Һоҡланғыс, тирә-яҡҡа гүзәллек таратып ултырған сәскәләрҙе кемдәр генә яратмай. Уларҙы үҫтергән кешеләр гөлдәр менән бер телдә һөйләшә, улар донъяһында бергә гиҙә. Ҡалала йәшәүсе Лариса Аргуткина ла тап шундайҙарҙан.
- Сәскәләр тормошоғоҙға нисек килеп инде?
- Улар минең менән бәләкәйҙән бергә. Өләсәйемдең өҫтәл тулы ярандары үҫә ине. Әсәйем миләүшә сәскәләрен яратып үҫтерҙе. Шунан минең дә быға ҡарата ҡыҙыҡһыныуым уянды һәм миләүшәләр менән шөғөлләнә башланым, уларҙы бөтә Рәсәй буйлап һатып алдым. Почта аша япраҡтарын алдырттым, өйҙә үҫтерҙем. Киң тәҙрә төптәре гөл-сәскәләр менән тулды. Сорттары бихисап ине: ҡыйбатлылары ла, арзанлылары ла.
- Мауығыуығыҙға яҡындарығыҙ нисек ҡараны?
- Бик оҡшап етмәне. Әйтәйек, сәскәләргә ел өрмәһен өсөн тәҙрәләрҙе асманыҡ, айырыуса ҡышын, урынды ла күп биләнеләр. Һәм бер мәл, бәлкитап яҡындарымдың шундай мөнәсәбәтенәндер, ҡапыл бөтә теләгем һүрелде. Тик был ярты йылға ғына етте. Бынан һуң сәскәләрҙең башҡа төрҙәренә һәм сорттарына һөйөү уянды. Әле миндә уларҙың 500-ҙән ашыу төрө бар.
- Был юлы яҡындарығыҙ нимә тине?
- Бәхеткә күрә, дөйөм ятаҡта арзанға ғына бүлмә һатыла ине. Тормош иптәшем менән кәңәшләшкәс, ул ризалашты. Хәҙер минең сәскәләр үҫтереү өсөн айырым бинам бар. 8 стеллаж ҡуйҙым, кәрәкле температураны һаҡлай торған кондиционер, лампалар алдым.
- Сәскәләр рәхәтләнеп үҫһен өсөн тупраҡ ниндәй булырға тейеш?
- Магазинда универсаль тупраҡ һатыла. Күптәр шуны һатып алалыр, тип уйлайым. Ә ул торғаны бер торф. Уның кәмселеге нимәлә? Аҙ ғына һыу һалырға онотоп, ныҡлап кипһә, гөлдөң япраҡтары бөрөшә башлай, тирә-яғында бушлыҡ барлыҡҡа килә. Һуңынан күпме генә һыу һипһәң дә, ул ошо бушлыҡтар аша үтә. Иң яҡшыһы, шунда уҡ үҫемлекте киренән күсереп ултыртыу. Минән йыш ҡына ҡайҙан ер алаһығыҙ, тип һорайҙар.
Тупраҡты баҡсам артындағы буш ерҙән алам, магазиндағы тупраҡ йомшартҡыс (перлит йәки вермикулит), тиреҫ ҡушам. Был состав бөтә төр үҫемлектәргә лә ярай, бары пропорциялары ғына төрлө.
- Үҫемлектәр менән һөйләшергә кәрәкме? Һеҙҙең өсөн сәскәләр тере кеүекме?
- Әлбиттә, улар тере һәм һүҙһеҙ ҙә хужаларының хәстәрен аңлайҙар. Улар менән аралашам, һөйләшәм. Улым шылтыратһа ла, кем менән һөйләшәһең әсәй, тип һорай. Сәскәләрем менән, тип яуап бирәм.
- Ниндәй сәскә һеҙҙең шатлығығыҙ, ғорурлығығыҙ?
- Минең өсөн уларҙың барыһы ла шулай, һәр береһе - йондоҙ.
- Яңы сорттарҙы ҡайҙан алаһығыҙ?
- Бөтәһен дә интернет аша яҙҙыртам. Матур икәнлеген күрәм дә, заказ бирә һалам. Бөтә Рәсәйҙән, хатта сит илдәрҙән. Үҫемлек миңә килеп еткәнсе, интернеттан уның тураһында уҡыйым. Элек миләүшә сәскәләре менән мауыҡҡанда, уларҙы тәрбиәләү буйынса бик ҡыйбатҡа махсус журналдар алдыра инем. Хәҙер интернетта бөтә нимәне табырға була. Әлбиттә, теләгән сорттарҙы һатып алыу өсөн аҡса кәрәк. Әйтәйек, ябай миләүшә сәскәһе 300 һум тора, ә яңы сортының бер япрағы - 1000 һум тирәһе. Башҡалары менән дә шулай. Әле бына 52 меңлек посылка көтәм. Сығымдарҙы үҙемдеңсәскәләремдең үҫентеләрен һатып ҡаплайым. Бына шундай әйләнеш. Хыялдар ҙа юҡ түгел - ҡаланан ситтә теплица кеүегерәк берәй нимә булдырырға ине. Һатып алыусылар килеп, үҙҙәренә кәрәкле үҫемлекте рәхәтләнеп һайлап алыр ине.
- Сәскәләр үҫтереүҙән тыш, һеҙҙең башҡа мауығыуығыҙ ҙа бар ахырыһы.
- Эйе, мин халыҡ ҡурсаҡтарын яһайым. Һәр береһе тәғәйен бер маҡсатҡа йүнәлтелгән. Әйтәйек, уңышлы кейәүгә сығыу, йөккә уҙыу өсөн, бәхет, сәләмәтлек ҡурсаҡтары бар. Уларҙы ла интернетта күреп ҡалдым һәм үҙем өсөн эшләп ҡарарға булдым. Шулай өйрәнеп киттем.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.