газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Август 2023, 10:41

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (7 - 13 август)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (7 - 13 август)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Булған проблемаларҙы хәл итеү менән шөғөлләнегеҙ. Шаршамбы абруйлы кешенең кәңәше талап ителер. Документтар рәсмиләштереүҙе оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Аҡсаны маҡсатһыҙ тотоноу кеҫәгеҙҙе йоҡартыр. Дөрөҫ туҡланыуға күсегеҙ.

Буға (21.04-21.05)
Яңы танышлыҡтар көтөлә. Йомаға тәғәйенләнгән сәфәрҙәрҙе кисектереп тороу кәңәш ителә. Дүшәмбе яҡшы ғына аҡса эшләү мөмкинлеге тыуыр. Һөйгәнегеҙҙе хыянатта ғәйепләрһегеҙ. Күҙҙәрегеҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Отошло проектта ҡатнашыу тәҡдимен ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Эштә абруйығыҙ артыр, етәкселек хеҙмәтегеҙҙе лайыҡлы баһалар. Йәкшәмбе - иң шатлыҡлы  һәм уңышлы көн. Икенсе яртығыҙ менән һөйөп-һөйөлөп йәшәрһегеҙ.

Ҡыҫала (22.06-23.07)
Аҙна көсөргәнешле килмәксе. Яҡындарығыҙҙың ярҙамы ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға көс бирер. Шишәмбе үҙегеҙҙән насар уйҙарҙы ҡыуығыҙ. Һөйгәнегеҙ күптәнге хыялығыҙҙы бойомға ашырыр. Аҡсағыҙҙы ял итеүгә йүнәлтегеҙ.

Арыҫлан (24.07-23.08)
Күп эштәр һәм проекттар өҫтәмә көс һәм тырышлыҡ талап итер. Кәрәкмәгән иҫке әйберҙәрҙән арыныу сараһын күрегеҙ. Ял өсөн кеше күп булмаған тыныс урындарҙы һайлау отошлораҡ. Аҙна башында финанс
ауырлыҡтары тыуыр.

Ҡыҙ (24.08-23.09)
Карьера баҫҡысынан үрләү йәки яҡшыраҡ эш табыу форсаты сығыр. Шәмбе ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың килеүе  көтөлә. Бер аҙ аҡса проблемаһы тыуыр. Ҡаты сәй эсеүҙе сикләгеҙ. Физик әүҙемлек организмығыҙға һәйбәт йоғонто яһар.

Үлсәү (24.09-23.10)
Аҙна башында ауырлыҡтар һағалап торор. Шаршамбыға хәлдәр көйләнер. Ялдарҙа йортоғоҙҙо йыйыштырыу менәнмәшғүл булығыҙ. Йома командировкалар өсөн иң уңышлы көн. Шәхси тормошоғоҙҙа ҡырҡа үҙгәрештәр көтөлә.

Саян (24.10-22.11)
Осор уңышлы булырға вәғәҙәләй. Ҡыҙыҡлы эш урыны тәҡдим итерҙәр йә вазифағыҙҙа үрләтерҙәр. Аҙнаның икенсе яртыһында апаруҡ килем керер. Сәләмәтлек  менән ваҡ-төйәк проблемалар тыуыр. Һөйгәнегеҙ менән аралар һыуыныр.

Уҡсы (23.11-21.12)
Был аҙна төрлө ваҡиғаларға бай булыр. Бизнеста яңы мөмкинлектәр асылыр. Белем үҙләштереү тураһында уйланырһығыҙ. Йома тәүәккәл аҙым яһау өсөн яҡшы көн. Ялдарҙы ғаиләгеҙгә бағышлағыҙ. Финанс хәлегеҙ тотроҡло.

Ылаҡ (22.12-20.01)
Ниһайәт, финанс ауырлыҡтар артта ҡалыр. Кесаҙна партнерҙарығыҙ менән мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ихтималлығы бар. Ашҡаҙанығыҙ ауыртып яфалар. Ял көндәрендә бөтә эште ситкә ҡуйып, ғаиләгеҙ менән ялға юлланығыҙ.

Һыуғояр (21.01-19.02)
Хеҙмәт бурыстарын еңеллек менән башҡарырһығыҙ. Шаршамбылағы пландарығыҙҙың үҙгәреүе бар. Икенсе яртығыҙҙың ҡыҙыулыҡ менән әйтелгән һүҙҙәренә иғтибар итмәгеҙ. Йөрәк эшмәкәрлеге даими тикшерелеү талап итә.

Балыҡ (20.02-20.03)
Тиҙ һәм мөһим ҡарарҙар ҡабул итә торған мәл етте. Дүшәмбе пландарығыҙҙы емерерҙәй шарттар килеп тыуыуы мөмкин. Аҡса мәсьәләһе туғандарығыҙҙың ярҙамы менән хәл ителер. Яратҡан кешегеҙ менән һеҙҙе сәйәхәт көтә.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: