Йәш салауаттарҙы ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин ҡотланы.
- Балалар - тормош ҡото, йәшәү мәғәнәһе. Уларҙың шат тауышы, көлөүе бөтә донъяға нур тарата. Сабыйҙарға бәхетле бала саҡ, һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө, ә өлкәндәргә балаларға ныҡлы терәк булыр өсөн көс һәм тәрән аҡыл теләйем, - тине ул.
Иртәнге сәғәт 10-да асылған спорт майҙансығында ҡаланың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың тренерҙары йыйылыусыларҙы үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Волейболсылар, боксерҙар, каратистар һәм башҡа күп кенә спортсылар оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, уңыш тарихтары менән уртаҡлашты.
Байрам концертын Сәнғәт үҙәге педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре әҙерләгәйне.
Йөҙҙәренән нур балҡып, күҙҙәренән осҡон сәсеп торған дуҫтар һәм класташтар Илья Крутиков менән Эмиль Шәмсетдинов тәүге рәттәрҙән урын алып килеп ултырҙы.
Малайҙар ҙур ҡала байрамына 22-се мәктәп лагеры менән килгән.
- Паркты иңенән буйына урап сыҡтым, - тип һөйләй Илья. Бөтә ярыштарҙа һәм уйындарҙа ҡатнаштым, ҡыҫҡаһы, бөтә ергә өлгөрҙөм. Бында бик күңелле. Байрам шәп уҙа.
- Мин дә бөтә майҙансыҡтарҙа булдым, - тип һүҙгә ҡушыла Эмиль. - Дуҫтарыбыҙ менән хәйриә фондының тәмле кекстары һәм еләкле эсемлек менән һыйландыҡ. Бер аҙ ял итеп алғас, концерт ҡарарға килдек.
Музыкаль программаны «Дуҫлыҡ.ru» балалар өлгөлө хореография мәктәбенең йәш артистары «Беҙҙең өҫтә ҡояш балҡый» бейеүе менән асты. «Best» вокал ансамбле солистары салауаттарға «Мөғжизәгә ышанабыҙ» йырын бүләк итте. Һуңынан сәхнәгә «Баланҡай» өлгөлө коллектив артистары, «Импульс» хореография ансамбле бейеүселәре сыҡты. 18-се мәктәп уҡыусыһы, Сәнғәт үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Лилиә Черноволдың йырҙарын тамашасы йылы ҡабул итте. Концерт аҙағында «Йәйғорҙан юғарыраҡ» хореография ансамбле бейеүселәре «Минең Рәсәйем» флешмобын үткәрҙе. Майҙансыҡтарҙа һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөл таба
алды.
Спорт йәрминкәһендә ГТО нормативтарын да тапшырырға мөмкин ине. Ҡатнашыусылар араһында - Бәшировтар ғаиләһе.
- Спорт идаралығында эшләйем, шул иҫәптә ГТО нормативтарын үҙем ҡабул итәм. Ғүмер буйы спорттамын - элек еңел атлетика менән шөғөлләндем һәм Башҡортостан призеры булдым, - тип һөйләй Илдар Бәширов. -Хәҙер балалар ҙа спортты ярата - таэквондо менән шөғөлләнделәр.
Эвелина менән Эрик - игеҙәктәр, әммә мауығыуҙары төрлө.
- Мин футбол менән шөғөлләнергә хыялланам, ниндәй командала уйнауым мөһим түгел, ҡатын-ҡыҙҙар командаһымы ул, ир-егеттәрҙекеме. Әлегә малайҙар менән көн һайын ихатала туп ҡыуабыҙ, - тип уртаҡлашты Эвелина.
- Көн һайын велосипедта йөрөргә яратам. Яҡын дуҫым менән бөтә Салауатты, хатта Өфөнөң яртыһын урап сыҡтыҡ! Беҙ унда 2021 йылда күстек, әммә Салауатҡа каникулға йыш ҡайтабыҙ, - тип өҫтәй уның ҡустыһы Эрик.
Әйткәндәй, паркта ул көндө маунтинбайк буйынса ҡаланың асыҡ беренселеге лә үтте.
«Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге алдындағы майҙансыҡта йыл да үткәрелгән Буяуҙар фестивален балалар үтә лә көтөп ала. Быйыл да бында күпләп йыйылғайнылар. Иптәшкә ата-әсәләре лә килгәйне. Фестиваль башланғансы уҡ балалар шатланышып һары, зәңгәр, йәшел һәм башҡа күп кенә буяуҙарға буялды. Аҡ футболкалар ғына түгел, ә аяҡ-ҡулдар, йөҙ-биттәр ҙә яңы төҫтәргә мансылды. Һуңынан йыйылыусылар буяуҙарҙы
һауаға ырғытты һәм бөтә тирә-яҡ йәйғор төҫтәренә күмелде. Бала саҡ байрамы уңышлы үтте. Ул йәйге каникулдарға яҡшы старт бирҙе.
Ольга ИСАКОВА, Алена БИЗИКИНА фотолары.