газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Март , 14:47

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (4 - 10 март)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (4 - 10 март)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Осор ярайһы ғына ҡатмарлы булмаҡсы. Эштә ҙур һөҙөмтәләргә ирешә алмаҫһығыҙ. Өҫтәмә килем сығанағынан баш тартмағыҙ. Дуҫтарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә һалҡынлыҡ һиҙелә. Тын юлдары ауырыуҙарын мотлаҡ дауаларға кәрәк.

Буға (21.04-21.05)
Тамамланған эштәргә анализ яһап, яңыларын планлаштырыу өсөн уңайлы мәл. Финанс хәлегеҙ борсолоу тыуҙырмай. Һөйгәнегеҙ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү көтөлә. Бит тиреһенә айырыусы иғтибарлы булығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Осор ҙур пландарға, өмөт-ышанысҡа тулы. Уйламай әйтелгән һүҙ арҡаһында дуҫтарығыҙ менән аралар һыуыныр. Физик күнекмәләр яһау, саф һауаға сығыу һаулығығыҙҙы нығытыр. Эре әйбер һатып алыу кәңәш ителә.

Ҡыҫала (22.06-23.07)
Лидерлыҡҡа ынтылырһығыҙ. Тырышлыҡ һалһағыҙ, күп эштәр башҡарып сыға алырһығыҙ. Финанс мәсьәләләре ыңғай хәл ителер. Балаларығыҙ уңыштары менән ҡыуандырыр. Һөйгәнегеҙ менән аралар ышаныслы.

Арыҫлан (24.07-23.08)
Дүшәмбе яңы эш эҙләү өсөн иң яҡшы көн. Бөтә проблемаларҙы үҙегеҙ генә хәл итә алмаҫһығыҙ, яҡындарығыҙҙан кәңәш һорағыҙ. Сәйәхәттәр уңышлы булыр. Таҫма телле, әммә яһалма тойғоло кешеләргә ышанмағыҙ.

Ҡыҙ (24.08-23.09)
Эштәге мәшәҡәттән бер аҙға арыныу өсөн бөтә мөмкинлекте файҙаланығыҙ. Осор яңы танышлыҡтарға бай булмаҡсы. Аҡсаға ҡытлыҡ юҡ. Нервы системаһын тәртипкә һалырға кәрәк. Ял көндәрен ғаиләгеҙ менән бергә уҙғарығыҙ.

Үлсәү (24.09-23.10)
Үлсәүҙәрҙең ныҡышмалылығы бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итер. Яйлап абруйығыҙ ҙа, аҡсағыҙ ҙа артыр. Ваҡиғалар уртаһында ҡайнарға тырышығыҙ. Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Романтик осрашыуҙар көтөлә.

Саян (24.10-22.11)
Уйланылғанды бойомға ашырыу өсөн күп тырышлыҡ һалырға кәрәк булыр. Кеҫәгеҙгә апаруҡ килем керер. Яратҡан кешегеҙ менән арағыҙҙан елдәр үтерлек түгел. Рациондан тоҙло ризыҡтарҙы алып ташлағыҙ.

Уҡсы (23.11-21.12)
Эштәрегеҙҙе лә, уй-ниәттәрегеҙҙе лә тәртипкә һалырға ваҡыт. Шаршамбы килеп тыуған ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр маҡсатығыҙға ирешергә ҡамасауламаҫ.Аҡсаға ҡытлыҡ юҡ. Һөйгәнегеҙгә тейешенсә иғтибар бүлегеҙ.

Ылаҡ (22.12-20.01)
Осор еңелдән булмаҫ. Үҙ көсөгөҙгә ышаныу кәртәләрҙе еңеп сығырға ярҙам итер. Яҡындарығыҙға ҡарата талапсан булмағыҙ. Оҙайлы сәйәхәттәр планлаштырыу кәрәкмәй. Һөйгәнегеҙҙе көнләшеү өсөн сәбәп эҙләмәгеҙ.

Һыуғояр (21.01-19.02)
Көсөгөҙҙө тигеҙ бүлһәгеҙ, бөтә нимә уңай килер. Үҙегеҙ өсөн мөһим булған мәғлүмәтте ҡат-ҡат тикшерегеҙ. Шишәмбе финанс мәсьәләләрен хәл итмәгеҙ. Тормош иптәшегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙә ҡатмарлыҡтар тыуыр.

Балыҡ (20.02-20.03)
Эштәге бурыстарығыҙҙы еңел башҡарырһығыҙ. Коллегаларығыҙ менән бәхәскә инмәгеҙ. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәр селпәрәмә килергә тора. Был аҙнала арҡағыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ, киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: