Йондоҙнамә (19 - 25 февраль)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Эшлекле килешеүҙәр уңышлы үтер. Кесе йома матур һүҙҙәргә ышанмағыҙ, алдауҙары бар. Аҡсағыҙҙы кәрәкмәгән әйбергә сарыф итмәгеҙ. Һөйгәнегеҙҙе көнләшеү насар эҙемтәләргә алып килер. Күберәк емеш-еләк ашағыҙ.
Буға (21.04-21.05)
Был аҙнаны белем алыу өсөн файҙаланығыҙ. Тирә-яғығыҙҙа барған ваҡиғаларға битараф ҡалмағыҙ. Шатлыҡлы хәбәр ишетеп ҡыуанырһығыҙ. Кеҫәгеҙгә арыу ғына килем керер. Шәмбе романтик осрашыуҙар көтә.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Эштә лә, мөхәббәт өлкәһендә лә ыңғай үҙгәрештәр күҙаллана. Күп проблемалар үҙенән-үҙе хәл ителер. Финанс хәлегеҙҙең тотороҡло булыуы кәйефегеҙҙе күтәрер. Башығыҙ әйләнеп аптыратыр - һеҙгә тыныслыҡ
кәрәк.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Элекке эштәрегеҙҙең осона сығыу мотлаҡ. Фекерҙәрегеҙҙе дөрөҫ белдерергә өйрәнегеҙ. Һеҙ кемдеңдер йөрәген яулағанһығыҙ. Шәмбе әүҙем ял өсөн уңай осор. Һаулығығыҙҙы тергеҙеүгә көсөгөҙҙө һәм аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Тырыш хеҙмәтегеҙ етәкселек тарафынан лайыҡлы баһаланыр. Ғаиләгеҙ менән ваҡытығыҙҙы күберәк уҙғарығыҙ. Һеҙҙең иҫәбегеҙгә йәшәргә теләүселәр күп. Шәмбе дуҫтарығыҙ менән осрашыу мөмкинлеген ҡулдан
ысҡындырмағыҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Был аҙнала бик мөһим мәсьәләне хәл итерһегеҙ. Эштәге көтөлмәгән үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ. Маҡсатҡа ирешеү өсөн түҙемлек талап ителә. Аҡсағыҙ етерлек, әммә һеҙгә тағы ла күберәк кәрәк. Туҡланыу режимын тәртипкә һалығыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Ижади башланғыстар өсөн отошло мәл. Ялдарҙы өйҙә тыныс мөхиттә үткәрегеҙ. Аҡсаға мохтажлыҡ юҡ, бөтә нимәгә лә етер. Кәрәкмәгән мөнәсәбәттәргә кәртә ҡуйырға ваҡыт. Врачҡа күренеүҙе һуҙмағыҙ.
Саян (24.10-22.11)
Ғаиләгеҙгә ҡағылышлы мәсьәләләр беренсе планға сығыр. Яратҡан кешегеҙ менән ярашыу өсөн мөһим аҙым эшләргә кәрәк булыр. Килемегеҙ ҡапыл артыр. Бәхеткә юлығыҙ асылыр. Әле һеҙгә физик күнекмәләр эшләү мөһим.
Уҡсы (23.11-21.12)
Ниндәйҙер һынау көтә. Кемдеңдер ярҙамына өмөт итергә кәрәкмәй, үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшер. Эре әйбер һатып алмай тороғоҙ. Ваҡ йәрәхәттәргә юлығыуығыҙ ихтимал.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Был аҙнала яуаплылыҡ күрһәтергә кәрәк. Шәмбе яңы танышығыҙҙың ҡылығы аптырашта ҡалдырыр. Аҡса яйы һайыраҡ, финанс хәлегеҙ аҙна аҙағына ғына яҡшырыр. Бөйөрҙәрегеҙгә иғтибарлы булығыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Ҡабаланып эш эшләмәгеҙ, юғиһә финанс юғалтыуҙарға юлығыуығыҙ ихтимал. Коллегаларығыҙҙан кәңәш һорарға оялмағыҙ. Йома тормошоғоҙҙо ҡырҡа үҙгәртерҙәй ваҡиға көтә. Яңғыҙҙар үҙ ишен осратыр.
Балыҡ (20.02-20.03)
Изге күңелегеҙ, мәрхәмәтлелегегеҙ тирә-яҡтағыларҙа һоҡланыу уятыр. Эшкә һәләтлелегегеҙ артыр. Аҡса яғынан ауырлыҡтар тыуыр. Буштан тауыш сығарыу икенсе яртығыҙ менән аралар һыуыныуға алып килер.