымда яратҡан кәләшем Эльмира, балаларым бар. Беҙ бер-беребеҙгә терәк булып, мөхәббәттә һәм хөрмәттә йәшәйбеҙ. Киләсәктә лә ошолай бергә булырбыҙ, берберебеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормоштоң һәр минутын бергә үткәрербеҙ, тип ышанам. Тормош - ул үҙе бер мөғжизә, һәм был мөғжизәнең бер өлөшө булыу - иң ҙур бәхет, - ти Эльмираның тормош иптәше Фәрис.
Ошо байрам алдынан Эльмираға һәм барлыҡ гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, яңы уңыштар һәм һәр ваҡыт яҡындарының яратыуын тойоуҙарын теләйбеҙ! Һеҙ - тормошобоҙҙоң иң ҡиммәтле хазинаһы!
Зилә СӘЛИМОВА.

Автор фотоһы.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас