Йондоҙнамә (30 октябрь - 5 ноябрь)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Был аҙнала эш күп ваҡытығыҙҙы алыр. Уның ҡарауы, хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланыр. Шаршамбы иң ҡатмарлы көн булырға оҡшаған. Ялдарҙы өйҙә уҙғарығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән ярашырһығыҙ. Һалҡын тейҙереүегеҙ ихтимал.
Буға (21.04-21.05)
Аҡсаһыҙлыҡ осоро, ниһайәт, артта ҡалыр - финанс хәлегеҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Яңы танышлыҡтар һәм осрашыуҙар өсөн уңайлы мәл. Кешеләргә көсләп үҙ фекерегеҙҙе таҡмағыҙ. Бер кемгә лә үпкә һаҡламағыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Ҙур финанс уңышы көтә. Яратҡан кешегеҙ сюрприз эшләп шатландырыр. Ишеткән яңылыҡ үҙегеҙҙе аптырашта ҡалдырыр. Икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәр ситтәр көнләшерлек. Физик күнекмәләрҙе самаһын белеп үтәгеҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Гел алдынғы булырға ынтылмағыҙ. Эштәге үҙгәрештәр яҡшыға булыр. Кеҫәгеҙҙең ҡалынайыуы кәйефегеҙҙе күтәрер. Яратҡан кешегеҙгә наҙлы һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Күптән хыялланған әйберегеҙҙе һатып алып ҡыуанырһығыҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Бер юлы бер нисә эшкә тотонмағыҙ. Дөрөҫ фекерләүегеҙ хаталы аҙымдарҙан һаҡлап ҡалыр. Һөйгәнегеҙ менән араларҙа яңы хис-тойғолар ҡабыныр. Йома финанс ауырлыҡтары тыуыуы ихтимал. Һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Карьерағыҙҙа ла, шәхси тормошоғоҙҙа ла үҙгәрештәр ваҡыты еткән. Өҫтәмә килем сығанағын табыу матди хәлегеҙҙе яҡшыртыр. Балаларығыҙ иғтибар талап итә. Һөйгәнегеҙ һеҙҙе бәхетле итеү өсөн барыһын да эшләр.
Үлсәү (24.09-23.10)
Аҙна көсөргәнешле килмәксе, шулай ҙа проекттарығыҙ хуплау табыр. Шикле тәҡдимдәрҙән йыраҡ тороғоҙ. Сәйәхәткә юлланыуығыҙ ихтимал. Икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә һалҡынлыҡ һиҙелә.
Саян (24.10-22.11)
Эшегеҙҙә үрләтерҙәр. Коллегаларығыҙ ярҙамынан ҡалдырмаҫ. Алдығыҙҙа ҙур финанс мөмкинлектәре асылыр. Хаталарығыҙҙы танып, туғандарығыҙ алдында ғәфү үтенегеҙ. Романтик осрашыуҙар өсөн яҡшы осор.
Уҡсы (23.11-21.12)
Үҙегеҙҙә тауҙар аҡтарырҙай көс өҫтәлеүен тойорһоғоҙ. Яңы отошло тәҡдим алырһығыҙ. Финансҡа бәйле пландарығыҙы берәүгә лә һөйләмәгеҙ. Тормош иптәшегеҙ менән арағыҙға ситтәрҙе индермәгеҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Был аҙнала етәкселектең күҙенә артыҡ күренеп йөрөү кәрәкмәҫ. Тәүҙә уйлап, шунан ғына эшләргә өйрәнегеҙ. Йәкшәмбе туғандарығыҙ менән бәхәскә инмәҫкә тырышығыҙ. Һөйгәнегеҙгә тәнҡит һүҙҙәрен яуҙырыуҙан тыйылығыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Белемегеҙҙе даими камиллаштырырға, алға барырға ынтылырһығыҙ. Карьера баҫҡысынан үрләүгә йоғонто яһарлыҡ абруйлы кеше менән осрашырһығыҙ. Шаршамбы кеҫәгеҙгә кергән аҡсаны юҡ-бар әйбер алыуға тотонмағыҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Иғтибарһыҙлығығыҙ арҡаһында уңайһыҙ хәлгә ҡалырһығыҙ. Аҡса менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ. Элекке бурыстарығыҙҙы мотлаҡ ҡайтарырға кәрәк. Яратҡан кешегеҙ һәр саҡ терәк булыр.Йоҡоноң иң яҡшы дауа булыуын онотмағыҙ.