газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ғинуар 2025, 11:00

Бәхетең менән үҫ, бәләкәс!

Ҡалала Яңы йылдың тәүге көндәрендә, 2 ғинуарҙа, 00.01 сәғәттә тәүгеләрҙән булып ауырлығы 3300 грамм, буйы 51 сантиметрлыҡ малай тыуа. Әсәһе менән улар Салауаттыҡы түгел. Ә бына тәүге Салауат бәпесе 2025 йылда 4 ғинуарҙа 01.25 сәғәттә тыуа.

Бәхетең менән үҫ, бәләкәс!
Бәхетең менән үҫ, бәләкәс!

Иван тип исем ҡушылған малай, әсәһе Людмила Медведеваның һүҙҙәренсә, тәүге минуттарҙан уҡ үҙенең холҡон күрһәтә.
- Шәфҡәт туташы шаяртыуынса, талапсан ир-егет тыуҙы, - тип уртаҡлаша йылмайып бәхетле йәш әсә. - Йөклөлөк яҡшы ғына үтте. Мин үҙем ҡыҙ теләһәм дә, беренсе УЗИ-ла 12-се аҙнала малай буласағын аныҡ әйттеләр. Баланың енесен белгәс тә, исеме Иван буласаҡ тип ҡарар иттек.
Людмила Салауатта тыуып үҫә, ҡала дауаханаһында паллиатив медицина ярҙамы бүлегенең яра бәйләү бүлмәһе шәфҡәт туташы булып эшләй. Иван - уның икенсе балаһы, алты йәшлек ҡыҙы Арина бар.
- Ҡыҙым ҡусты көттө һәм ул тыуғас бик шатланды, - тип һөйләй Людмила.
Бындай Яңы йыл бүләгенә Арина ғына түгел, ә Ивандың атаһы, Медведевтарҙың бөтә туғандары һәм яҡындары шат.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас