Уның исеме бөтә Салауат кешеһенә таныш, тип әйтһәк тә һис хата булмаҫ. Таис Ғөбәй улы фашист илбаҫарҙарынан илебеҙҙе яҡлай, ә тыныс ваҡытта ҡалабыҙҙы тергеҙә. Тыуған көнөндә ветеран Рәсәй Президентынан, республика башлығынан, ҡала Советынан, ҡала хакимиәтенән һәм башҡа бик күптәрҙән ҡотлауҙар ҡабул итте. Ул Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаһына - генерал-майор Шайморатов орденына лайыҡ булды.
- Хөрмәтле Таис Ғөбәй улы! Һеҙҙең батырлығығыҙ һәм Ватаныбыҙҙы һаҡлауығыҙ быуындарҙың хәтерендә мәңгегә ҡаласаҡ. Бөтә тормошоғоҙ ҡалабыҙ һәм илебеҙ тарихы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Салауаттың үҫешенә көсөгөҙҙө йәлләмәй һалғанһығыҙ. Һәр көн һеҙгә бәхет килтерһен, яҡындарығыҙ иғтибарына һәм ихтирамына сорналып йәшәгеҙ, - тигән теләктәр еткерҙе ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин награданы тапшырып.
Ҡунаҡтар таралышҡандан һуң беҙ ветерандан бер аҙ тормош юлы тураһында һөйләүен һораныҡ.
Таис Колышев 1925 йылдың 12 майында Ырымбур өлкәһенең Рычковка ауылында өс балалы ғаиләлә тыуған. Ауыр аслыҡ йылдарында өлкән ағаһы вафат була.
- Һыу үткәргестәр ҙә, ут та юҡ ине. Ябай кәрәсин лампаһын ҡулландыҡ. Кәрәсинде 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан ҡаланан алып киләләр. Кемдәр бара, шуға заказ биреп ебәрәбеҙ. Йүнле кейем-һалым да булманы, нимә бар, шуның менән йөрөнөк. Ҡар иреү менән йомран тоторға сығып китәбеҙ, тиреһен һатып, аҡсаһына дәреслектәр һәм дәфтәрҙәр алабыҙ, - тип хәтергә төшөрә ул йылдарҙы йөҙйәшәр.
Бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Таис Ғөбәй улы ете класты тамамлай ала. Ул ваҡытта был яҡшы белем тип һаналған. Артабан колхоздағы эшкә егелә.
- Ул саҡта колхозда эш хаҡы түләнмәне, эш көндәрен теркәп баралар, иген йәки бойҙай менән иҫәпләшәләр. Уны ауыл тирмәнендә тарттырып алабыҙ. Комбайндар юҡ, эш бик ауыр булды. Иген таҙа булһын өсөн ҡат-ҡат таҙатырға тура килер ине, - тип иҫкә ала аҡһаҡал.
1943 йылдың башында йәш яугирҙар курсын үткән егетте Силәбе өлкәһе Сыбаркүл станцияһында урынлашҡан часҡа ебәрәләр. Унда ул топографҡа уҡып сыға. Көҙөн иһә сержант дәрәжәһендә Сталинградҡа ебәрәләр, унда баш командование резервының 381-се пушка-артиллерия полкы ойошторолған була. Егетте топографик разведка бүлеге командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Днепр, Ингулец, Көньяҡ һәм Төньяҡ Буг, Дунай йылғаларын һуғышып аша сыға. Украинаны, Молдовияны, Румынияны, Болгарияны, Югославияны, Венгрияны, Австрияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе Германияла ҡаршы ала. Таис Колышев «Батырлыҡ өсөн», «Белградты азат иткән өсөн» миҙалдары, Баш командующийҙың рәхмәт хаты, Ватан һуғышы ордены һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән.
Һуғыш тамамланғандан һуң Германияла Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә Топографик разведка батареяһы старшинаһы вазифаһында хеҙмәтен дауам итә. 1951 йылдың майында демобилизациялана. Хеҙмәтен тамамлағандан һуң башта Ырымбур өлкәһенең Павловск, һуңынан Шарлыҡ район башҡарма комитеттарында өлкән район ер төҙөлөшө белгесе вазифаһына инә.
60-сы йылдар башында ғаилә йәш Салауат ҡалаһына күсенә. Тәүҙә ул архитектура бүлегендә топограф, һуңынан геодезия хеҙмәте начальнигы, баш архитектор урынбаҫары була, тора-бара уға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы менән етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар. “Роскоммунзапчасть” предприятиеһының директоры итеп тә тәғәйенләнә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ерҙә һүҙе үтә, янып, бөтә көсөн һалып башҡара ул хеҙмәтен. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн уға “БАССР-ҙың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре” маҡтаулы исеме бирелә.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Таис Ғөбәй улы ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуын дауам итә: ҡаланың ветерандар советы рәйесе урынбаҫары, Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе итеп һайлана. 2005 йылда уға «Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы»исеме бирелә, “Йыл кешеһе - 2015” премияһы лауреаты була.
Ҡатыны Валентина Григорьевна менән 66 йыл бергә ғүмер кисергәндәр, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән улдары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат булған. Ветерандың дүрт ейән-ейәнсәре, дүрт бүлә-бүләсәре бар.
- Беҙ 1951 йылдың 4 авгусында өйләнештек. Хәтеремдә, беҙгә дүрт ҡырлы стакан һәм ике ҡаҙ бүләк иттеләр. Никах балдаҡтары алырға ла форсат булманы, әммә йылдар үткәс, ҡатыныма алтындар бүләк итеп, уны һөйөндөрә алдым. Кәләшем бирнә һалып килтергән таҡта сумаҙанды һаман да ҡәҙерләп һаҡлайым. Ҡатынымды яраттым, аҡ брезент туфлиҙарын көн һайын теш пастаһы менән таҙартып ҡуя инем. Һуғыштан һуңғы осорҙағы ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, бер-беребеҙгә терәк булып, никахыбыҙҙы бәхетле итә алдыҡ, - ти ул алыҫ йылдарға байҡау яһап Таис Колышев.
- Байтаҡ һынауҙарҙы үҙ иңендә күтәргән, күпте кисергән олатайыбыҙҙың яныбыҙҙа булыуы менән бәхетлебеҙ. Ул беҙҙең барыбыҙ өсөн дә өлгө. Ҡәҙерлебеҙҙе яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ. Оло йәштә булғанға, хафаланабыҙ, әлбиттә. Оҙағыраҡ шылтыратмай торһа, күңел урынында түгел. Ҡалалағы күп нимә уның башланғысы менән эшләнде. Шуларҙың береһе - “Еңеү этаптары” мемориал комплексында һалынған Ваҡыт капсулаһы. Олатайым Еңеүҙең 100 йыллығына уны минең улымдың асыуын теләне, - ти Таис Колышевтың ейәнсәре Валентина Дьякова.
- Әсәйем педагогтарға хас талапсан, ә атайым йомшаҡ, изге күңелле һәм сабыр булды. Улар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, татыулыҡта йәшәне, бөтә эште бергә башҡарҙы. Әсәйебеҙҙең вафатын ул бик ауыр кисерҙе. Атайым беҙҙе кешеләрҙең ҡылған изгелектәрен бер ваҡытта ла онотмағыҙ, яҡшылыҡ эшләһәгеҙ, ул һуңынан үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайта, тип өйрәтә. Атайым һәр беребеҙҙең тормошо менән ҡыҙыҡһына, туғандарҙың бергә йыйылыуын ярата, - тип өҫтәй ветерандың ҡыҙы Ольга Кузнецова.