Йәй аҙаҡтарында булһа кәрәк, редакция кабинетының ишеген шаҡынылар.
- Һеңлем, «Салауат» гәзитенә яҙылырға мөмкинме? - тип, йылмайып килеп инде бер ағай.
Квитанция тултырыу өсөн йәшәгән адресын һораным.
- Мин үҙем Мәләүез районынанмын. Шулай булһа ла, ҡалалағы берҙән-бер башҡорт телендә сыҡҡан «Салауат» гәзитенә яҙылырға ине, - тигәс, ҡыҙыҡһыныуым тағы ла арта төштө һәм уның менән яҡынданыраҡ танышырға булдым. Һөйләшә торғас, уның йыр-моңға әүәҫ, күп конкурстар дипломанты һәм еңеүсеһе, оҫта ҡуллы булыуы ла асыҡланды.
Ғәйнулла Рахманғолов Мәләүез районының Дәүләтҡол ауылында ун балалы ғаиләлә туғыҙынсы булып донъяға килгән. Ата-әсәһенә, өлкән апай-ағайҙарына иркәләнеп кенә үҫмәй Ғәйнулла ағай, ә бәләкәйҙән сәмсел, тырыш була. Үҫмер сағында уҡ «Ашҡаҙар» совхозы механизаторҙарына ярҙамлаша, ер эшен, техниканы белеп үҫә. Мәктәптән һуң Мәләүез ҡалаһында тракторсылар курсын тамамлай. Йәше еткәс, армия хеҙмәтен үтәргә юллана. Унан әйләнеп ҡайтҡас яҙмыш еле уны Салауат ҡалаһына ташлай - «Ремонт-механика заводы»на эшкә урынлаша. Ошонда уҡ буласаҡ тормош иптәше Миңлебикә Ғәбит ҡыҙы менән таныша, оҙаҡ та үтмәй, йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләй, Рәзилә ҡыҙҙарына, Рәмил, Юлай улдарына ғүмер бирәләр. Бер-ике йылдан һуң тыуған ауылы Дәүләтҡолға күсенәләр.
- Атайым олоғайғас, ауылға ҡайтығыҙ улым, яҡшыраҡ булыр, тине. Хәйер, үҙемдең дә, күңелем гел ауылға тартты. Өс йыл «Ашҡаҙар» совхозында водитель булып эшләнем. Совхоз ауылдан һигеҙ километр алыҫлыҡта урынлашҡан, машина менән йөрөйөм тиһәң, йүнле юлы юҡ. Шуға ул эште ташлап, ауылға фермаға эшкә урынлаштым. Тәүҙә иҫкерәк бер йорт һатып алып, ата-әсәйебеҙҙән башҡасыҡтыҡ, һуңынан бер түгел,ике йорт төҙөп ултырттыҡ. Ҡарауылсы, өс ауылға хат
ташыусы булдым, вахта менән дә эшләнем. Әле Һуҡайлы йылғаһы аша күпер һалалар, шунда ҡарауылда торам. Бер эштән дә ҡурҡмайым, эшләһәң, эш ырай, - ти Ғәйнулла ағай.
Ғүмер буйы эшкә егелеп, буш ваҡыт һирәк эләккәнлектән, Ғәйнулла Зәйнулла улының ижад итеүгә ваҡыты етмәгән.
- Бәләкәс саҡта бөтә малайҙар кеүек, уҡ-рогаткалар эшләнек. Мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендәге эштәремде уҡытыусы башҡаларға өлгө итеп ҡуйыр ине. Мин ул саҡта уны һәләт тип тә уйламағанмын, быны олоғая килә аңланым. Атайым да үҙзаманына күрә оҫта ине, - ти Ғәйнулла Зәйнулла улы.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Ғәйнулла ағайҙың икенсе һулышы асыла, тиһәк тә хата булмаҫ - ул кеше кәрәкмәй тип сығарып ташлаған, туҙышып ятҡан тимер-томорға йән өрөп, үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙыра башлай.
- Мәктәптә хеҙмәт дәресенән уҡытҡан ҡоҙамдың, кейәүҙең атаһының, ҡалайҙан милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һынын оҫта итеп эшләп, стенаға беркетеп ҡуйыуын күреп иҫем китте. Миңә лә эшләп биреүен һораным. Һуңынан уға ҡарап ҡалыныраҡ биттән үҙем иретеп йәбештерҙем. Баҡтиһәң, минең дә ҡулдан килә икән. Уны кейәү менән ауылыбыҙҙың иң матур Әрәмәй тауы башына бағанаға беркетеп ҡуйҙыҡ. Халыҡ оҡшатты, ҙурыраҡ итеп итеп эшләүемде һораны хатта, - тип бүлешә Ғәйнулла ағай.
Һуңынан ул йортоноң тышҡы яғына самолет беркетеп ҡуя, уныһы елдә гел әйләнептора. Ғөмүмән, оҫтаның һәр эше уйланылған, нимәгәләр бағышланған.
- Мине Бөйөк Ватан һуғышы темаһы һәр саҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Шуға Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ауылыбыҙҙан сыҡҡан берҙән-бер танкист, өлкән лейтенант Ҡорбанғәли Көҫәпҡолов иҫтәлегенә Т-34 танкын, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Нордовка ауылының тәүге тракторсыларына арнап трактор эшләнем, исемдәрен дә яҙҙым, улар араһында атайым да бар. Ҡулына дрон тотҡан яугир һыны иһә әле барған махсус хәрби операцияны кәүҙәләндерә. Дрон да елдә һәр ваҡыт әйләнеп тора, - ти оҫта.
Бынан тыш, Кинйә Арыҫланов, Ҡаранай Моратов кеүек башҡорт халҡының азатлыҡ өсөн көрәшеүселәре лә тау башында ғорур баҫып тора. Һәр эштең янына мәғлүмәт урынлаштырылған. Тимәк, уларҙың тәрбиәүи яҡтан әһәмиәте ҙур. Шулай уҡ уның урамындағы зауыҡлы ҙур карусель, башҡорт халҡының «Урал-батыр» эпосындағы Аҡбуҙат, ауылындағы балыҡсы ағайҙарға арнап ҡуйылған Балыҡсы, Сухаревка ауылы осонда юмор оҫтаһы, көтөүсе ағайға хөрмәт йөҙөнән эшләнгән Көтөүсе һыны тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра.
Ғәйнулла Зәйнулла улы оҫта итеп гармунда ла уйнай, матур итеп йырлай ҙа. Ул төрлө әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге премия лауреаты, гармуны менән дә бәйгеләргә сыға.
- Беҙҙең ғаиләлә атайым да, малайҙарҙың бөтәһе лә гармунда уйнаны. Атайым менән элек атта урманға утынға барғанда гел оҙон көйҙәрҙе көйләр ине. Ә мин уларҙы ҡолаҡҡа һалып барам, ҡушылып та йырлайым, - ти Ғәйнулла ағай.
Тынғы белмәҫ Ғәйнулла Рахманғолов эшләп йөүөренә ҡарамаҫтан, кешеләрҙән заказдар ҙа алғылай.
- Кемгәлер гараж кәрәк, икенселәр иҙән һалыуымды һорай, ошо шөғөлдәрем минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Һәр эшемде яратып башҡарам, сөнки кешеләргә файҙа килтереүемде беләм. Урамдар буйлап йөрөгәндә, үҙ ҡулдарым менән булдырған эштәрҙе күреп, күңелем һөйөнә.
«Салауат» гәзитенә яҙылыу тураһында һүҙ ҡағылғас ул былай тип яуап бирҙе:
- «Салауат» гәзитен элек тә ишеткәнем бар ине. Исеме бигерәк ғорур яңғырай. Милли баҫмаларыбыҙҙың яҙмышы ныҡ борсой мине. Һәр кем теленә, милләтенә ҡарата битараф булмаһа, башҡортом йәшәр, артыр, тип өмөтләнәм. Салауат ҡалаһы минең өсөн сит ҡала түгел. Ошонда эшләп, ғаилә ҡорҙом, йәшлегем бында үтте. Әле лә уның менән бәйләнешем ныҡ. Туғандарым, ауылдаштарым күп бында, бер туған апайым да Салауатта. Ҡала яңылыҡтары менән танышыу, гәзит биттәрендә таныш исем-шәрифтәр күреү ҡыуаныслы, - тип һүҙен тамамланы Ғәйнулла Зәйнулла улы.
Әйткәндәй, Ғәйнулла ағай, гәзиттең тиражын берәүгә түгел, ике данаға арттырҙы - ул 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзитте үҙенә һәм бер туған апаһы Минсара Ҡотошоваға яҙҙыртты. Ошондай милли рухлы, милләтем тип янған шәхестәр күңелдә ғорурлыҡ тыуҙыра.
Фотолар Ғәйнулла Рахманғоловтан.