Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Октябрь 2023, 08:47

Мөмкинлектәре киң техника

16 октябрҙә Салауаттың «Флора» предприятиеһына яңы автогрейдер килтерелде. Махсус техника ҡала урамдарын тәртиптә тоторға мөмкинлек бирәсәк, яңы юлдар төҙөгәндә кәрәк буласаҡ.

Мөмкинлектәре киң техника
Мөмкинлектәре киң техника

16 октябрҙә Салауаттың «Флора» предприятиеһына яңы автогрейдер килтерелде. Махсус техника ҡала урамдарын тәртиптә тоторға мөмкинлек бирәсәк, яңы юлдар төҙөгәндә кәрәк буласаҡ.

Ҡала хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ГС-18.05-20 версияһындағы автогрейдер бик күп, шул иҫәптә ер, төҙөлөш эштәрен башҡарыуҙа һәм транспорт менән ташыуҙа ярҙам итәсәк.
Белгестәр белдереүенсә, был техника ярҙамында майҙандарҙы планлаштырыу һәм профилләү эштәрен башҡарыу, үлән сабыу, ерҙе тигеҙләү мөмкин. Шулай уҡ автогрейдер юл ситтәрен рәтләүҙә, соҡорҙар яһауҙа
һәм уларҙы ҡаплауҙа, территорияны ҡарҙан һәм төҙөлөш ҡалдыҡтарынан таҙартыуҙа алыштырғыһыҙ.
- Бындай техника менән күп кенә грейдерлау талап ителгән ихтыяждарҙы ҡапларбыҙ, муниципаль ойошмала ҙур күләмле эштәр башҡарыуға һәләтле техниканың булыуы ҡулай, - тип белдерҙе оператив кәңәшмә
ваҡытында ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Юлия Будаева.
- Иң мөһиме квалификациялы водитель эшләһен был техникала, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусыАртур Рундау.

Фото ҡала хужалығы идаралығынан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: