газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ғинуар 2025, 22:40

Ҡыштың бер хозурлығы: боҙҙағы вальс

Һырғалаҡта конькиҙа шыуыусыларҙы ситтән ҡарап торһаң, үҙе бер тамаша. Улар көҙгө кеүек ялтырап ятҡан боҙҙа төрлө хәрәкәтәр яһап алға ынтыла. Әйтерһең, бына-бына осоп китә. Улар менән бер рәттән коньки шыуыу серҙәренә яңы төшөнә башлаған, бер-ике аҙым атлап өлгөрмәй йығылып киткән кешеләр ҙә бар. Уларының, йығылған хәлдә лә, ауыҙҙары йырыҡ, тороп ҡағыналар ҙа артабан китәләр. Һырғалаҡта айырыуса бер йылы мөхит тантана итә, кемдер парлашып бер-береһе менән һөйләшә-һөйләшә яйлап шыуа, бәғзеләре ел ҡыуып етмәҫлек тиҙлек менән елдерә.

Ҡыштың бер хозурлығы: боҙҙағы вальс
Ҡыштың бер хозурлығы: боҙҙағы вальс

Һырғалаҡҡа йөрөү һуңғы йылдарҙа модаға инеп китте. Унда кәйеф күтәреү өсөн генә бармайҙар, һаулыҡ өсөн дә файҙаһы ифрат ҙур. Быйыл беҙҙең ҡалала һырғалаҡтарҙың һаны бихисап. Уларҙың ҡайҙа, нисек эшләүе менән танышыр, шыуыусыларҙың фекерҙәрен белер өсөн бәләкәй “сәйәхәт”кә юлландыҡ, һырғалаҡҡа уларҙан да яҡшыраҡ баһа биреүсе табылмаҫ.
Минең менән бергә улдарым да барырға ҡарар итте. Конькиҙа йөрөй белмәгәндә эш юҡ, кесеһе ҡалала һырғалаҡ асылғандың тәүге көндәренән үк барыбыҙҙы ла унда барырға өгөтләй башланы. Ваҡыт етмәүгә һылтанып ҡалыу хәйләһе барып сыҡманы - улым үҙенекен һүҙ итә торған кеше. Шулай декабрь аҙаҡтарында күмәкләп үҙәк урамдарҙың береһендә урынлашҡан һырғалаҡҡа юлландыҡ. Аяҡ үлсәме ҙур булыу сәбәпле, иптәшем менән оло улыма кәрәкле конькиҙарҙың бушағанын ярайһы ғына көтөргә тура килде. Бәләкәсе боҙға юлланды. Ә мин ул көндө күҙәтеүсе ролен ғына үтәнем.
Улым боҙға сығып та өлгөрмәне, туп шикелле тәгәрәп тә китте. Сысҡанға - үлем, бесәйгә көлкө, тигәндәй, һырғалаҡтың көслө ҡар яуғандан һуң таҙартылмауы беҙҙең файҙаға ғына булды. Ҡағынып-һуғынып бер аҙ алға барырға маташтырҙы ла, ситтә өйөлөп ятҡан ҡар өйөмөн ҡосоуҙы кәрәк тип тапты. Ней яңы конькиға баҫҡандар өсөн махсус яйланмаһы буш түгел. Уныһы ҙур майҙанға берәү генә. Көтә торғас, килеп етте ул беҙгә. Уныһына тотоноп бер аҙ йөрөгәс, ситтәрәк ҡуйылған эскәймәгә ял итергә юлланды. Ә бына оло улымды һырғалаҡтың өҫтөн ҡаплаған апаруҡ ҡар ҡатламы ла, төрлө тигеҙһеҙлектәр ҙә ҡурҡытманы. Быға биш йәшенән хоккей менән мауығыуы булышлыҡ иткәндер. Тимәк, күнекмәләр ваҡытында алған оҫталығы әле булһа онотолмаған. Иптәшем иһә бөтә малайҙар кеүек үк, ихата хоккейы уйнап үҫкән быуындан. Шуға ул да конькиҙа сағыштырмаса ышаныслы йөрөй. Тик боҙға сыға торған ишекте асыу менән тәкмәсләп барып ятты. Бында инде, көлкөгә урын ҡалманы. Баҡтиһәң, ҡар аҫтында бордюр йәшеренеп ятҡан икән, шуға эләккән. Ярай әле йәрәхәт алманы. 45-те арҡалаған иптәшем, бер нисә түңәрәк яһап килеү менән аяҡтары ауыртыуға зарланып, ял итергә ултырҙы. Шулай булыр ҙа, сөнки боҙға бик һирәк сығыла - йә йылына, йә ике йылға бер. Өйрәнелмәгәнлектән аяҡҡа көс төшә. Оло улым ҡустыһын етәкләп тә, теге яйланмала ла конькиҙа нисек дөрөҫ шыуырға өйрәтеп маташты. Атаһы ла үҙ кәңәштәрен биргеләне.

Сағыштырыу өсөн һуңынан тағы берәй һырғалаҡҡа барып килербеҙ тигән уй менән был урынды ҡалдырып, ҡайтыу яғына юлландыҡ. 

Каникулдарҙан һуң йәнә “сәйәхәт” башланды. Быйыл иң ҙур һырғалаҡ “Төҙөүсе” стадионында яһалған - майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу. Яңы һырғалаҡта йөрөп ҡарамау яҙыҡ булыр тип, тәүҙә шунда барырға ҡарар иттек. Бында инде иң шатланғаны кесе улым булғандыр - боҙ шыма, таҙартылған, өр-яңы коньки тотторҙолар үҙенә, яйланмалары ла теҙелеп тора. Сеансы тамамланғандан һуң улым бында тағы килергә теләге булыуын белдерҙе. Олоһо тураһында яҙып та тормайым, һырғалаҡтың периметры буйлап әллә нисәмә тапҡыр ураны, ниндәйҙер трюктар ҙа
яһап маташты.
- Бында һырғалаҡ төҙөү уйы менән күптән яна инек. Ниһайәт, быйыл быға ирешелде. 30 декабрҙә асылдыҡ. Байрам мөхите булдырыу өсөн шыршы, уйынсыҡтар, гирляндалар алдыҡ. 1 ғинуарҙан кешеләр күпләп килә башланы. Сисенеп-кейенеү өсөн йылы бина бар, конькиҙар һәр ваҡыт киптерелә, боҙ ҡарҙан таҙартылып тора. Һырғалаҡты, бер нигә ҡарамайынса, мөмкин тиклем оҙағыраҡ
һаҡларға тырышасаҡбыҙ. Дөрөҫ, был өлкәлә тәжрибә аҙ булыу сәбәпле, тәүҙә аңлашылмаусанлыҡтар ҙа тыуҙы. Әйтәйек, бәләкәй үлсәмле конькиҙар етешмәне, кешеләр быға зарланды. Киләсәктә бөтә тәҡдимдәрҙе иҫәпкә аласаҡбыҙ, - тип һөйләй “Салауат” спорт мәктәбе директоры Павел Федонин.
Ҙур популярлыҡ менән файҙаланған һырғалаҡтарҙың береһе музыка колледжы янында урынлашҡан. Ул беҙҙең ҡалала 2017 йылдан алып эшләй. Беҙ көндөҙгө сәғәттәрҙә барғанға күрә кеше юҡ ине. Бында эштең нисек ойошторолоуы хаҡында һырғалаҡтың идарасыһы Андрей Гусев һөйләне.
- Беҙ 20 декабрҙә асылдыҡ. Көнөнә 100-ҙән ашыу кешене ҡабул иттек, үҙ конькиҙары менән килеүселәрҙе иҫәпкә алмайынса әле. Клиенттар өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырырға тырышабыҙ - боҙ өҫтө һәр ваҡыт контролдә тотола, тигеҙһеҙлектәр бөтөрөлә. Майҙансыҡты техника һәм ҡул менән дә таҙартабыҙ, - ти ул.
Беҙ һөйләшкән арала кеше юҡта рәхәтләнеп ял итергә тип Сергей менән Эльза килеп етте.
- Беҙ - был һырғалаҡтың даими клиенттары. Бында бик оҡшай, хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә ойошторолған. Өшөһәң, йылы бинаға кереп ҡайнар сәй йә ҡәһүә эсергә була. Иң мөһиме, бәҙрәф бар. Башҡа һырғалаҡтарҙа был һирәк күренеш, - тип уртаҡлашты улар.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, был айырым хоккей корты булған берҙән-бер һырғалаҡ. Коньки арендалаған өсөн хаҡты терминал һәм QRкод аша ла түләргә мөмкин.
Улар артынан Гөлнара, Айнагөл, Әминә исемле ҡыҙҙар килеп керҙе. Әткәндәй, Айнагөл менән Әминә Волгоградтан ҡунаҡҡа килгән, ә Гөлнара күптән түгел боҙ һарайында фигуралы шыуыу
менән шөғөлләнә башлаған.
- Байрам көндәрендә бында үтә йыш йөрөнөк. Бик һәйбәт мөхит тантана итә, барыһы ла яҡшы, - ти ҡыҙҙар.
Былтыр ошо һырғалаҡтың тағы бер нөктәһе Бекетов урамы һәм С.Юлаев бульвары киҫелешендә асылған.
Беҙгә “Сәнәғәт һыу каналы” биләмәһендә урынлашҡан үҙенсәлекле һырғалаҡта ла булырға тура килде. Иң баштан уҡ ҡаланан ситтә урынлашҡан һырғалаҡ бөтәһе өсөнмө, әллә үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә генәме, түләүлеме-түгелме икән тигән һорауҙар тыуҙы. Уларға яуапты “Сәнәғәт һыу каналы” йәмғиәтенең производство-килешеү бүлеге начальнигы Сергей Кремер бирҙе:
- Юбилейлы йыл алдынан беҙ беренсе тапҡыр һырғалаҡ төҙөргә булдыҡ. Быйыл беҙгә 70 йыл тула, шуға үҙебеҙ, эшмәкәрлегебеҙ тураһында һөйләргә ҡарар иттек. Һырғалаҡ барыһы өсөн дә асыҡ, бушлай, тик прокатка коньки юҡ, үҙегеҙҙеке менән килергә кәрәк. 26 декабрҙә тантаналы асылдыҡ. Кәйефте күтәреү, Яңы йыл мөхите булдырыу өсөн уртаға төп ҡунаҡ - шыршы ултырттыҡ, тирә-яҡты гирляндалар менән ураттыҡ. Беҙгә хатта хоккейсылар ҙа шөғөлләнергә килә. Күптәрҙе ҡаланан ситтә булыу ҙа ҡурҡытмай уларҙы сифатлы боҙ ылыҡтыра. Был өлкәлә тәжрибәбеҙ артыҡ булмаһа ла, боҙҙо һәр саҡ идеаль тәртиптә тоторға тырышабыҙ, соҡорҙар булмаһын өсөн боҙҙо тигеҙләп торабыҙ.
Кейем алыштырыу өсөн йылы бина бар, өҫтәлгә сәй, ҡайнар һыу, шәкәр ҡуйылған. Барыһы ла бушлай, предприятие иҫәбенә. Тышта бәҙрәф урынлаштырылған.
Һырғалаҡ борттарының эс яғы ойошманың барлыҡҡа килеүе, үҫешеүе, эшмәкәрлеге, ветерандары, хеҙмәткәрҙәре төшөрөлгән баннерҙар менән уратылыуы шунда уҡ күҙгә бәрелеп тора. Уны йәмғиәттең хеҙмәткәре төшөргән. Танылған рәссам, әйтерһең.
Был һырғалаҡ Фәйзуллиндар ғаиләһенең яратҡан ял итеү урынына әйләнгән.
- Яңы йылға тиклем киске ваҡытта Стәрлетамаҡтан ҡайтып килгәндә матур итеп төрлө төҫтәге уттар балҡыған һырғалаҡ күҙгә салынды. Кереп һорашҡас, уның һәр кем өсөн асыҡ булыуы беленде. Бында бөтә нимә уйлап, еренә еткереп башҡарылған. Бик оҡшай, тик яҡшы, ыңғай тәьҫораттар, - тип уртаҡлаша улар.
Әйтергә кәрәк, уларҙың кесе улдары “Юрматы” клубында шөғөлләнә. Бергә килеп, ғаилә менән хоккей ҙа уйнайҙар икән.
“Көнкүреш йорто” артындағы һырғалаҡ та кеше иң күп йөрөгән урындарҙың береһе һанала.

