Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Август 2023, 15:39

Данлы үткәне булған ҡалаңдың тарихын беләһеңме?

Быйыл Салауат ҡалаһы һәм “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ҡаланың үҫеше “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте менән тығыҙ бәйләнгән. Бер яҡтан, был күп тә түгел һымаҡ, ә икенсе яҡтан, ул тотош тормош. Республикала төрлө күрһәткестәр буйынса өсөнсө урынды биләгән Салауаттың данлы үткәне, аныҡ бөгөнгөһө һәм ышаныслы киләсәге бар. Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, Салауат ҡалаһы, уға нигеҙ һалыусы предприятие тураһында яҡшы беләһегеҙме? Белемдәрегеҙҙе тикшереп ҡарау өсөн редакция иғлан иткән викторинала ҡатнашып, үҙ көсөгөҙҙө һынарға тәҡдим итәбеҙ. Яуаптарҙы редакцияға (Нефтселәр проспекты, 29) килтерергә була, [email protected] электрон адресына, “Бәйләнештә” соцаль селтәрҙәге “Салауат” гәзите төркөмөнә шәхси хәбәр итеп ебәрергә мөмкин. Тәүгеләрҙән булып дөрөҫ яуап биреүселәр бүләкһеҙ ҡалмаҫ. Эштәр 16 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

1. Ҡалаға нигеҙ һалыусы предприятие ҡасан төҙөлә башлай һәм ул тәүҙә нисек атала?

2. Әлеге Салауат ҡалаһы башта ниндәй статуста була һәм ҡала статусы ҡасан бирелә?

3. Ҡаланың тәүге урамы нисек атала?

4. Ҡала хакимиәте бинаһы нисәнсе йылда төҙөлә?

5. “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы нисәнсе йылда асыла?

6. Ҡалабыҙ исемен йөрөткән милли батырыбыҙға төньяҡтан ингән урында урынлашҡан һәйкәл нисәнсе йылда, ниндәй ваҡиға уңайынан ҡуйыла?

7. Ҡала гербындағы һәм флагындағы символдар нимәне аңлата?

8. Салауат гимнының авторҙары кем?

9. Ҡалала беренсе трамвай ҡасан ебәрелә?

10. “Мәңгелек ут” мемориаль комплексы ҡасан һәм ниндәй ваҡиға уңайынан асыла?

11. Әлеге тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынында элек нимә булған?

12. “Мономер” заводы ҡасан асыла?

13. “Салауат ҡалаһының почетлы гражданы” исеме ҡасан булдырыла?

14. Салауат ҡалаһы төҙөлөү сәбәпле, ниндәй ауылдар күсерелә, улар иҫтәлегенә ниндәй комплекс һәм ҡасан асыла?

15. Былтыр “Әннәби” йәмиғ мәсетенең нисә йыллыҡ юбилейы билдәләнде? Ошо унайҙан дини йортҡа ниндәй абруйлы ҡунаҡтар килде?

16. Күп функциялы ҡала дауаханаһының яңы корпусы рәсми рәүештә ҡасан асыла?

17. Ҡалала башҡорт телендәге милли баҫманың тәүге һаны ҡасан донъя күрә һәм уның тәүге мөхәррире кем була?

18. “Октябрь” кинотеатры алдындағы милли батырыбыҙға арналған мемориаль таш нисәнсе йылда һәм ҡайҙа күсереп ҡуйыла?

19. Салауат башҡорт дәүләт драма театры быйыл 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ҡыҙыҡ факт: ни өсөн ул ҡаланан олораҡ? Уға кем нигеҙ һала?

20. VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә Салауат ҡалаһы үҙендә ниндәй илдәрҙән вәкилдәрҙе ҡабул итә?

Гөлнара АСҠАРОВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: