Йондоҙнамә (8 - 14 ғинуар)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр һиҙерһегеҙ. Бер ниндәй бәхәстәргә инергә кәрәкмәй. Балаларығыҙ менән күберәк аралашығыҙ. Төштәрегеҙ ысынға ашыр. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәр ышаныслы. Тын юлдары системаһына иғтибарлы булығыҙ.
Буға (21.04-21.05)
Отошло яңы эш урыны табырһығыҙ. Мөһим ҡарарҙарҙы яңғыҙығыҙ ҡабул итмәгеҙ. Элекке үпкәләрҙе онотоғоҙ. Аҡсағыҙҙы әрәм итмәгеҙ, тиҙҙән ул мөһим эш өсөн кәрәк булыр. Яңғыҙҙарға бәхет йылмайыр. Бит тиреһе тураһында хәстәрлек күрегеҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Аҙнаны йылы мөхиттә яҡындарығыҙ менән уҙғарырһығыҙ. Пландарығыҙ тормошҡа ашыр. Эш хаҡын күтәрерҙәр. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр көтә. Күберәк ваҡытығыҙҙы ижадҡа бағышлағыҙ. Насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоғоҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Тормошоғоҙҙа яңы этап башлана. Туғандарығыҙҙы ауыр һүҙҙәр әйтеп үпкәләтмәгеҙ. Эре килем керер. Изге хыялығыҙ бойомға ашыр. Һөйгәнегеҙ сюрприз яһап шатландырыр. Хәүефле һаналған ризыҡтарҙан баш тартығыҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Хеҙмәт урынындағы бурыстарығыҙға яуаплы ҡарағыҙ. Сит кеше эшенә ҡыҫылмағыҙ. Йома килешеүҙәргә ҡул ҡуйғанда иғтибарлы булыу талап ителә. Финанс хәлегеҙ яйлап тотороҡлана бара. Йоғошло ауырыуҙар йоҡтороу хәүефе юғары.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Кәрәкмәгән һөйләшеүҙәрҙән баш тартығыҙ. Ғаиләлә конфликт сығыуға юл ҡуймағыҙ. Аҡса яғы ҡыҫыңҡыраҡ. Был йәһәттән туғандарығыҙҙың ярҙамына иҫәп тота алаһығыҙ. Организмығыҙға ниндәй витамин етешмәүен асыҡлағыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Эштә барыһы ла яҡшы. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге сығыр. Һатып алынған әйберегеҙ үҙегеҙгә оҙаҡ хеҙмәт итер. Романтик осрашыуҙар көтә. Ғаиләгеҙҙә йылы мөхит булдырығыҙ. Йәрәхәттәр алыуҙан һаҡланығыҙ.
Саян (24.10-22.11)
Бөтә нимәне үҙ файҙағыҙға эшләй алаһығыҙ. Кесаҙна төҙөгән килешеүҙәр отошло булыр. Ойоштороу һәләтегеҙҙе тирә- йүндәгеләр баһалар. Икенсе яртығыҙ менән аралар ышаныслы. Эсәктәрегеҙ ауыртып йонсотор.
Уҡсы (23.11-21.12)
Проекттарҙы бойомға ашырыуҙа фекерҙәштәр табырһығыҙ. Ҡаты һүҙҙәр әйтеп кемделер рәнйетеп ҡуймағыҙ. Аҡсаға ҡытлыҡ юҡ. Ялдарҙа романтик осрашыуҙар көтөлә. Ашҡаҙанығыҙға иғтибар бүлегеҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Осор һәйбәт килер. Эшһөйәрлегегеҙ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам итер. Үҙегеҙ менән ҙур суммала аҡса йөрөтмәгеҙ. Һөйгәнегеҙ менән аралар йылы. Хәүефһеҙлек саралары күреү күңелһеҙ хәлдәрҙән аралар. Тәмләткестәрҙән баш тартығыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Аҙна эш һәм мәшәҡәттәр менән һиҙелмәй үтер. Йортоғоҙҙо төҙөкләндереүгә ваҡыт табығыҙ. Ялдарҙы балаларығыҙ менән бергә уҙғарырһығыҙ. Аҡсағыҙ ваҡ-төйәккә генә етер. Икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшер.
Балыҡ (20.02-20.03)
Иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Күптән борсоған проблеманы ҡулай хәл итерһегеҙ. Финанс хәлегеҙҙең ниндәй булыуы үҙегеҙҙән тора. Йорт эштәренә батмағыҙ. Быуын ауырыуҙарын профилактикалау менән шөғөлләнегеҙ.