Йәмилевтар ғаиләһе һырғалаҡ янындағы йортта йәшәй, шуға уларға өйҙәренән йыраҡ китмәйенсә ошонда килеү отошлораҡ.
- Беҙ бында бөтә ғаиләбеҙ: ҡатыным Сафия, ҡыҙыбыҙ Афина, улыбыҙ Арыҫлан менән килдек. Нисәмә йылдар ошонда йөрөйбөҙ. Улым быйыл конькиға беренсегә баҫты. Тәүҙәрәк ауырыраҡ булһа ла, хәҙер өйрәнә башланы. Боҙ яҡшы, таҙартып торалар. Элекке йылдарҙа шарттар насарыраҡ ине, хәҙер күҙгә күренеп яҡшырҙы, хаҡтары ла тешләшмәй, - ти ғаилә башлығы Фәнис.
- Бәләкәйме ул, ҙурмы, ҡалалағы бөтә һырғалаҡтар ҙа ҡала халҡында ҙур һорау менән файҙалана. Эйе, тотороҡһоҙ һауа шарттары беҙгә ҡайһы ваҡыт боҙҙо яҡшы торошта тоторға мөмкинлек бирмәйҙер. Әммә клиенттарыбыҙ өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. 1 меңдән ашыу кешене ҡабул иттек тә инде. Үҙ конькиҙары булғандар иртәнән кискә тиклем йөрөй
ала, ваҡыт сикләнмәгән. Боҙҙо һауа шарттарына ҡарап яңыртабыҙ, ә таҙартыу көн һайын башҡарыла. Һырғалаҡтың уртаһы техника менән алынһа, ситтәрендәге ҡарҙы ҡул көсө менән ырғыталар. Ҡайһы берәүҙәр һырғалаҡты идеаль торошта тотоу үтә ауыр һәм ҡатмарлы эш булыуын аңламай. Етмәһә, беҙҙә майҙан да апаруҡ - 1 мең квадрат метрҙан ашыу, - тип һөйләй һырғалаҡ хужаһы
Мария Мамедова.
Уның һүҙҙәре буйынса, ҡайһы берәүҙәр инвентарҙарға һаҡсыл ҡарашта түгел. Әйтәйек, яйланмаларҙы емерәләр, конькиҙарҙың тейешле үлсәмдәгеһен алмау уларҙың бик тиҙ эшлектән сығыуына килтерә. Ә уларҙы тергеҙеү йәки яңыларын алыу өҫтәмә сығымдар талап итә.Бында ҡайнар сәй, йә булмаһа ҡәһүә юҡ, әммә эргәләге кибеттә барыһы ла бар, хатта хот-дог, гамбургерҙар менән
дә һыйланырға мөмкин. Әлеге һырғалаҡта терминал юҡ, QRкод аша ла түләп булмай, тик ҡулаҡса менән. Уның ҡарауы, хаҡы түбәнерәк.
Бына ошолай тамамланды сәфәребеҙ. Ҡалала һырғалаҡтарҙың күп булыуы яҡшы күренеш, һәр кем ниндәйен һайларға үҙе хәл итә.

Ҡыштың бер хозурлығы: боҙҙағы вальс
Ҡыштың бер хозурлығы: боҙҙағы вальс
Ҡыштың бер хозурлығы: боҙҙағы вальс
Ҡыштың бер хозурлығы: боҙҙағы вальс
Ҡыштың бер хозурлығы: боҙҙағы вальс
Ҡыштың бер хозурлығы: боҙҙағы вальс
Ҡыштың бер хозурлығы: боҙҙағы вальс
Ҡыштың бер хозурлығы: боҙҙағы вальс
Автор: Дина Галеева
Читайте нас