газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Февраль , 14:48

Ижадында - ғаләм һулышы

28 ғинуарҙа 10-сы китапханала уҙған мәртәбәле һәм әһәмиәтле сара «Сатҡылар» ижади төркөмө етәксеһе, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, билдәле композитор, шағирә, прозаик, драматург Нәзирә Ишҡолованың 75 йәшлек юбилейына арналды.

Ижадында - ғаләм һулышы
Ижадында - ғаләм һулышы

Нәзирә Ишбулды ҡыҙы Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылында күп балалы ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Ата-әсәһе йыр-моңға  әүәҫ булғанға, Нәзирә апай йәштән үк шиғырҙар яҙа, уларға көйҙәр сығара башлай. Мәктәпте уңышлы тамамлап, тәүҙә Йоматау ауыл хужалығы техникумында, һуңынан ситтән тороп Өфө ауыл хужалығы институтында уҡый. Ғүмере буйы һөнәренә тоғро ҡалып, эре, абруйлы ойошмаларҙа эшләй.

 Һөнәри эшмәкәрлеге менән бер рәттән ижади оҫталығын да камиллаштыра. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул бөтә йәне-тәне менән шиғриәт, ижад донъяһына сума. Бөгөнгө көнгә Нәзирә Ишбулды ҡыҙының тиҫтәнән ашыу китабы донъя күргән: «Йән һыҙлатҡан һағышым», «Шишмә моңо», «Әйтер һүҙем», «Зәңгәр тамсылар», «Яралы аҡҡош», «Мин бәхеттең ҙурын кисерҙем» һ.б. Нәзирә Ишҡолова үҙенең шиғырҙарына байтаҡ йырҙар яҙҙы, әлеге көндә 200-ҙән ашыу йыры бар.  Улар республика радио-телевидениеһы аша яңғырай, сәхнәләрҙән йырлана, халыҡ уларҙы яратып ҡабул итә. Бынан тыш, Нәзирә апай төркөм ағзалары Рәзилә Мәсәғүтованың, Нурия Бикбаеваның, Тәнзилә Әхмәҙиеваның, Хәмдиә Мортазинаның, Ишҡәле Дәминовтың шиғырҙарына ла көйҙәр ижад итте.

Нәзирә Ишбулды ҡыҙы - биш балаға ғүмер биргән әсә. Хәҙер ул ҡәҙерле өләсәй ҙә, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшергә ярҙам итеп, өгөт-нәсихәттәрен биреп йәшәй. Нәзирә Ишҡолованың ижады күп яҡлы, әҫәрҙәрендә төрлө темаларға урын бар: тәбиғәт, тыуған яҡ, милләт яҙмышы, мөхәббәт һ.б. Әҙәпле, тыйнаҡ апайыбыҙ - барыбыҙға ла үрнәкле шәхес. Кисәлә уға бик күп изге теләктәр, йылы һүҙҙәр, бағышлап яҙылған шиғырҙар яңғыраны. Уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон тыныс тормош, ижади үрҙәр теләйбеҙ.


«Сатҡылар» яҙыусылар төркөмө, «Сатҡылар» ансамбле, махсус саҡырылған ҡунаҡ, журналист,  яҙыусы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Фәтих Янышевтың исеменән «Сатҡылар» әҙәби берекмәһе ағзаһы Ишҡәле ДӘМИНОВ.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас