Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ноябрь 2023, 09:48

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (27 ноябрь - 3 декабрь)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (27 ноябрь - 3 декабрь)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Хеҙмәт бурыстарына яуаплыраҡ ҡарағыҙ. Финанс хәлегеҙ тотороҡло. Йома шәхси тормошоғоҙҙа күңелегеҙҙе ҡырырҙай ваҡиғалар көтә. Бассейнға, саунаға барғанда гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. 
Юлда иғтибарлылыҡ талап ителә.

Буға (21.04-21.05)
Килеп тыуған проблемаларҙы яҡшы таныштарығыҙ ярҙамында ғына хәл итеү мөмкин. Тирә-йүндәгеләргә аҡыл өйрәтеп маташмағыҙ. Аҡса етмәүгә ҡайғырмағыҙ - йомаға барыһы ла көйләнер. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәр асыҡлау ваҡыты түгел.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Был аҙнала һеҙҙе уңыш көтә, теләктәрегеҙ ҡабул булыр. Ярайһы ғына килем алырһығыҙ. Мөхәббәтегеҙҙең тәҡдим  яһауы бар. Иң уңышлы көнөгөҙ - шишәмбе. Сәйәхәткә юлланыу өсөн шәп осор. Организмығыҙға тулы тикшеренеү уҙғарығыҙ.

Ҡыҫала (22.06-23.07)
Аҙыраҡ һөйләгеҙ, күберәк эшләгеҙ - был аҙнаның девизы шул. Күп проекттарығыҙ бойомға ашыр. Яңы таныштарығыҙға бик ышанмағыҙ. Тормош иптәшегеҙ менән аралар ныҡлы. Шаршамбыға тиклем аҡсағыҙҙы туҙҙырмау кәңәш ителә.

Арыҫлан (24.07-23.08)
Атҡарып сыға алырҙай эштәргә генә тотоноу хәйерле. Дүшәмбе планлаштырылмаған сығымдар көтөлә. Шәхси тормошоғоҙ тураһында ситтәргә һөйләмәгеҙ. Тын алыу гимнастикаһын эшләү үпкәгеҙҙе һаҡлауға булышлыҡ итер.

Ҡыҙ (24.08-23.09)
Килемегеҙҙе арттырыу, яңы эш урыны тураһында уйланырға ваҡыт. Дуҫтарығыҙ һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Туҡланыу рационына күберәк йәшелсә, емеш-еләктәр индерегеҙ. Һөйгәнегеҙгә ҡарата артыҡ талапсан булмағыҙ.

Үлсәү (24.09-23.10)
Вазифағыҙҙа үрләтерҙәр. Финанс хәлегеҙҙе нығытырҙай уңышлы килешеүҙәр төҙөрһөгөҙ. Проблемалы хәлдәрҙән сығыу юлын табырһығыҙ. Икенсе  яртығыҙ менән аралар боҙолор. Ҡыйбатлы әйбер һатыу алыу өсөн уңай мәл.

Саян (24.10-22.11)
Элекке бәйләнештәрҙе тергеҙеү өсөн һәйбәт осор. Шаршамбы,  ниһайәт, күптән көткән шатлыҡлы хәбәр ишетерһегеҙ. Яратҡан кешегеҙ менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙе күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ. Тимергә бай аҙыҡтарҙы күберәк ҡулланығыҙ.

Уҡсы (23.11-21.12)
Етәкселектең һәр бойороғон теүәл үтәргә тырышығыҙ - карьера баҫҡысынан үрләүгә бер аҙым ҡалған.  Дүшәмбе кеҫәгеҙгә арыу ғына аҡса керер. Юлланған сәйәхәтегеҙ уңышлы булыр. Һөйгәнегеҙҙе көнләшмәгеҙ. Ҡан баҫымын контролдә тотоғоҙ.

Ылаҡ (22.12-20.01)
Был аҙнала ҡуҙыларҙы тормоштарында ҙур үҙгәрештәр көтә. Мөһим ҡарарҙар  ҡабул иткәндә эске тауышығыҙҙы ғына тыңлағыҙ. Яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ. Яңғыҙҙар үҙ ишен осратыр. Йәйәү йөрөү һаулығығыҙҙы нығытыр.

Һыуғояр (21.01-19.02)
Яңы эштәргә ҡыйыу тотона алаһығыҙ.  Күп ваҡытығыҙҙы күңелле компанияла уҙғарырһығыҙ. Унда яңы таныштар табырһығыҙ. Финанс хәлегеҙ сикләнгән, шуға магазиндар буйлап йөрөүҙе әлегә ҡалдырып тороғоҙ.

Балыҡ (20.02-20.03)
Эштә конфликт сығыр. Тырышлыҡ һалһағыҙ, күп проблемаларҙы хәл  итерһегеҙ. Хеҙмәт урынын алыштырыу өсөн уңайлы ваҡыт. Шишәмбе янсығығыҙ тулыланыр, әммә аҡсағыҙҙы елгә осормағыҙ. Ғаиләгеҙҙә юҡ-барға тауыш сығармағыҙ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: