газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ғинуар , 11:39

Берҙәмлектә - көс!

Быйыл Яңы йыл каникулдары 2025 йылдың 31 декабренән башланып, ун ике көн дауам итте. 12 ғинуарҙа яңы көс йыйып, балалар - мәктәпкә, өлкәндәр эш урындарына юлланды.Тик ошо арауыҡ эсендә һауа торошо бер килеш кенә торманы: йә һыуытты, йә ныҡ итеп ҡары яуҙы, йә бураны булды. Һөҙөмтәлә, мәктәп алдарын ҡар баҫты.

Берҙәмлектә - көс!
Берҙәмлектә - көс!

Шәмбе класс төркөмөнә 11 ғинуарҙа 25-се башҡорт гимназияһында мәктәп ихатаһын ҡарҙан таҙартыу буйынса өмә үткәрелеүе, унда балаларҙы һәм атайҙарҙы ҡатнашырға саҡырыуҙары тураһында хәбәр килеп төштө. Был бер кеше генә күтәреп сыға торған эш түгеллеген аңлап, ҡулдарына көрәк алып, тормош иптәшем һәм ике улым гимназияға юлланды. Башҡа атайҙарҙың да был хәлгә битараф ҡалмайынса, өмәгә теләп ҡушылыуы ҡыуандырҙы. Балаларҙа ҙур яуаплылыҡ
тойғоһо тәрбиәләү ошондай ваҡ эштәрҙән башлана ла инде. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тигәндәй, мәктәп ихатаһы гимназия коллективы, уҡыусылар, атайҙар тырышлығы менән бер сәғәт эсендә тигәндәй тәртипкә килтерелеп тә ҡуйҙы.

Өмәлә ҡатнашыусыларҙы ҡайнар сәй һәм тәмлекәстәр менән дә һыйланылар. Берҙәмлектә - көс!
Фото гимназиянан.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас