Йылҡы малы - сабыр, түҙем, эш һөйөүсән, ирек ярата. Йыл символы яһалмалыҡты үҙ итмәй, тәбиғилеккә өҫтөнлөк бирә. Шуға ҡунаҡтарҙы ғәҙәти булмаған ниндәй ризыҡ әҙерләп аптыратырға икән, тип башығыҙҙы ватмаһағыҙ ҙа була.
Йылҡы үлән яратҡанға күрә, өҫтәлдә йәшелсә, емеш-еләк күп булһын. Ҡыҙыл алманы, кишерҙе өҫтәлгә былай ғына ҡуйһағыҙ ҙа була. Тултырылған ҡаҙ, өйрәк йәки күркә, балыҡ ризыҡтары ла табын йәме булыр. Өҫтәүенә, ҡош иттәренән әҙерләнгән аҙыҡ йортҡа уңыш килтерә, тип иҫәпләй белгестәр. Йылҡы үҙе менән идара итә белмәгән кешеләрҙе үҙһенмәй, алкоголле эсемлектәр урынына морс, һуттар ҡулланһағыҙ, оторһоғоҙ. Йылҡыдесерттарҙы бик ярата. Улар ҡыҙыл
төҫтә һәм емеш менән булһа, бик шәп. Ә бына табынға йылҡы йәки һыйыр итен ҡуйыу тыйыла, астрологтар уйынса, был йыл хужаһына оҡшамай һәм киләһе йыл уңыштарына кәртә булып тороуы ихтимал.
Гәзит уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең яратып әҙерләгән ризыҡтарының рецептары менән бүлешә.
Гөлләриә Рәхимова:
- Яңы йыл - ғаиләбеҙҙең иң яратҡан, көтөп алған байрамдарының береһе. Һәр йыл табынды мул, матур итеп әҙерләргә тырышабыҙ. Ғәҙәти генә әйберҙәрҙән дә иҫ киткес ризыҡтар бешерергә мөмкин. Бөгөн һеҙгә тарталеткаларҙы тәмле итеп
тултырыу һәм матур итеп биҙәү серҙәре менән уртаҡлашам. Бының өсөн тауыҡтың түш ите, бешкән йомортҡа, иретелгән сыр кәрәк буласаҡ. Бешкән тауыҡ итен ваҡ ҡына шаҡмаҡтарға турайбыҙ, йомортҡаларҙы һәм сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Барыһын да майонез менән бутайбыҙ һәм тарталеткаларға һалып, шыршы рәүешендә өйәбеҙ, масса шыйыҡ булмаҫҡа тейеш. «Шыршы»ның өҫтөнә укроп һибергә, иң башына помидор йәки кишерҙән йондоҙ эшләп ҡуйырға
була.
Икенсе рецепт - бауыр торты.
500-700 грамм тирәһе бауырҙы йыуып, ит турағыс аша үткәрергә, 2 аш ҡалағы он, 100 грамм һөт, 2-3 йомортҡа, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, тәменсә тоҙ, борос ҡушып, ҡоймаҡ ҡамыры кеүек масса эшләргә. Шыйығыраҡ булһа, он өҫтәргә мөмкин. Ике яҡтан да артыҡ ҡыҙыу булмаған утта яҡшы итеп ҡыҙҙырабыҙ. Эслек өсөн һуғанды ваҡ ҡына турап, ҡырҡыстан үткәрелгәнкишергә ҡушып, әҙер булғансы ҡыҙҙырырға. Ҡыҙҙырғанда майҙы күп һалмағыҙ. Майонезға аҙ ғына һарымһаҡ та ҡушып ебәрергә була. Һәр ҡатламға сиратлап һуған һәм кишер массаһын, һуңынан майонез һылайбыҙ. Өҫтөн байрамса итеп биҙәйбеҙ: укроп, татлы ҡыҙыл боросто ваҡ итеп турап һибәбеҙ, зәйтүн емешен теҙеп сыҡһаң бигерәк матур була. Шулай уҡ бешкән кишерҙе блендерҙа иҙергә, массаны кулинар шприцҡа һалып, төрлө формалар сығарырға мөмкин.
Бүләк Исмәғилева:
- Тиҙ әҙерләнә торған балыҡ бәлешен беҙ былай ҙа, байрамға ла яратып бешерәбеҙ. Ябай, еңел һәм тиҙ. Магазиндан әҙер ҡатлы ҡамыр һатып алһағыҙ, эш айырыуса ябайлаша. Ҡамырҙы йәйергә, ике яҡлап арҡырыға тар таҫмаларға киҫергә, уртаһын эслек һалыр өсөн шул килеш ҡалдырырға. Беренсе ҡатҡа алдан һыуҙа бешерелгән дөгө, икенсе ҡатҡа кишер менән һуғанды тоҙ, борос менән ҡурып һалырға. Иң өҫкө ҡатҡа тәменсә тоҙ, «Лимонлы борос» тәмләткесе ҡушылған көмрө балыҡты (горбуша) киҫәктәргә бүлеп һалырға. Шунан таҫмаларҙы ишеп ҡапларға. Бәлештең өҫтөнә күпертелгән йомортҡа һөртөп, 180 градуста 30 минут бешерергә.