газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март , 09:03

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (18 - 24 март)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (18 - 24 март)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Яңы идеялар өсөн уңышлы осор. Хеҙмәт урынында килеп тыуған ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үтергә тырышығыҙ. Икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәр асыҡламағыҙ. Аш эшкәртеү системаһына иғтибарлы булығыҙ.

Буға (21.04-21.05)
Бөтә эштәр яҡшы бирелер. Уңыш өсөн ныҡлы нигеҙ һалырһығыҙ. Тормошоғоҙҙа яңы ваҡиғалар һәм осрашыуҙар өсөн урын бушатығыҙ. Йортоғоҙҙа тәртип урынлаштырырға ваҡыт. Һөйгәнегеҙ менән аралар ҡатмарлашыр.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Игеҙәктәр был аҙнала тәүәккәл булыр. Етәкселек һәм коллегалар менән мөнәсәбәттәр яҡшырғандан-яҡшыра. Кеҫәгеҙгә килем керер. Яратҡан кешегеҙҙең терәген тойорһоғоҙ. Тын алыу органдарын тикшертегеҙ.

Ҡыҫала (22.06-23.07)
Хеҙмәттәштәрегеҙ менән бер фекергә килеү ауыр булыр. Тормошоғоҙҙа бер нимәне лә үҙгәртеп булмаҫтай тойолор. Әммә яҙмышығыҙ бары үҙегеҙҙең ҡулда. Икенсе яртығыҙға ҡаты бәрелмәгеҙ - ыҙғыш сығыуы ихтимал.

Арыҫлан (24.07-23.08)
Эштә үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтегеҙ. Етәкселек тарафынан был баһаланмай ҡалмаҫ. Кәрәкмәгән әйбер һатып алып аҡсағыҙҙы елгә осороуығыҙ бар. Романтик осрашыу көтөлә. Ялдарҙа күберәк саф һауала йөрөгөҙ.

Ҡыҙ (24.08-23.09)
Эре килешеүҙәр өсөн уңышлы осор. Финанс хәлегеҙ көйлө. Үтәй алмаҫтай вәғәҙәләр бирмәгеҙ. Һәр һүҙегеҙҙе уйлап  һөйләгеҙ. Һөйгән йәрегеҙгә ышанып етмәйһегеҙ, ахырыһы. Бөйөрҙәрегеҙ ауыртыуы хафаға һалыр.

Үлсәү (24.09-23.10)
Иллюзия тотҡононда булырһығыҙ. Бөтә эштәр һәм мәшәҡәттәр мөһим түгел кеүек тойолор. Һеҙ бик арығанһығыҙ. Матди хәлегеҙ зарланырлыҡ түгел. Ғаиләгеҙгә иғтибар бүлегеҙ. Һаулығығыҙ борсолоу тыуҙырмай.

Саян (24.10-22.11)
Яңы эш тәҡдименән баш тартмағыҙ. Карьера баҫҡысынан үрләү өсөн отошло ваҡыт. Күптәнге хыялығыҙ бойомға ашыр. Шәхси тормошоғоҙҙа етди үҙгәрештәр көтөлә. Туҡланыу рационына күберәк йәшелсәләр индерегеҙ.

Уҡсы (23.11-21.12)
Эшегеҙҙе ҡабаланып башҡармағыҙ - хаталаныуығыҙ ихтимал. Был аҙнала бурыстарығыҙҙан ҡотолоу хәйерлерәк. Яҡындарығыҙға йылы һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Мөхәббәттән башығыҙҙы юғалтырҙай булырһығыҙ.

Ылаҡ (22.12-20.01)
Эштә ваҡ-төйәк күңелһеҙлектәр килеп тыуыуы мөмкин. Аҡсаға әлегә ҡытлыҡ бар. Йома мөһим хәбәр ишетерһегеҙ. Сәләмәтлегегеҙ бер аҙ ҡаҡшар. Мөхәббәтегеҙ ныҡлыҡҡа һыналыр. Иртән гимнастика яһарға ғәҙәтләнегеҙ.

Һыуғояр (21.01-19.02)
Һыуғоярҙар өсөн яҡшы осор етте, тик уңыштың ялҡауҙарға килмәүен иҫтән сығармағыҙ. Эш урынын алыштырыуҙан ҡурҡмағыҙ. Етди мөнәсәбәттәр ҡорорлоҡкешене осратырһығыҙ. Күҙҙәрегеҙҙе көсөргәнештән һаҡларға тырышығыҙ.

Балыҡ (20.02-20.03)
Тап ошо аҙнала киләсәк тормошоғоҙҙо билдәләрҙәй ҡыҙыҡлы тәҡдим алырһығыҙ. Белемегеҙҙе камиллаштырырһығыҙ. Ғаиләлә аңлашыл-маусанлыҡтар тыуыр. Янсығығыҙ ҡалын. Мохтаждарға ярҙам итеү иң шәп ғәмәл
һаналыр.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: