Йондоҙнамә (25 сентябрь - 1 октябрь)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Ҙур эш күләмен үҙегеҙ генә башҡара алмаһағыҙ, ситтән ярҙам һорарға ҡыйынһынмағыҙ. Йома отошло тәҡдим алырһығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән аралар яҡшы. Умыртҡа һөйәгенә иғтибарлы булығыҙ - ауыр күтәреп өҙлөгөп ҡуйыуығыҙ ихтимал.
Буға (21.04-21.05)
Элекке проблемалар артҡы планға күсер, ә тәүәккәл аҙымығыҙ яҡшы һөҙөмтәгә ирештерер. Уй-ниәттәрегеҙҙе ситтәргә һөйләмәгеҙ. Ялдарҙа ғаиләгеҙ иғтибар талап итер. Биологик актив матдәләрҙән, тәмләткестәрҙән баш тартып тороғоҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Аҙна отошло проекттар алып килер. Өҫтәмә килем финанс хәлегеҙҙе яҡшыртыр. Яратҡан кешегеҙ һеҙҙең хаҡҡа бөтә нимәгә әҙер. Сәйәхәткә ҡыйыу юллана алаһығыҙ. Даими хәрәкәттә булыу, йәйәү йөрөү сәләмәтлегегеҙҙе нығытыр.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Осор тыныс килмәксе. Аҙна аҙағында эштән командировкаға ебәреүҙәре ихтимал. Йома ниндәй генә хәлдә лә үҙегеҙҙе ҡулда тоторға тырышығыҙ. Ялдарҙы ғаиләгеҙ менән бергә үткәрегеҙ. Һөйгәнегеҙҙе ҡыҙғаныу конфликтҡа алып килер.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Һәүетемсә барған тормошоғоҙ ҡапыл икенсе боролош алыуы ихтимал. Сит кешеләрҙең тормошона ҡыҫылмағыҙ. Яңы танышығыҙҙың татлы вәғәҙәләренә ышанмағыҙ. Диетаға ултырып, организмығыҙҙы таҙартып алыу
ҡамасауламаҫ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Документтар тултырыу күп ваҡытығыҙҙы алыр. Яңы эш тураһындағы тәҡдимгә етди ҡарағыҙ. Тормош ваҡ-төйәктәренә иғтибар итмәгеҙ, юҡҡа көйәләнмәгеҙ, күңел тыныслығында йәшәгеҙ. Бауырығыҙ тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк.
Үлсәү (24.09-23.10)
Эштә үҙегеҙҙе ысын профессионал итеп күрһәтһәгеҙ, карьера баҫҡысынан үрләтеүҙәре, йә булмаһа хеҙмәт хаҡын күтәреүҙәре бар. Шәхси тормошоғоҙҙа сағыу ваҡиғалар көтә. Элекке бәйләнештәрҙе тергеҙерһегеҙ.
Саян (24.10-22.11)
Бөтә нәмәне үҙ ҡулығыҙға алып, хыялдарығыҙҙы бойомға ашыра башларһығыҙ. Яҡындарығыҙҙың кәңәше урынлы булыр. Ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙә аңлашылмаусанлыҡтар тыуыр. Шау-шыулы компанияларҙан ситтә тороғоҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Осор уҡсылар өсөн финанс өлкәһендә яҡшы сюрприз әҙерләй - ҙур килем алырһығыҙ. Яңғыҙҙар үҙ ишен осратыуы мөмкин. Күңелегеҙгә яҡын булмаған кешеләрҙе үҙ тормошоғоҙға индермәгеҙ. Физик күнекмәләрҙе самаһын белеп эшләгеҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Эшкә бөтә булған белемегеҙҙе һалығыҙ. Етәкселек һәм коллегаларығыҙ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итер. Һөйгәнегеҙ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү көтә. Һаулығығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ - элекке сирҙәрегеҙ ҡуҙғыуы бар.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Һеҙгә хыял диңгеҙендә йөҙөргә түгел, ә алдығыҙға аныҡ маҡсаттар ҡуйып эш итергә кәрәк. Ялдарҙы ғаиләгеҙ менән бергә ҡаланан ситтә уҙғарыу отошло. Яҡшы финанс хәлегеҙ эре әйбер һатып алырға мөмкинлек
бирер. Йоҡо режимын боҙмағыҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Осор үҙгәрештәр вәғәҙәләй. Финанс мәсьәләләрендә һаҡ булығыҙ - күп нимә юғалтыуығыҙ мөмкин. Яҡындарығыҙҙы берәй сюрприз эшләп ҡыуандырығыҙ. Тормош иптәшегеҙ менән аралар ышаныслы. Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ.