газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 10:27

Донъяның гүзәллеген күреп хозурланам

Салауат ҡалаһының талант эйәләренең тормошсан һәм тәрән мәғәнәле шиғырҙары уйландыра, ғорурландыра, рухландыра.

Донъяның гүзәллеген күреп хозурланам
Донъяның гүзәллеген күреп хозурланам

БАЛАН БӘЛЕШЕ
Дуҫым менән сәй эсәбеҙ,
Балан бәлеше тәмләп.
Табын күрке - бәлеш бит ул,
Бешерһәң , тора йәмләп.
Әсәйемдең иҫкә төштө
Балан йыйған саҡтары.
Йә Хоҙайым, ошо микән
Яҙмыштарҙың хаҡтары?
Хәтерләтте бала саҡты,
Ҡәҙерле минуттарҙы.
Зөлфиәгә рәхмәт әйтәм -
Үткәнгә ҡауыштырҙы.
Хәмдиә Мортазина.


КӨҘ ИЛЕ
Көҙгө һуҡмаҡ саф алтындан
Һап-һары келәм йәйгән.
Баландары - һылыу ҡыҙҙай,
Таҡҡандар ҡыҙыл сәйлән.
Һандуғастары тынһа ла,
Көҙ иле - шундай балҡыу!
Һарҡығас көҙгә йәй моңо,
Алмалар нурлы, алһыу.

Устарымда - мәрйенме ни,
Ята балан тәлгәше.
Һарылып ҡына елдәр иҫә,
Йыуатып көҙ - кәләшен.
Алтын донъя - бәхет иле,
Нурында - барлыҡ ғаләм.
Ереңә орлоҡ сәсәһең,
Берәүгә булыр тәғәм.
Нәзирә Ишҡолова.


КӨҘҘӘРЕМДӘ ЯҘҘАРЫМ
Һуңлап ҡына һине осраттым,
Көҙҙәремдә булған яҙҙарым.
Күҙҙәреңдән күренеп тора һинең
Бөтмәҫ кеүек мәңге наҙҙарың.
Һәр яҙ һайын көттөм мөхәббәтте,
Бөрөләнде бары көҙҙәрҙә.
Башҡаларҙан йәшереп булмай уны
Сағыла ул беҙҙең йөҙҙәрҙә.
Күңелемде матур хис биҙәне,
Мөмкин түгел уны аңлатыу.
Уйламаған минутым юҡ һине,
Шул булалыр ысын яратыу.

Һуңлап килгән һөйөү - ләззәт икән,
Түгелделәр ташып хистәрем.
Һыҙып ташлап булмай йөрәгемдән,
Һине уйлап үтә кистәрем.
Көҙгө һуҡмаҡтарҙан атлағанда
Япраҡ ямғырҙары яуалар.
Ярылырға торған йөрәгемде
Тик мөхәббәт кенә дауалар.
Нурия Бикбаева.


КЕРЕП БАРАМ ҒҮМЕР КӨҘӨНӘ
Байҡау яһанымда, баһа ҡуйҙым
Уңыш, муллыҡ йыйған йылыма.
Яҡты өмөт булды йәнәшәмдә
Үткән саҡта тормош юлынан.
Илһамлы ла, йылы ҡояшлы ла
Көҙҙәремә кереп киләмен.
Алтын көҙөм бөгөн ҡаршы ала
Юлдарыма йәйеп келәмен.
Йән арбарлыҡ көҙҙөң хозурлығы
Күңел юшҡындары сафлана.
Тәбиғәттең тын алышын тоям
Ҡыш көнөләй таҙа, саф һауа.

Гүзәллеген күреп хозурланам
Донъя нағышлаған нурҙарҙан.
Кереп барам алтын көҙҙәремә
Атам - әсәм уҙған юлдарҙан.
Римма Баймырҙина.


ҠАЙТАМ
Ҡанаҡайым,тыуған ауыл,
Һиңә бер ҡайтам әле.
Бәкән буйҙарына төшөп
Үләнгә ятам әле.
Ҡанаҡайым, тыуған ауыл,
Һиңә бер ҡайтам әле.
Яҙғы йортома бер барып,
Еләктәр йыйам әле.
Ҡанаҡайым,тыуған төйәк,
Һине һағындым әле.
Йөрәк өҙгөләнгән сағы,
Йәнем тын алһын әле.
Ҡанаҡайым, ауылҡайым,
Тағы бер ҡайтам әле.
Урам буйҙарыңды урап,
Бер йырлап уҙам әле.
(Бәкән, Яҙғы йорт урындағы атамалар).
Ишҡәле Дәминов.

 

 

Автор: Дина Галеева
Читайте нас