Йондоҙнамә (11 - 17 декабрь)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Был аҙна бик көсөргәнешле килмәксе. Ярҙамдан баш тартмағыҙ, үҙегеҙгә генә мөһим эштәрҙе тамамлау ҡатмарлы булыр. Күберәк йылмайығыҙ һәм шаяртығыҙ, был һеҙҙең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә кәйефен күтәрер.
Буға (21.04-21.05)
Шишәмбе мөһим ҡарарҙар ҡабул итер алдынан кем менәндер кәңәшләшергә кәрәк булыр. Был аҙнала төҙөлгән килешеүҙәр уңышлы булмаҫ. Ялдарҙа алыҫтан ҡунаҡтар килеүе ихтимал.Һаулығығыҙ менән проблемалар тыумаҫ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Эштә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтә. Ярайһы ғына килем керер. Юлланған сәйәхәтегеҙ бик шәп уҙыр. Мөхәббәт өлкәһендә барыһы ла һәйбәт. Һаулығығыҙға ҡағылышлы һорауҙар булһа, врач менән генә кәңәшләшегеҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Командала эшләп өйрәнергә кәрәк. Ижади һәләтегеҙҙе уңышлы файҙаланырһығыҙ. Өҫтәмә килем сығанағын табыу финанс хәлегеҙҙе яҡшыртыр. Яратҡан кешегеҙ менән арағыҙҙағыаңлашылмаусанлыҡтарҙы бөтөрөү өсөн һәйбәт мәл.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Был осор шәхси тормош өлкәһендә күңелһеҙ хәлдәр вәғәҙәләй. Башкөлләй эшкә сумыу үҙегеҙҙе бер аҙ тынысландырыр. Бурысҡа аҡса бирер алдынан уның һөҙөмтәләре тураһында уйлағыҙ. Косметологҡа күренеү ҡамасауламаҫ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Ҡыйыу аҙымдар яһар мәл етте. Ҡаршылыҡтарҙы еңел үтеп сыға алырһығыҙ. Тәҡдим иткән отошло эш урынынан баш тартмағыҙ. Балаларығыҙ уңыштары менән ҡыуандырыр. Бер ниндәй ҙә килем көтөлмәй - аҡсаға бер аҙ ҡытлыҡ бар.
Үлсәү (24.09-23.10)
Аҙна ыңғай һөҙөмтәләр бирһен өсөн, бөтә эштәрҙе дүшәмбгегә йәки шаршамбыға билдәләгеҙ. Тирә-йүндәгеләр ярҙам итеп кенә торор. Ялдарҙа йорттағы мәшәҡәттәр менән булығыҙ. Романтик осрашыуҙар көтөлә.
Саян (24.10-22.11)
Теләгегеҙ көслө булһа, ҙур эштәрҙе тамамлай алырһығыҙ. Мәшәҡәттәргә сумып, шәхси тормошоғоҙ тураһында ла онотмағыҙ. Ялдарҙа шәп кеше менән танышырһығыҙ. Көтөлгәндәгенән дә күберәк килем алып ҡыуанырһығыҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Алыҫ сәйәхәткә юлланырһығыҙ. Йома уйламай һөйләп, уңайһыҙ хәлгә тарыуығыҙ бар. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙә һалҡынлыҡ һиҙелә, тиҙҙән бөтөнләй юлдарығыҙ айырылып ҡуйыуы мөмкин. Тамағығыҙҙы ныҡлы һаҡлағыҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланыр. Үҙегеҙ инициатива күрһәтеп өйрәнегеҙ. Партнерҙарығыҙ менән аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Шәмбе икенсе яртығыҙ булырҙай кешене осратырһығыҙ. Аҙна аҙағында кеҫәгеҙ йоҡарыр.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Иң изге теләктәрегеҙҙе ҡыйыу бойомға ашыра алаһығыҙ. Тик үтә сәбәләнеүегеҙ быға кәртә ҡуйыуы бар. Кәрәкмәгән осрашыуҙарҙан баш тартығыҙ. Яратҡан кешегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡлап ваҡытығыҙҙы бушҡа уҙғармағыҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Үҙ баһағыҙҙы күтәрергә кәрәк. Эш йәки йәшәү урынын алыштырыуығыҙ ихтимал. Һөйгәнегеҙгә ҡарата артыҡ талапсан булмағыҙ. Шишәмбе килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ваҡыты.