газета "Салауат"
-23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Март , 12:04

Бар ергә лә өлгөр әсәйем

Бөгөн, байрам көнөндә, гәзит уҡыусыларыбыҙ - балалар, студенттар, уҡытыусылар ҡәҙерлеләре тураһында йылы һүҙҙәрен еткерә, изге теләктәрен юллай.

Бар ергә лә өлгөр әсәйем
Бар ергә лә өлгөр әсәйем

Минең әсәйем - Лилиә Кинйәбулатова. Татыу ғаиләбеҙ менән Салауатта йәшәйбеҙ. Ата-әсәйебеҙ өс ҡыҙ тәрбиәләй. Әсәйем монтаж идаралығында белгес булып эшләй. Әсәйем - изгелек, сабырлыҡ һәм көс сағылышы. Ул бөтә нимәгә өлгөрә: эштә лә йөрөй, ғаиләһе тураһында ла хәстәрлек күрә, беҙҙең өсөн дә ваҡыт таба. Ҡәҙерлебеҙ юмор оҫтаһы ла, һәр хәлде яйға һала белә.
Әсәйебеҙ беҙҙе намыҫлы, ярҙамсыл кешеләр итеп тәрбиәләй. Уның ярҙамы беҙгә ышаныс бирә, көс өҫтәй. Тап ул беҙҙең әсәйебеҙ булыуы менән ғорурланабыҙ!
Алһыу Кинйәбулатова, Салауат медицина колледжының 4-се курс студенты.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас