газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ғинуар , 19:52

Шыршы

Быйыл, ағай-эне, миңә ҡырҡ йәш тулды. Тимәк, яңы йыл шыршыһын ҡырҡ тапҡыр күрҙем булып сыға. Күп бит был, шулаймы?

Шыршы
Шыршы

Тәүге өс йылда шыршының нимә икәнен аңламағанмындыр ҙа инде. Әсәйем мине, байрам күрһен тип, күтәреп алып сыҡҡандыр. Ҡара күҙгенәләремде биҙәлгән шыршыға төбәп, иҫем китмәй
генә ҡарап торғанмындыр. Ә биш йәшем тулғанда, балалар, мин инде шыршының нимә икәнен бик яҡшы белә инем. Шуға ла ул йылы күңелле байрамды түҙемһеҙләнеп көтөп алдым. Ишек ярығынан йәшенеп кенә әсәйемдең нисек итеп ағас биҙәгәнен ҡарап торҙом хатта. Был ваҡытта Ләлә апайыма ете йәш ине. Әйтергә кәрәк, бик сая, үтеп сыҡҡан ҡыҙ булды ул. Бер саҡ миңә:
- Миңкәй, әсәйем түрьяҡҡа сыҡты. Әйҙә, шыршы торған бүлмәгә. Ҡарайыҡ әле, унда ниндәй хәлдәр бар икән, - тине.
Шунан беҙ теге бүлмәгә сыҡтыҡ. Күрәбеҙ: шыршы бик шәп бит, әй. Төбө тулы - бүләк. Ботаҡтарында төрлө төҫтәге мәрйендәр, флагтар, алтын сәтләүектәр, ҡаҡтар, ҡырым алмалары эленеп тора.
Апайым: - Бүләктәрҙе ҡарап тормайыҡ. Әйҙә, лутсы, берәр ҡаҡ алып ашайыҡ, - тине.
Йыш ҡына шулай була бит ул: берәү эш боҙа, ә яуапты икенсе кешегә бирергә тура килә.
Апайым шыршыға яҡын килде лә һә, тигәнсе бер ҡаҡты ҡабып та ебәрҙе:

Мин:
- Ләлә, былай булғас, мин дә бер нәмә ашайым әле, - тинем дә аҫта ғына эленеп торған алманы тешләп алдым.
Апайым шунда:
- Ҡустым, бына һин алманы тешләнең, хәҙер мин тағы бер ҡаҡты ашайым да бынауы кәнфитте лә алам, - тимәһенме.
Ләлә кәүҙәгә күҫәктәй ҙур, ҡолғалай оҙон ине. Шуның өсөн дә, әллә ҡайҙа үрелһә лә, буйы етә торғайны.
Бына ул аяҡ ослап баҫты, ауыҙын ҙур итеп асып, шыршыға үрелде һәм икенсе ҡаҡты йотоп та ебәрҙе.
Үҙем, әллә нишләп, үҫеп эш ҡырмағайным. Шуның өсөн дә иң аҫта эленеп торған алманан башҡаға буйым етмәне.
Мин:
- Беләһеңме нимә, апаҡайым, һин ике ҡаҡ ашағасың, мин дә ҡоро ҡалмайым: алманы тағы бер тапҡыр тешләйем, - тинем дә әлеге алманы тешләп алған булдым.
Ләлә шул саҡ:
- Һин алманы икенсегә тешләгәсең, мин ваҡланып тормайым инде. Хәҙер тағын бер ҡаҡты ашайым да иҫтәлеккә тип бынауы шапылдатҡыс менән сәтләүекте лә алам.
Эй, ҡыйын булды шунда. Саҡ аҡырып илап ебәрмәнем. Йәнең көйөрмө, көймәҫме: уның буйы бөтә нәмәгә етә, ә минеке - юҡ.
- Ә мин, Һорнайған апай, ултырғыс ҡуям да шыршынан тағы бер нәмә алам, белдиш, тигән булдым да нәҙек кенә ҡулғыналарым менән ултырғысты шыршы яғына шыуҙыра башланым. Ә ул өҫтөмә йығылды ла китте. Күтәрәйем тиһәм, тағы ҡоланы. Үс иткәндәй, был юлы бүләктәрҙең тап өҫтөнә килеп төштө.
Ләлә:
- Миңнекә-ә-әй, әллә ҡурсаҡты ваттың инде? Эйе шул, ҡурсаҡтың фарфор ҡулын киткәнһең бит.
Шул саҡ әсәйемдең аяҡ тауышы ишетелде. Беҙ тиҙ генә икенсе бүлмәгә шылдыҡ.
Ләлә миңә:
-Бына инде, туғанҡайым, хәҙер минән ярҙам көтмәә-ә-ә. Әсәйем кәрәгеңде бирәсәк һинең, - тине.
Илап ебәрәм тип, ауыҙымды бәлшәйткәйнем генә, өйгә ҡунаҡ килеп тулды. Кү-ү-ү-үп бала-саға. Аталары, әсәләре менән.
Шул саҡ әсәйем шыршылағы шәмдәрҙең бөтәһен дә ҡабыҙҙы ла, ишекте асып ебәрҙе. - Бөтәгеҙ ҙә инегеҙ, - тине.
Ҡунаҡтар шыршы торған бүлмәгә йыйылды.
Әсәйем:
- Балалар, берәмләп минең яныма килегеҙ әле, һәр берегеҙгә уйынсыҡ менән тәмлекәс бирермен, - тине.
Балалар әсәйем эргәһенә килә башланы. Ул һәр береһенә уйынсыҡ тотторҙо. Аҙаҡ шыршынан алып, кәнфит, ҡаҡ кеүек күстәнәс өләште. Балалар бик ҡыуанды.
Шунан әсәйем мин тешләгән алманы алды ла:
- Ләлә, Миңнекәй, килегеҙ әле бында. Кемегеҙ тешләне быны?
Ләлә:
- Был Миңкәйҙең эше, - тине.
Мин уның сәсенән тарттым да:
- Мине Ләлә ҡотортто, - тинем. 

Әсәйем:
- Ярай, мин уны мөйөшкә баҫтырырмын. Ә һиңә үҙе йөрөй торған паровоз бүләк итермен тигәйнем дә, булманы инде. Хәҙер уйынсыҡ икенсе балаға тәтейәсәк. Уға тейешле алма тешләнгән булып сыҡты бит.
Әсәйем паровозды алды ла дүрт йәштәр тирәһендәге бер малайға һондо. Тегеһе шунда уҡ уның менән уйнарға тотондо.
Минең асыуым килеп китте. Тоттом да уйынсыҡ менән теге малайҙың ҡулына тондорҙом. Сарылдап ҡысҡырып ебәргән балаһын әсәһе күтәреп алды ла:
- Бынан һуң һеҙгә ҡунаҡҡа килһәмме?! - тине.
Мин:
- Ҡайтып китһәгеҙ ҙә була. Ул саҡта паровоз миңә ҡалыр, - тинем.
Теге малайҙың әсәһе аптырап китте:
- Ай-һай, был малайығыҙ башкиҫәр булыр ул.
Шунда әсәйем мине күтәреп  алды ла:
- Минең улыма тел тейҙерәһе булма. Эшкинмәгән балаңды алып ҡайтып китеү яғын ҡара. Башҡа беҙгә килеп йөрөмә, - тине.
Теге ҡатын:
- Ҡайтмай әллә, ҡайтырмын да шул. Һеҙҙең менән бәйләнеү - кесерткәнгә сағылыу менән бер бит, - тине.
Шул саҡ икенсе бер ҡатын килеп ҡыҫылды:
- Мин дә ҡайтам. Ҡыҙымды кәмһетеп, ҡулы кителгән ҡурсаҡ биреп тораларсы.
Шунда Ләлә апайым ҡысҡырып ебәрмәһенме:

- Эшкинмәгән балағыҙҙы алып, һеҙ ҙә ҡайтып китһәгеҙ була.Ҡулы һынған ҡурсаҡ миңә ҡалыр.
Әсәйемдең алдында ултырған килеш, мин дә өҫтәп ҡуйҙым:
- Ҡайтығыҙ, әйҙә, ҡайтығыҙ. Берегеҙ ҙә ҡалмағыҙ. Ул саҡта бөтә уйынсыҡтар ҙа беҙгә булыр.
Ҡунаҡтар таралыша башланы. Бер заман беҙ үҙебеҙ генә ҡалдыҡ. Әсәйем аптырап китте, нисек былай килеп сыҡты һуң?
Уйламағанда яныбыҙҙа атайым пәйҙә булды.
Ул:
- Бындай тәрбиә балаларымды һәләк итә бит. Уларҙың һуғышып-талашыуын, килгән ҡунаҡтарҙы ҡыуып ҡайтарыуын күргем килмәй минең. Бындай әҙәмдәргә тормошта бик ҡыйын буласаҡ.Япа-яңғыҙ йәшәп, яңғыҙлыҡта үлеп китерҙәрме икән?
Атайым шыршы эргәһенә килеп, шәмдәрҙең бөтәһен дә һүндерҙе лә:
- Хәҙер үк йоҡларға ятығыҙ. Иртәгә уйынсыҡтарҙың бөтәһен дә ҡунаҡтарға таратып бирәм, - тине.
Шулай, балалар, ошо хәлдән һуң утыҙ биш йыл үтте, ә мин һаман был шыршы байрамын бик яҡшы хәтерләйем.
Беләһегеҙме, ҡыҙҙар, малайҙар, ошо утыҙ биш йыл эсендә мин бер ҡасан да кеше нәмәһенә теймәнем һәм бер тапҡыр ҙа үҙемдән көсһөҙөрәктәргә һуҡманым.
Табиптар миңә:
- Бына шуның өсөн һин башҡаларға ҡарағанда көләкәсерәк тә, шәфҡәтлерәк тә, - тиҙәр.

Михаил Зощенконан Резеда Килсенбаева тәржемәһе.

 

Автор: Дина Галеева
Читайте нас