газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Октябрь 2023, 09:09

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (23 - 29 октябрь)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (23 - 29 октябрь)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Әүҙемлегегеҙ был аҙнала үтә юғары булмаһа ла, килешеүҙәр уңышлы үтер. Башҡаларҙың бурыстарын үҙ өҫтөгөҙгә алмағыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙағы хәлдәр көйләнер. Ялдарҙа йорт мәшәҡәттәренә батмағыҙ.

Буға (21.04-21.05)
Дөйөм ҡағиҙәләргә һәм йәмәғәт фекеренә ҡаршы килмәгеҙ. Үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтеү өсөн әле иң уңай мәл. Дүшәмбе кеҫәгеҙгә кергән аҡсаны сарыф итмәү кәңәш ителә. Туғандарығыҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Эштә тауыш сығыуы бар. Был осраҡта өндәшмәү иң яҡшы сара булыр. Осрашыуҙарҙы йомаға күп тәғәйенләмәгеҙ.  Һөйгәнегеҙ тиҙҙән тәҡдим яһауы ихтимал. Организмығыҙҙа ваҡ-төйәк тайпылыштар һиҙелер.

Ҡыҫала (22.06-23.07)
Дүшәмбе алынған тәҡдимдән баш тартмағыҙ. Кешеләргә ҡараңғы йөҙ күрһәтмәгеҙ. Шаршамбы эре әйбер һатып алыу өсөн уңышлы осор. Икенсе яртығыҙ  менән аралар һәйбәтләнер. Тын юлдарына күберәк иғтибар бирегеҙ.

Арыҫлан (24.07-23.08)
Ижади һәләтегеҙ асылыр, ниәттәрегеҙ бойомға ашыр. Уйламай әйбер һатып алыуҙан тыйылып тороу кәрәк. Икенсе яртығыҙға мөмкин тиклем күберәк йылы һүҙҙәр әйтегеҙ. Һаулығығыҙға хәүеф янай, мотлаҡ врачҡа күренегеҙ.

Ҡыҙ (24.08-23.09)
Был аҙнала ваҡытығыҙҙы дөрөҫ бүлергә өйрәнегеҙ. Кесаҙна эштә аңлашылмаусанлыҡтар, бәхәсле хәлдәр килеп тыуыуы бар. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ. Көн һайын йәйәү йөрөүҙе ғәҙәт итеп алығыҙ. 

Үлсәү (24.09-23.10)
Етәкселектең ышанысын аҡлаһағыҙ, адығыҙҙа киң мөмкинлектәр асылыр. Йома сәйәхәттәр өсөн уңышлы көн. Йортта мәшәҡәттәр йыйылып китер. Һөйгәнегеҙ менән аралар һыуыныр. Күҙҙәрегеҙ дауалау талап итә.

Саян (24.10-22.11)
Эштә абруйығыҙ ҙур. Күңелегеҙҙең нимә талап итеүен аңларға ваҡыт. Аҙнаның икенсе яртыһында эре килем кереүе мөмкин. Шәхси тормошоғоҙ беренсе планда булһын. Хроник сирҙәрегеҙҙең ҡуҙғыуы бар.

Уҡсы (23.11-21.12)
Үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ. Карьера баҫҡысынан үрләүегеҙ ихтимал. Ялдарҙа яҡындарығыҙҙың хәлен белешегеҙ. Аҡса мәсьәләһен үҙ аллы хәл итеү хәйерле. Һөйгәнегеҙ менән бергә сәйәхәткә юлланыу араларҙы нығытыр.

Ылаҡ (22.12-20.01)
Ҡаршылыҡтарҙы лайыҡлы үтһәгеҙ, үҙегеҙҙе ҙур ҡаҙаныштар көтөр. Күп кенә проблемаларҙы хәл итеү матди хәлегеҙҙе  нығытыр. Йома һатып алынған әйберегеҙ уңышлы булыр. Был аҙнала яңғыҙлыҡтан йонсорһоғоҙ.

Һыуғояр (21.01-19.02)
Тирә-яҡтағыларҙың һеҙҙән нимә йәшереүен аңларға тырышығыҙ. Уйҙарығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ.  Ымһындырғыс тәҡдимдәрҙән ситтә тороғоҙ. Йортоғоҙҙа юҡтан тауыш сығармағыҙ. Туҡланыу рационын үҙгәртергә тура килер.

Балыҡ (20.02-20.03)
Хыялдарығыҙҙы ҡыйыу тормошҡа ашыра алаһығыҙ. Шаршамбы кеше эшенә ҡыҫылмағыҙ. Аҙна уртаһында финанс ауырлыҡтары тыуыр. Ялдарҙа ғаиләлә мөнәсәбәттәр ҡатмарлашыр. Яңғыҙҙарҙың үҙ ишен осратыуы мөмкин.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: