ауыҡтырғыс уйындан тыш, йәш ҡунаҡтарҙы Салауат кондитеры Виктория Фәйезованан оҫталыҡ дәресе лә көтә ине.
Осрашыу йылы мөхиттә үтте, һәр ҡатнашыусы үҙенең һәләтен күрһәтергә һәм ваҡытын күңелле үткәрергә тырышты.
Андрей Николаев әйтеүенсә, был юҫыҡта уның тәүге тәжрибәһе.
- Ошондай осрашыуҙар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға йәмғиәттә үҙҙәрен кәрәкле итеп тойорға ярҙам итә. Балаларҙың йылмайыуын күреү минең өсөн бик мөһим, сөнки тап шундай мәлдәрҙә улар ауырлыҡтарҙы онота, киләсәккә ышанысы арта, - тип уртаҡлаша байрамды ойоштороусы.
Андрей Николаев, ысын мәғәнәһендә, рух ныҡлығы өлгөһө булып тора. Уның уңыш тарихы күптәрҙе кәртәләрҙе еңеп сығырға һәм ҡуйылған маҡсаттарға ҡыйыу ирешергә көс бирә.
Виктория Фәйезова оҫталыҡ дәресен тәүгә үткәреүен, шуға ла бер аҙ тулҡынланыуын белдерҙе. Тик балаларҙың ихлас күңелдән эшкә тотоноуы, йөҙҙәренән нур балҡыуы, ихлас аралашыуы шик-шөбһәгә урын ҡалдырманы. Кондитер йәш кулинарҙарға татлы десерт әҙерләргә өйрәтте. Шоколад онтоҡтарынан, кремдан һәм банандан эшләнгән тәмлекәс телде йоторлоҡ килеп сыҡты.
Десерттарҙы матур ҡумталарға һалып, бант менән биҙәп ҡуйғас, ул ысын бүләк төҫөн алды. Балалар уны өйгә алып ҡайтырғамы, әллә шунда уҡ тәмләп ҡарарғамы икәнлеген үҙҙәре хәл итте. Күңел йылыһы һалып эшләнгән бүләкте кемдер әсәһенә, өләсәһенә, ҡайһы берәүҙәре апайҙарына бирәсәген әйтте.
Аш-һыу әҙерләү дәресенән һуң ҡатнашыусылар виртуаль ысынбарлыҡ залына юлланды, унда уларҙы мажараларға тулы ҙур уйын көтә ине.
Байрамдан һуң балалар һәм уларҙың ата-әсәләре тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Барыһы ла бик оҡшаны, оҫталыҡ дәресе айырыуса. Десерт тәмле килеп сыҡты. Уны әсәйемә һәм апайыма бүләк итәсәкмен, - ти 25-се башҡорт гимназияһының 6-сы класс уҡыусыһы
Нәимә Уразова.
- Ҡыҙым күп уҡырға ярата, яңы нимәләр белергә ынтыла. Ул үтә үҙ аллы бала, шуға десертты ла баштан алып аҙағына тиклем үҙе эшләне. Уның ныҡышмалылығы менән ғорурланам. Белем алыуға
булған көслө ынтылышы ҡыҙымды күп нимәгә ирештерер, тип ышанам, - тип ғорурлыҡ менән һөйләй ҡыҙҙың әсәһе Анна Уразова. - Байрамды ойоштороусыларға рәхмәт.
Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә бик шат.
Дауыт Йәнбирҙингә десертты әҙерләшергә әсәһе ярҙам иткән. Улар бындай сарала тәүгә ҡатнаша.
- Бөгөнгө осрашыу шул тиклем матур, йылы мөхиттә уҙҙы. Балалар бер-береһе менән аралашты, күңел асты. Виртуаль уйын улыма онотолмаҫлыҡ хис-тойғолар бүләк итте. Десерт
әҙерләгәндә ул үҙен ысын кондитер итеп тойҙо, бигерәк тә уны төҫлө бөртөксөктәр менән биҙәү оҡшаны, - ти Гөлсәсәк Йәнбирҙина.
Дауыт иһә тәмлекәсте әсәһенә бүләк итәсәген белдерҙе. Саранан барыһы ла Андрей Николаевҡа рәхмәт әйтеп таралышты.