МИНЕҢ ӘХИРӘТТӘРЕМ
Әхирәттәр, байрамыбыҙ етте,
Ҡотлау һүҙе менән өндәшәм.
Йөрәгемдән сыҡҡан һөйөү һүҙен
Теләктәргә ҡушып өләшәм.
Минең әхирәттәр - төҙөүселәр,
Алтын ҡуллы, ябай эшселәр.
Эшләй улар янып-ялҡынланып,
Йәшлек дәрте менән көслөләр.
Ер йөҙөнә гүзәллектәр өҫтәп,
Үҙ эштәре менән матурҙар.
Ауырлыҡтан ҡурҡмай, тәүәккәлле
Булыуҙары менән батырҙар.
Илгә биргән вәғәҙәне үтәп,
Ваҡытынан алда төҙөйбөҙ.
Ҡаршы алғанда ла байрамыбыҙ
Ҡыҙарырлыҡ түгел йөҙөбөҙ.
Нәжибә Фәйзуллина.
ЭҘЛӘЙЕМ
Был донъяла моңло бер йыр бар -
Ҡайғы-һағыштарҙы быуырлыҡ,
Әрнеп өҙгөләнгән йөрәккә
Иң шифалы дауа булырлыҡ.
Ишетәм мин гүзәл был моңдо
Тауышында һөйгән йәремдең.
Һәм тыңлайым уны көн һайын
Ҡырҙарында тыуған еремдең.
Мин был моңдо хатта күрәмен
Йөҙҙәрендә ғәзиз баламдың.
Ҡояш менән бергә уянған
Өйҙәрендә эшсән ҡаламдың.
Был донъяла моңло бер йыр бар,
Шуға матур донъя - һиҙәмен.
Яҙылмаған минең шул йырым.
Мин эҙләйем уны, эҙләйем.
Сәүиә Бикмөхәмәтова.
МУЙЫЛ ТӘЛГӘШТӘРЕ
Яңғыҙлыҡтан йәнем әрнегәндә
Күңелкәйем китә тулышып.
Бергә булған минуттарҙы уйлап
Тоям кеүек һинең һулышың.
...Нурлы август ҡояшы аҫтында
Киттек бергә гөрләп ҡунаҡҡа,
Туғайлыҡҡа еттек йырлай-йырлай,
Ныҡ өлгөргән муйыл йыймаҡҡа.
Муйыл тәлгәштәрен алдарыма
Килтереп тә һалдың иркәләп.
Һөйөү хисең күҙҙәреңдә янды,
Мин дә һиңә баҡтым йылмайып.
Оҙон буйың, бөҙрә сәстәреңде
Йәй елдәре үтте иркәләп.
Бөтә донъя икебеҙгә ине,
Ләйсән ямғыр үтте һипкеләп...
Шул ваҡыттар иҫтәремә төшһә
Йөҙҙәремә нурҙар һибелә.
Үткән ғүмер шундай матур булған -
Яҡшы һүҙҙәр генә теҙелә.
Гөлсирә Фәйзуллина.
ҠЫРСЫН ТАШ - ЫНЙЫ ТАШ
Ҡырсынлыҡҡа төшөп баҫһам
Һүрәтләнә бала-саҡ.
Күңелдәрҙе илертәлер
Һыу өҫтөндә аҡсарлаҡ.
Ҡырсын таштар араһында
Тулып ята ҡабырсаҡ.
Күңел күгем асылғандай,
Хәс тә, серле ҡабырсаҡ.
Һыу буйҙарын яңғыратып
Сурылдайҙар баҡалар.
Ҡабырсаҡтар менән уйнап
Ҡайнашалар балалар.
Беҙҙең яҡта ҡабырсаҡтан
Ярала тик баҡалар.
Диңгеҙ төбө ҡабырсаҡтан
Әҙер аҫыл алҡалар.
Алҡа ҡашым - мәрйен ташым,
Ҡайһы диңгеҙ төбөнән?
Мәрүән-мәрйен шиғырҙарым
Сыға күңел түренән.
ИМТИХАНДАН ҺУҢ
(июль 1967 йыл)
Тормош матур, мин дә шатмын,
Йәшәү шундай күңелле!
Сөнки һуңғы ынтылышта
Имтихандар үтелде.
Алған һөнәребеҙ теркәп
Аттестаттар бирелде.
Осһоҙ-ҡырыйһыҙ тормошҡа
Асыҡ хыял киңлеге.
Бер-аҙ моңһоуыраҡ бөгөн,
Ҡулда беҙҙең юлланмыш.
Төрлө яҡҡа китә дуҫтар -
Шулай айыра яҙмыш.
Китмәйем мин йыраҡтарға,
Тыуған яҡ, ауылымдан,
Ҡыуанысым күккә аша,
Салауатым - ҡаламдан!
Бында бара ҙур төҙөлөш -
Өлөшкә төшкән көмөш.
Үҫешенә индерермен
Шатланып мин дә өлөш.
Эй, донъя! Матурһың бөгөн!
Йылмая ҡояш күктә.
Болоттар йөҙә аҡҡоштай,
Кешеләр шаян көлә.
Һәр тарафҡа бағып, ҡарап
Һоҡланып иҫем китә,
Машиналар етеҙ елә,
Йәшелерәк үлән дә.
Төҙөлөштә хатта крандар
Шундай ҡыҙыҡ шыңғырлай,
Әйтерһең, төҙөүселәрҙең
Хеҙмәтен данлап йырлай.
Төҙөүселәр эшләй бик шәп,
Йорттар тиҙ бейегәйә,
Йылмайып ҡараған кеүек,
Төҙөлөш тәҙрәһе лә.
Ана, йым-йым сағылалар
Һары, зәңгәр сатҡылар.
Шул уттар менән ярышып,
Күктә ҡалҡа йондоҙҙар.
Радионан дикторҙар ҙа
Һөйләй тик яҡшы хәбәр,
Күңелгә рәхәт моң һала,
Яңғыраған шат көйҙәр.
Урамдарҙа халыҡ тулы,
Шаулай, гөрләй ҡалабыҙ.
Көтөп алған мәл булһа ла,
Хушлашыр сәғәт еткәнгә,
Иләҫ-миләҫ ҡалабыҙ...
Салауатым - йәшлек ҡалам,
Үҙаллы эшкә юл алам,
Сағыу төҫтәргә буярмын,
Күңел нурына сорнармын,
Салауатым, хозур ҡалам!
Һиндә ҡалам, һиндә ҡалам!
Мәйсәрә Хайрова.
ИҪЕМӘ ТӨШӨРӘМ
Ҡайтып етәм ауылым осона,
Елеп машинала, йә атта.
Турғайҙар ҙа осалар, елкенеп,
Һөйөнсө һалып тирә-яҡҡа!
Туҡталамын юлда, ҡайтҡан һайын,
Имәндәрем үҫкән урманда.
Күкрәктәрен киреп, оло ҡайын
Сәләмләп ҡаршылай аҡланда.
Ҡайынымды ҡосаҡлап алғас та
Күңелемдә хистәрем артты.
Килеп күргәс, йәнә бергә булғас
Әйтерһең, шатлыҡ ҡанат ҡаҡты.
Иҫтән сыҡмай йәшлегем йылдары,
Тирләп-бешеп бесән сапҡандар.
Йыр һуҙалар ине тын кистәрҙә
Төнгөлөккә ҡуна ҡалғандар.
Таныш бында һәр бер аҡлан-ялан,
Бешә унда тәмле еләктәр.
Өлгөрөр ҙә инде көҙ, баландар
Төшөрҙәр ҡыҙарып тәлгәштәр.
Юлдағылар һәр саҡ юлда булһын,
Алда - ауыл, китәм ҡуҙғалып.
Иҫтәлектәр хәтерҙәрҙә ҡалһын,
Серләшербеҙ тағы, туҡталып.
Марс Ибраһимов.
АТ ҺӘМ ЭТ ӘҢГӘМӘҺЕ
Ат һорай эттән аптырап:
«Сабаһың минең артымдан,
Кәрәкме, кәрәкмәйме,
Эйәрәһең дә йөрөйһөң,
Әллә һин күләгәме?
Мин ярай, эйәрләнгәнмен,
Йүгән-дилбәгә хужа.
Ел-ямғырҙа, ҡар буранда.
Ә һинең ниндәй нужа?»
Эт яуап бирә уфтанып:
- Эйе, һин кәрәк хужаңа,
Ярай, һин егелгәнһең.
Тоғролоҡҡа, эшсәнлеккә
Тыумыштан өйрәнгәнһең.
Мин үҫтем тупһа аҫтында,
Иркәләп, йоҡлап ҡына,
Әҙер һөйәкте кимереп,
Ырылдап-уйнап ҡына.
Хәҙер бына тоталар ҙа
Сылбырға ултырталар.
Үҙең шулай йәшәп ҡара,
Бер һуҡмаҡ буйлап ҡына.
Һиңә эйәреп йөрөүе
Үҙе бер ожмах ҡына.
Эттең хәлен ат аңламай,
Эйәрҙәге аттыҡын.
Эт тә, ат та бер иш үтә
Ерҙә, тормош һуҡмағын.
БОРСОЛОРҒА УРЫН БАР
Таң атҡанда томан араһынан
Сабып сыҡты ҡапыл бер болан.
Үҙ итерме уны ҡырыҫ дала,
Ҡурсалармы уны буш ялан?
Ниҙән ҡурҡты икән меҫкен болан,
Ниҙән ҡаса былай йән-фарман?
Болан һынлы болан юлға сыҡҡас,
Ни хәлдәрҙә ҡалыр ҡар(а)урман.
Ер һыуҙарҙы һатып бөтөрҙөләр,
Ҡомһоҙҙарға ерҙә урын тар.
Болан һынлы болан юлға сыҡҡас,
Борсолорға беҙгә урын бар.
Гөлнара Сәйфетдинова.
ҮҘ ИЛЕҢ - ГӨЛ-БАҠСА
Иртән торғас та йоҡоңдан
Йылмайып баҡ донъяға.
Тормош матур, донъя йәмле!
Аңлай сабый бала ла.
Ниндәй ҡитғала булһаң да,
Бер ҡояш, бер үк һауа.
Үҙ илеңдәге һауаға
Етмәй бер ниндәй дауа.
Ямғыры, ҡары ла яҡын,
Һалҡыны, эҫеһе лә.
Тәбиғәттең һәр миҙгелен
Яратмай һуң кем генә?!
Йондоҙҙар ҙа сағыуыраҡ
Яналар үҙ илеңдә!
Сәскәләр ҙә матурыраҡ
Үҫәләр тыуған ерҙә!
Эсәр һыуҙары ла татлы,
Тыуып үҫкән яҡтарҙың!
Тауҙарында ҡара алтын,
Баҡыр ятҡылыҡтары.
Был ерҙә беҙ ҡунаҡ ҡына,
Һис ҡасан онотмайыҡ!
Хоҙай биргән хазинаны
Ғүмерлеккә һаҡлайыҡ!
Башҡортостанымдың ерен
Сит-яттарға һатмайыҡ!
САМАЛЫ ЙӘЙ
Һиҙелмәйҙә үтеп китә
Йәйҙең йәмле айҙары.
Еләк-емештәр йыяйыҡ,
Кәрәк булыр һуңғары.
Беләйек йәйҙең ҡәҙерен,
Көтәбеҙ бит йыл буйы.
Көтә тауҙар, көтә диңгеҙ,
Көтә беҙҙе һыу буйы.
Йәйҙең һәр көнө һанаулы,
Үткәрәйек файҙалы.
Ял итергә онотмайыҡ,
Самалы бит айҙары.
Һәр нәмәнең үҙ самаһы,
Елдәй үтә айҙары.
Өлгөрөп ҡалырға кәрәк
Тойоп барлыҡ наҙҙарын.
Нәүфилә Юлбарисова.