газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ғинуар , 19:34

Хәтирәләр, хәтирәләр...

Яңы йыл байрамы күңелдәрҙә әллә күпме хис-тойғолар тыуҙыра: бер яҡтан иртәгәге көндән ниндәйҙер яңылыҡ, үҙгәреш, ышаныс көтәһең, икенсе яҡтан тап ошо мәлдә элеккеләр иҫкә төшә, ирекһеҙҙән хәтирәләр йомғағын һүтә башлайһың.

Хәтирәләр, хәтирәләр...
Хәтирәләр, хәтирәләр...

Үҙемде белә-белгәндән бирле, яҡынса 60-сы йылдар башынан алып, Яңы йылды мәктәптәрҙә генә үткәрәләр ине. Ә беҙҙең ата-әсәйҙәрҙең, уларҙан олораҡтарҙың был байрамды билдәләгәндәрен
хәтерләмәйем. 70-се йылдарҙа уны тантана итеү ауыл клубтарына, урамдарға ла күсте. Шул ваҡыттарҙа ла, 80-се йылдарҙа, олатайымдарҙың (фронтовик Шәрәфулла, Ғәйфулла Мәүлекәсовтар) Яңы йыл байрам бит, тип ҡунаҡҡа саҡырышыуҙары булманы. Тимәк, улар, беҙҙән олораҡ быуын, Яңы йыл байрамын белмәгән.

Ғөмүмән, элек байрамдар аҙ булған: халыҡтың әйләнгән һайын байрам итергә ваҡыты ла, мөлкәте лә етеңкерәмәгәндер. Мал-тыуарын, баласағаларын, олоғайған атаәсәләрен ҡарау, хужалыҡта ауыр ҡул көсө кәрәклеген иҫкә төшөрһәң , байрамдан бигерәк ял итеү, туйғансы йоҡлау ҡәҙерлерәктер ҙә ...
Үҙебеҙҙең тиҫтерҙәребеҙҙең байрамдарҙы, бигерәк тә ошо Яңы йыл байрамын үткәргәндәрен иҫкә төшөрһәң, күңел икегә бүленгән кеүек тойола - атай-олатайҙарҙың был байрамды һанға һуҡмауын һәм йәштәштәрҙең йырлыбейеүле күнел асыуҙарын бер бөтөнгә ҡушып булмай. Ошо йәшкә етеп, ололарса ҡараш ташлағанда, ике яҡ та - яҡты хәтирәләр ҡалдырған, кире ҡайтарып булмаған, һағындырған мәлдәр ҡатнашыусылары.
Студент саҡтар... Ятаҡта 2-3 өҫтәл теҙеп, карауаттарҙа ултырып, 10-15-ләгән егетҡыҙҙар бер-береһенә бәхет, уңыштар теләп ябай ғына сәйле табын ойоштороуҙар, һуңынан беренсе ҡатҡа «Ҡыҙыл мөйөш» бүлмәһенә «Яңы йыл кисәһе»нә төшөү, унда күҙҙең яуын алырҙай матур күлдәктәр кейгән, сибәр-сибәр йәш ҡыҙҙар менән вальс бейеү - быларҙы хәтерҙән юйып булмай. Шундай кисәләргә тиклем 3-4 көн алдан әҙерләнеүҙәр, ниндәйҙер күңел күтәренкелеге, ҡыуаныстар көтөүөн нисек онотаһың?!
Ул ваҡыттарҙағы байрамдар ойоштороу әүәҫлеге, илебеҙҙең шул замандарҙағы хәл-торошо, тыныслығы, алдағы көндәргә ышанысы, киләсәктең яҡты тормош алып килеүенә инанған кешеләрҙең
күп булыуындалыр. Ысынлап та, беҙҙең быуын аслыҡты күрмәне, эшһеҙ ятманы, эш хаҡын ваҡытында алды. Хәҙер бит байрамдарҙың әллә ни йәме юҡ кеүек.
Бына ниндәй уйҙарға төштөм яңы 2026 йылды ҡаршылау алдынан. Интернет селтәрҙәрендә 2026 йылда бик күп үҙгәрештәр буласағын фаразлайҙар. Хәйерлегә булһын!

Хөрмәтле салауаттар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым! Йылҡы йылы һеҙгә уңыштар, матур ваҡиғалар, шатлыҡлы көндәр алып килһен. Һаулығығыҙ нығынһын, бала-сағаларығыҙ, ғаиләләрегеҙ иҫән-һау булһын.
Ислам МӘҮЛЕКӘСОВ.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас