Йондоҙнамә (22 - 28 ғинуар)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Был аҙнала тыныслыҡ һаҡлау кәрәк. Юғарыға үрләүҙәр ҙә, түбәнгә тәгәрәүҙәр ҙә булыр. Коллегаларығыҙ менән конфликт сығыр. Аҡса яғы һайыраҡ. Шәхси тормошоғоҙҙағы көтөлмәгән үҙгәрештәргә әҙер тороғоҙ.
Буға (21.04-21.05)
Эштәге бурыстарығыҙҙы еңел башҡарырһығыҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында сәйәхәттәр күҙаллана. Бөтә булған аҡсаны тотоноп бөтөргә тимәгән, һаҡсыл ҡуллана белегеҙ. Һаулығығыҙҙы мотлаҡ контролдә тотоғоҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Бөтә нимә алдығыҙға ыңғай килер. Проблемалар үҙенән-үҙе хәл ителер. Янығыҙҙағы яратҡан кешегеҙ һәр саҡ терәк булыр. Финанс ауырлыҡтар юҡ. Ашҡаҙанығыҙ ауыртып яфалар, мотлаҡ врачҡа күренегеҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Көсөгөҙ артыуын тойорһоғоҙ. Башҡалар ял иткәндә тырышып эшләп, яҡшы ғына килем алыу мөмкинлеге бар. Бер кемгә лә үтәй алмаҫтай вәғәҙәләр бирмәгеҙ. Һөйгәнегеҙҙең хаталарын кисерегеҙ, үҙегеҙ ҙә идеаль түгелһегеҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Эштә әүҙемлек күрһәтеү кәрәкмәй. Кемгәлер кәңәш биреүҙән дә тыйылығыҙ. Ышанысһыҙ кешеләрҙе янығыҙға яҡын ебәрмәгеҙ. Матди яҡтан ауырлыҡ кисерерһегеҙ. Йоҡоноң иң яҡшы дауа икәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Эштә кәрәгенән дә күберәк тырышлыҡ һалырға тура килер. Идеяларығыҙҙы бойомға ашырыуҙа дуҫтарығыҙ ярҙам итер. Йома тирә-йүндәгеләр менән мөнәсәбәттәр боҙолор. Икенсе яртығыҙҙың бөтөнләй башҡа яҡтары асылыр.
Үлсәү (24.09-23.10)
Коллегаларығыҙ араһында абруйығыҙ артыр. Яңы проекттарҙы ҡыйыу бойомға шыра башлағыҙ. Элекке бәйләнештәрҙе тергеҙерһегеҙ. Аҡсағыҙ бөтә нимәгә етә. Шишәмбе алыҫ сәйәхәткә юлланыу өсөн уңайлы ваҡыт.
Саян (24.10-22.11)
Ыңғай үҙгәрештәр көтә. Тап әле уңышҡа килтерерҙәй проекттарға нигеҙ һалыу отошло. Иң мөһиме, элекке хаталарҙы ҡабатламаҫҡа. Мөхәббәтегеҙ менән аралар ышаныслы. Күберәк ваҡытығыҙҙы балаларығыҙ менән уҙғарығыҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Башкөлләй эшкә сумһағыҙ, һөйгәнегеҙҙән ҡаты тәнҡит һүҙҙәре ишетерһегеҙ. Аҙ таныш булған кешеләр серҙәрегеҙҙе белмәһен. Шаршамбы һатып алған әйберегеҙ уңышлы булыр. Саф һауала йөрөү һаулығығыҙҙы нығытыр.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Был осорҙа бәйләнештәрҙе тергеҙеп яңы кимәлгә сыға алаһығыҙ. Әммә башҡаларҙың юлына арҡыры төшмәгеҙ. Яратҡан кешегеҙ менән конфликтҡа инмәгеҙ. Аяҡтарығыҙға һауыҡтырыу процедуралары үткәрегеҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Тырышлығығыҙ шаршамбы яҡшы һөҙөмтәләргә килтерер. Үҙегеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың да проблемаларын хәл итерһегеҙ. Шәхси тормошоғоҙҙағы хәлдәргә ситтәрҙе индермәгеҙ. Артыҡ хафаланыу баш ауыртыуына алып килер.
Балыҡ (20.02-20.03)
Эштә бурыстарығыҙ артыр. Ижади яҡтан үҫешерһегеҙ. Сер итеп һаҡлаған мәғлүмәт башҡаларға билдәле булыр. Тирә-йүндәгеләр менән мөнәсәбәттәр ҡатмарлашыр. Аҙна аш эшкәртеү системаһын таҙартыу өсөн уңайлы.