Фатирҙа сыҡҡан янғынды һүндереү һәм зыян күреүселәрҙе ҡотҡарыу - янғын һүндереүселәрҙең бурысы, ә бына янғындың нимәнән сығыуын тәүтикшереүселәр асыҡларға тейеш. Бының өсөн белем дә, эске тойомлау ҙа, фекерләү ҙә кәрәк. Бындай сифаттарҙы үҫтерергә уҡыуҙар һәм күнекмәләр ярҙам итә.
Уҙған аҙнала Салауат ҡалаһынан дүрт тәүтикшереүсе Өфөләге күләмле күнекмәләрҙә ҡатнашты. Уларҙың икәүһе: Салауат район-ара надзор эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге начальнигы урынбаҫары Марат Динисламов һәм стажер Сергей Аппель Туймазы һәм Нефтекама бүлектәренән коллегалары менән еңеүсе булды. Бөтә республиканан йыйылған иллегә яҡын кеше командаларға бүленде, уларға профессиональ
оҫталыҡтарын күрһәтеп, янғын сәбәптәрен асыҡларға кәрәк ине.
Янғын урыны итеп шартлы рәүештә Өфө янындағы торлаҡ булмаған күп ҡатлы йорт фатирҙарының береһе алына. Легенда буйынса, фатирҙа ауыр хәрәкәтләнгән яңғыҙ инвалид ир йәшәгән. Һуңғы тапҡыр уны
күршеһе күргән: янғын алдынан ул магазиндан пакет менән ҡайтып килгән, уның эсендә алкоголь дә булған.
Команданың һәр ҡайһыһы фатирҙа теүәл 15 минут эшләй. Ойоштороусылар тәүтикшереүселәрҙе күп дәлилдәр менән бутай: ҡоролған өҫтәлгә тәрилкәлар һәм алкоголь ҡуйылған, электрға тоташтырылған сәйнүк, ә балконда - тәмәке төпсөктәре һәм зажигалка.
- Команда ағзаларына бөтә был әйберҙәрҙе ҡарап сығыу өсөн 15 минут бирелә, уларҙы күтәрергә, әйләндерергә рөхсәт ителә. Һуңынан һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу мотлаҡ. Янғын урынында эшләгәндән һуң улар тышҡа сығып тикшереү протоколы төҙөй. Янғынға нимә сәбәпсе булыуын табырға Салауат тәүтикшереүселәре ярҙам итте, - тип аңлата ойоштороусылар.
- Бында иғтибарлылыҡ, тәжрибә, команда эше мөһим. Янғын сыҡҡан мәлгә өйҙә электр уты булмаған, тимәк, сәйнүк һәм сым янғын сәбәбе була алмай. Тәмәке тартыу менән версияны ла алып ташланыҡ, сөнки тәмәке һауыты балконда була, ә янғын, һис шикһеҙ, бүлмәлә башланған, - тип аңлата Марат Динисламов.
Янғын нимәнән сыҡҡан һуң? Асыҡланыуынса, сәбәпте асыҡларға төп дәлил - өҫтәлдәге металл шәмдәлдәр ярҙам итә.
- Күҙ алдына килтерәйек: алкоголь, ҡоролған өҫтәл, ә ут юҡ - эшкә шәмдәр егелә. Уларҙың икәүһе шәмдәлдәргә урынлаштырылған. Берәүһе постелгә төшөп, янғын сығыуға сәбәпсе була. Фатирҙы ҡарағандан һуң беҙ төҙөгән процессуаль документтар ҙа баһаланды, - ти Марат Динисламов.
Шуға команда лайыҡлы рәүештә беренсе урын ала ла инде.
- Күнекмәләр оҡшаны. Башҡа бүлектәр хеҙмәткәрҙәре менән эшләнек, күп яңы нәмә белдек. Тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бындай осрашыуҙар бик кәрәк, - тип һүҙен йомғаҡланы Марат Динисламов.
Салауат бүлегенең начальнигы Сергей Дегтярев та һөҙөмтә менән ҡәнәғәт булыуын белдерә.
Фото Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.