Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Май , 16:32

Еңеү өсөн рәхмәт, ветерандар!

Быйыл илебеҙ 79-сы Еңеү яҙын ҡаршылай. Үкенескә күрә, ул шанлы йылдарҙың шаһиты булған ветерандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Шулай ҙа атай-олатайҙарының батырлығы тураһындайылы иҫтәлек һаҡлаусылар байтаҡ. Һәр быуын вәкилендә патриотик рух булыуы шатландыра. Улар ветерандарыбыҙға оло хөрмәт менән ҡарай, яу яланында башын һалғандарҙы онотмай. Түбәндәге яҙмалар ҙа быға дәлил.

Еңеү өсөн рәхмәт, ветерандар!
Еңеү өсөн рәхмәт, ветерандар!

Быйыл илебеҙ 79-сы Еңеү яҙын ҡаршылай. Үкенескә күрә, ул шанлы йылдарҙың шаһиты булған ветерандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Шулай ҙа атай-олатайҙарының батырлығы тураһында
йылы иҫтәлек һаҡлаусылар байтаҡ. Һәр быуын вәкилендә патриотик рух булыуы шатландыра. Улар ветерандарыбыҙға оло хөрмәт менән ҡарай, яу яланында башын һалғандарҙы онотмай. Түбәндәге яҙмалар ҙа быға дәлил.

Һүнмәҫ даны бар
Миллионлаған ҡорбандар, күҙ йәше аша яуланған Бөйөк Еңеү, тыныслыҡ, ил азатлығы өсөн көрәшкән яугирҙарға мәңге бурыслыбыҙ.

Бөгөнгө матур тормошто яулап алыуҙа минең олатайымдың да һүнмәҫ даны бар. Ҡаты һынауҙарҙа сынығып, әсе ил яҙмышын үҙ иңендә татыған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миңлегәрәй Муллағәли улы Муллағолов тураһында булыр хәтерләүҙәрем. Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән яугирҙарҙың береһе ул.
Олатайым Миңлегәрәй Муллағолов Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙыу нөктәләрендә алышҡан. Сталинградта яраланған һәм Сәмәрҡәнд ҡалаһында алты ай госпиталдә дауаланып сыҡҡан.
Һуғышта һәм тылда күрһәткән батырлыҡтары өсөн бик күп орден - миҙалдар менән бүләкләнгән ул.
Һуғыштан ҡайтҡас колхозда эшләгән. Тәүҙә бригадир булған, һуңынан фермала эшләгән, ат ҡараусы ла булған. Пенсияға сыҡҡас та ҡарауылсы булып эшләп йөрөгән.
- Һуғыш хәтерҙән юйылмай. Күргәнгә түҙем бирһен, күрмәгәнгә күрһәтмәһен. Тыныс, матур тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, - ти торғайны яу юлын үткән олатайыбыҙ.
9 Май - ил тарихында сағыу бит. Был көндө беҙ еңеүселәргә хөрмәт күрһәтәбеҙ һәм уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланабыҙ, бәхетле тормош бүләк иткәндәре өсөн уларҙың алдында баш эйәбеҙ. Еңеүҙе яҡынайтҡан, уның өсөн йәнен-тәнен фиҙа ҡылғандар ҙа онотолмаҫҡа тейеш. Хәтер йәшәй икән, тимәк беҙ йәшәйбеҙ.
Лилиә АСҠАРОВА.

 

Беҙ - тыныслыҡ яҡлы

Бик күп ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар алып килгән ҡәһәрле һуғыш минең ғаиләмде лә урап үтмәгән.

Өҫтәлемдә өс томлыҡ «Хәтер китабы» ята. Унда «Ситдиҡов Сәлимгәрәй Хәбибрахман улы. 1907-1944 й. Фронтта хәбәрһеҙ юғалған. Ситдиҡов Бәхтегәрәй Хәбибрахман улы. 1909-1942 й. Фронтта батырҙарса һәләк булған. Ситдиҡов Рәшит Хәбибрахман улы. 1918-1944 й. Фронтта батырҙарса һәләк булған. Ситдиҡов Әхмәтгәрәй Хәбибрахман улы. 1921-1942 й. Фронтта батырҙарса һәләк булған» тигән юлдар бар.
Ишембай районы Һарғай ауылында тыуыпүҫкән олатайым Сәлимгәрәй Хәбибрахман улы Ситдиҡов һәм уның ҡустылары тураһында һағышлы һәм һуңғы иҫтәлек ошо юлдарҙа һаҡлана. Улар ғаиләлә биш малай үҫә. Һуғыш башланғанда иң кесе туғандарына 20 йәш кенә була. Тыуған илебеҙгә фашистар баҫып ингәс, биш туғандың дүртәүһе ҡулына ҡорал алып, яу ҡырына китә. Иң өлкәндәре Хөсәйен бабай ғына тылда ҡала, колхозда эшләй. Шулай дүрт бер туған төрлө ваҡытта һуғышҡа алына. Береһенә лә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмай, уларҙың исемдәре тик «Хәтер китабы»нда.
Олатайым һуғышҡа киткәндә өләсәйем береһенән-береһе бәләкәй биш бала менән тороп ҡала. Иң ололары Ғәҙилә инәйгә - 12, минең атайым Ғәбдрәүефкә 10 йәш булған. Улар һуғыш осорондағы барлыҡ йәш үҫмерҙәр кеүек үк, тылда көс түккән. Һеңлеләре Нәзирә, Хәбирә бик бәләкәй генә булып, аталарын йүнләп иҫләй ҙә алмай ҡалған. Ә бәләкәй ҡустылары Риф атаһын бөтөнләй белмәй, сөнки һуғыш башланғанда уға бер йәш кенә булған.
1944 йылда өләсәйемә хәрби комиссариаттан “Ирегеҙ хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙ килә. Биш бала менән тол ҡалған өләсәйем нисек түҙгәндер инде. Ә уның ҡәйнәһе, әзмәүерҙәй дүрт улын
бер-бер артлы һуғышҡа оҙатып, «үлем хәбәрҙәре» алып торған Шәһәрбаныу ҡарт өләсәй, иң һуңғы улының һәләк булыуын ишеткәс, ҡара ергә ятып илаған, тип һөйләйҙәр.
Һуғыштар бер ҡасан да булмаһын, әсәләрҙең күҙ йәштәре түгелмәһен, балалар етем үҫмәһен ине. Бының өсөн дөйөм уяулыҡ, берҙәмлек талап ителә. Беҙ - тыныслыҡ яҡлы.
Сәүиә БИКМӨХӘМӘТОВА. 25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

 

Батырлыҡтары алдында мең ҡат башым эйәмен

Бөйөк Ватан һуғышында минең атайым менән олатайым да ҡатнашҡан.

Олатайым Бәхтийәр Ибраһимовҡа 1917 йылғы Октябрь революцияһында, 1919 йылда Граждандар, рус-япон һуғыштарында ҡатнашырға тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, олатайым
беренселәрҙән булып фронтҡа китә. Был һуғыш уның өсөн дүртенсеһе була.1942 йылда ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Тыуған яғына ҡайтып бер аҙ һаулығын нығытҡас, хәрби комиссариатҡа барып тағы фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. 1943 йылдың февралендә 45 йәшлек олатайым үҙенең оло улы, минең атайым Гәрәй Ибраһимов менән бер көндө һуғышҡа китәләр. Атайыма ул ваҡытта 18 тулып та өлгөрмәгән була, әммә физик яҡтан хеҙмәт алып барырға әҙер булыуын иҫбатлап, Тыуған илен һаҡларға юллана. Атайым ете балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Олатайым менән атайым фронтҡа киткәс, өләсәйем Ғәфүрә алты бала, әсәйем Кәмилә Шәрифулла ҡыҙы 1 йәшлек улы менән тороп ҡала. Улар һуғыш йылдарындағы бөтә ауырлыҡты үҙ иңдәрендә
күтәрә. Олатайым 1943 йылдың авгусында Орел ҡалаһындағы фронтта дошмандарға ҡаршы һуғышҡанда һәләк була, шунда ерләнә.
Атайым айырым разведчикдесант отрядында төрлө һуғыштарҙа ҡатнаша, етди операцияларҙа дошмандарҙы, хәрби объекттарҙы юҡ итәләр, кәрәкле хәрби мәғлүмәттәрҙе командирҙарына еткерәләр. Курск ҡалаһын азат итеүҙә, һуңынан Орел, Белгород ҡалалары өсөн һуғыштарҙа атайым батырлыҡтар күрһәткән.1941 йылда яуаплы йәшерен заданиены үтәгән ваҡытта ҡаты яралана, һул күҙен юғалта, әммә иҫән ҡалып, бихисап бәләләр менән булһа ла, Еңеү көнөн күрергә насип була уға. Күрһәткән батырлығы өсөн “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены менән бүләкләнә. Хәрби госпиталдә дауаланып аяҡҡа баҫҡас, йәшерен бүлеккә күсерелә. Тыуған яҡтарына 1946 йылда ғына ҡайта, алты бала атаһы булыу бәхетенә эйә була. Атайым “Ватан һуғышы” (II дәрәжә), “Ҡыҙыл йондоҙ”
ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, Бөйөк Еңеүҙең 25, 30, 40, 50 йыллығы юбилей миҙалдарына һәм башҡа күп хәрби наградаларға лайыҡ була.
Олатайым да, атайым да Ватанға, үҙ иленә тоғро, илһөйәр кеше булғандар. Уларҙың батырлығы алдында баш эйәбеҙ, арабыҙҙан китеүҙәренә хәтһеҙ йылдар уҙһа ла, онотмайбыҙ, улар
мәңгегә беҙҙең уйҙа, беҙҙең хәтерҙә.
Марс ИБРАҺИМОВ.

 

Үҙ-үҙҙәрен аямай баштарын һалалар

Олатайыбыҙ Ғәлләметдин Закир улы Абдуллин 1907 йылғы, тыумышы менән ул ваҡыттағы Маҡар районының (хәҙерге Ишембай районы) Ғүмәр ауылынан. 1941 йылда район хәрби комиссариаты тарафынан һуғышҡа саҡырыла.

Олатайыбыҙ 1941 йылдың сентябрь айында фронтҡа оҙатыла һәм декабрь айында айында хәбәрһеҙ юғалды тигән хәбәре килә. Һуңынан Васильевкала уның менән бергә хеҙмәт итеп, һуғыштан
иҫән ҡайтҡан кеше беҙҙең атаәсәйҙәргә уның ысынлап та яу яланында һәләк булыуын әйтә. "Уның өс мөйөшлө хаттары өләсәйҙең һандыҡ төбөндә һаҡланды, әммә Өфөнән килеп ниндәйҙер мәғлүмәт туплау өсөн алып киткәндәр. Ә беҙ инде бәләкәй булыу сәбәпле, ҡыҙыҡһынмағанбыҙ, шулай ҙа ата-әсәйҙәребеҙ, яҡындарыбыҙҙың һөйләгәндәре иҫтә ҡалған. Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, олатайыбыҙ Ғәлләметдин Абдуллин Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлгән дивизия составында юллана һуғышҡа. Гродно ҡалаһын обороналауҙа ҡатнашалар, ике дивизия дошманға ҡаршы тора. Уларға артҡа сигенмәҫкә тигән бойороҡ бирелә һәм ҡоралға ҡытлыҡ булһа ла, дүрт-биш кешегә бер винтовка менән һуғышырға тура килһә лә, яугирҙар үҙ-үҙен аямай алыша, әллә күпме арауыҡты бер юғалтыуһыҙ үткән немецтарҙың танк дивизияһына ҡаршы торалар. Ҡаты бәрелештә беҙҙең яҡтыҡыларҙа юғалтыуҙар ҙа күп була. Күрәһең, ошо яу яландарында башын һалғандыр, тип уйлайбыҙ. Өләсәйебеҙ өс улы менән бер үҙе ҡалған", - тип иҫкә ала олораҡ ағайапайҙарыбыҙ.
Эйе, Бөйөк Ватан һуғышы ҡағылмаған бер генә өй ҙә, ғаилә лә юҡтыр. Илбаҫарҙарға ҡаршы тороу, илебеҙҙе, азатлыҡты һаҡлау хаҡына олатайыбыҙ кеүек күп батырҙар башын һала. Беҙ
уларҙы, әлбиттә, иҫләйбеҙ, рухтарына доғалар ҡылабыҙ.
Гөлшат АБДУЛЛИНА.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: