газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Апрель 2025, 09:45

Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!

Бәхет  Вәхитовтарға йылмайҙы! «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто һәр матбуғат кампанияһы осоронда республика һәм район баҫмаларына яҙылыусылар араһында шәп приздар уйната. Был юлы бәхет Япарһаҙ ауылында ғүмер кисергән Рауил Хабрахман улы менән Мәнсүрә Әхмәтулла ҡыҙы Вәхитовтарға йылмайҙы.

Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!
Гәзиткә яҙыл һәм бүләк от!

Өлкән йәштәгеләр менән осрашып, һөйләшеп ултырыу үҙе бер матур мәл инде. Шаян, йор һүҙле Вәхитовтарҙың ғүмер юлы тураһында тотош бер китап яҙырлыҡ. Хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡлы Рауил Хабрахман улы менән Мәнсүрә Әхмәтулла ҡыҙы шатлығын да, ҡайғыһын да бергә уртаҡлашып, 52 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәйҙәр. Биш балаға ғүмер бүләк итеп, уларға лайыҡлы тәрбиә биргәндәр, һөнәр алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар.

Хужабикә оҙаҡ йылдар Матрай ауылында гәзит таратыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан.

– Үҙем почтальонка булғас, элек-электән бик күп гәзит-журналдарға яҙылдым. Мәҫәлән, «Йәшлек» гәзитен 16 йәшемдән уҡый башланым, хәҙер миңә 78 йәш һәм һаман да ул иң яратҡан баҫмаларымдың береһе, – тип матур хәтирәләре менән бүлеште инәй. Ә йорт хужаһы күп йылдар «Башҡорт» совхозында комбайнсы, тракторист, механизатор булып эшләгән.

– Үҙебеҙҙең район гәзитенә, башҡа төрлө башҡорт гәзиттәренә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Оҙаҡламай 85-ем тула, күҙлекһеҙ «шытырлатып» бер тында уҡып сығам, хатта етмәй ҙә ҡала әле. Бына хәҙер декада бара, тағы ла яратҡан баҫмаларыбыҙға яҙылабыҙ инде, – тип ихлас ҡушылды олатай.

Ауылдың иң оло аҡһаҡалы менән ағинәйе беренсе ярты йыллыҡта яратҡан баҫмаларына яҙылып квитанцияны Өфөгә, тейешле адресҡа ебәргән.

  • БСТ каналында тура эфирҙа барған отошта ҡатнашып бүләк оттоғоҙ бит!  Үәт, исмаһам, шәп приз – һыуытҡыс лары, тигән ҡыуаныслы хәбәр алғас улар ышанмайыраҡ та торғандар.
  • Еңеүселәр араһында булыуыбыҙға бик шатбыҙ, ҡыуанып тотонорға насип булһын. Һеҙгә бүләк өсөн рәхмәт! Был беҙҙең өсөн ысын сюрприз булды. Тираждарығыҙҙың артыуын һәм район гәзитенең һәр ваҡыт йәшәүен теләйбеҙ. Эш, әлбиттә, бүләктә генә тормай, иң мөһиме, гәзит биттәрендә Башҡортостан, район тормошо һүрәтләнә, районыбыҙҙағы хәл-ваҡиғалар тураһында халыҡҡа еткерелә. Һәр ваҡыт тик яҡшы яңылыҡтар килеп торһон, иң мөһиме күктәребеҙ аяҙ, илдәребеҙ тыныс булһын, Алла бирһә, – тип изге теләктәрен юлланы Вәхитовтар.

Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа Рауил Хабрахман улы менән Мәнсүрә Әхмәтулла ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер хөрмәтендә тағы ла оҙоҡ йылдар йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Тормош, йәшәйешебеҙҙә ниндәй генә үҙгәрештәр булып, ниндәй генә ҡатмарлыҡтар осрамаһын, ваҡыт менән һыналған бәйләнеш өҙөлмәҫ, дуҫтарыбыҙ һаны кәмемәҫ тип ышанабыҙ. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, гәзит биттәрендә һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт биреп, район тормошон яҡтыртып торорбоҙ.

Сығанаҡ: "Ауыл уттары" гәзите

Автор:Айсылу Тулябаева.

Автор:
Читайте нас