Сараға «Тулҡын» әҙәби ойошмаһы ағзалары, «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, ағинәйҙәр, 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусылары һәм уҡыусылар, китап һөйөүселәр саҡырылғайны.
Кисәне китапхана мөдире Гөлназ Ҡорманова алып барҙы, ул яңы китабын туйлаусы автор тураһында бик ентекле, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе.
Нәжибә Әхмәтдин ҡыҙы Фәйзуллина ғүмер буйы төҙөлөш өлкәһендә эшләгән, ләкин бер ваҡытта ла шиғриәттән айырылмаған. Уның быға тиклем баҫылып сыҡҡан ике китабы: «Үткәндәрҙән ҡалһын иҫтәлек» (2017 йыл), «Миҙгелдәрҙән тора ғүмерҙәр» (2021 йыл) тыуған яҡ, тыуған ауыл, мәңгелек мөхәббәт, кеше ғүмере тураһындағы хистәрҙән туҡылған ижад емештәрен үҙ эсенә алғайны. Шағирәнең өсөнсө китабы «Донъя бит ул» тип исемләнгән. Һуңғы йылдарҙа киң таралған сәсәндәр ижадына үҙ өлөшөн индереп, Ҡарлуғас исеме аҫтында билдәлелек яулаған Нәжибә Әхмәтдин ҡыҙы яңы китабында тапҡыр һүҙ оҫтаһы, төртмә телле әйтештәр авторы булараҡ асыла, шулай уҡ изге төйәк Атайсал, Тыуған ил, туған тел яҙмышы, тәбиғәт һәм кеше бәйләнеше темаһына яҙылған тәрән фәлсәфәле шиғырҙары менән шиғриәттә үҙ йүнәлешен дауам итә.
Осрашыуға килгән ҡәләмдәш дуҫтары, ҡаланың йәмәғәт ойошмаларында ең һыҙғанып бергә төрлө саралар үткәреп йөрөгән фекерҙәштәре уның тураһында барыһы бер үк ҡылыҡһырлама әйтте: Нәжибә Әхмәтдин ҡыҙы иҫ киткес егәрле, уңған, һәр эште еренә еткереп, оҫталарса теүәлләп ҡуя, ярҙамсыл, иғтибарлы. Был сараға килгән ҡунаҡтар уның ҡул эштәренә
маһир булыуын да телгә алды: ул һуҡҡан балаҫтар, сиккән сигеүҙәр, күҙ нурҙарын түгеп эшләгән түшелдерекҡашмауҙар үҙенсәлекле биҙәктәре менән таң ҡалдыра. Ижад иткән шиғырҙары ла ҡабатланмаҫ образдары, һүрәтләү саралары менән уҡыусыларҙы үҙенә арбай, тәрән фәлсәфәүи йөкмәткеһе менән үҙенә йәлеп итә. Яңы йыл алдынан өр-яңы китабын ҡулына алған Нәжибә апайҙы тормошондағы шатлыҡлы ваҡиға менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә илһам шишмәләрең һайыҡмаһын, ижад ҡомарың һүнмәһен. Яңы йыл яңы бәхеттәр, шатлыҡтар алып килһен!
Сәүиә Бикмөхәмәтова, 25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.