- Беҙгә әле ике генә йәш! Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һәр беребеҙҙең һандығында байтаҡ ҡына күңел байлығыбыҙ ята, һаҡлана, тулҡынланып осоп китеп тарала! Тулҡындар, байрамыбыҙ менән ҡотлайым, артабан да шиғри күңелегеҙ менән тулҡындай тирбәлеүегеҙҙе дауам итегеҙ, - тип уртаҡлашты «Тулҡын» әҙәби-ижади берекмә рәйесе Иҙел Хәлимов.
Иҙел Хәмит улы әйтеүенсә, бындай ойошма менән эшләү тәжрибәһе булғанға, берекмәгә етәкселек итеү бер ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай.
- Заманында Мөхтәр ағай Сабитов менән ҡалалағы ҡәләм тибрәтеүселәрҙе бергә туплап, «Төҙөүсе» мәҙәниәт йортонда (әлеге «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге) «Сатҡылар» әҙәби берекмәһен төҙөнөк. Мөхтәр ағай - проза, ә мин шиғриәт буйынса эш алып барҙыҡ. Шулай уҡ Салауат музыка училищеһында (хәҙер колледж) уҡыу программаһын һәм планын үҙем төҙөп, башҡорт фольклор бүлеген асып ебәреүгә ирештем. Эш еңелдән булманы, миңә хатта уҡытыусылар йыйырға ла тура килде. Үҙ эштәре менән бер рәттән күптәр театрҙан килеп эшләп йөрөнөләр: халыҡ артистары Бәхти ағай, Флүрә апайҙар, режиссер Ким Нәҙершин лекциялар үткәрҙе. Бына шул йылдарҙа байтаҡ ҡына тәжрибә тупланды. «Тулҡын»ға йөрөүселәрҙең ижад емештәре менән танышмын, нисек яҙышыуҙарын да беләм. Төркөмөбөҙҙә талант эйәләре күп. Улар шиғыр яҙыу менән бер рәттән йырлайҙар ҙа, төрлө музыка ҡоралдарында уйнайҙар, шиғырҙарына көйҙәр сығаралар. Шуға ла беҙ әҙәби-ижади берекмә тип аталабыҙ. Төркөмөбөҙҙөң эшен алып барыу бер ниндәй ауырлыҡ та тыуҙырмай, киреһенсә, ҡыҙыҡ, йәшлегемә, шул осорҙарға кире ҡайтҡандай булам ошонда. Әле төркөмгә әүҙем 8-10 кеше йөрөй. Улар араһында актив эш алып барыусы Нәжибә Фәйзуллинаны, Ислам Мәүлекәсовты, Ғәзимә Мөхәмәтшинаны билдәләп үтмәй булмай. Ҡалала шулай уҡ «Сатҡылар» берекмәһе лә илһамланып ижад итә, - тине ул.
Ике йыл эсендә «Тулҡын» ағзалары Марс Ибраһимовтың ике китабы донья күрә, Ислам Мәүлекәсовтың өсөнсө китабы баҫылып сыға. Шулай уҡ шағир-ҡурайсы Иҙел Хәлимовтың «Үҫәргәндәр ораны» китабының презентацияһы,Нәжибә Фәйзуллинаның «Донъя бит ул» тип аталған өсөнсө китабының исем туйы гөрләп уҙа. Бынан тыш, «Тулҡын» әҙәби-ижади берекмә ағзалары ҡалала үткәрелгән төрлө сараларҙа, «Аҡбуҙат» ойошмаһы ойошторған кисәләрҙә әүҙем ҡатнаша, төбәк һәм республика шиғри бәйгеләренән дә ситтә тороп ҡалмай, призлы урындар яулап, төрлө маҡтау ҡағыҙҙарына эйә була. «Тулҡын»дарҙың артабан да ошолай рухланып ижад итеүен теләп ҡалабыҙ. Түбәндә Иҙел Хәлимовтың «Тулҡын»дарға арнап яҙылған шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
ЙЫРЛЫ ТУЛҠЫНДАР
Һораһалар әгәр йыр ҡайҙа тип,
Шикләнмәйсә яуап бирерлек:
Йырҙы ижад иткән һәр икенсе
Беҙҙең яҡта ғына тиерлек!
Йырһыҙ күңел - аҡҡошһоҙ күл һымаҡ,
Таңғы елдәр уны наҙламай...
Кисен ҡыйғас кәмә - ай ҙа йөҙмәй,
Серле йондоҙҙар ҙа баҙламай.
Тулҡын-тулҡын булып күңелдәрҙән,
Моңло хистәр әгәр ағылһа,
Күлдең иркә тулҡындары һымаҡ,
Күңел ярҙарына ҡағылһа,
Һорамағыҙ ҡайҙа икән йыр тип,
Беҙҙә һәр икенсе хислерәк.
Һағыштарға ҡай саҡ сәсәһә лә,
Йыры менән һеҙҙән көслөрәк!