газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Май 2023, 16:58

Һеҙҙән - яҙылыу, Суфия апайҙан - бүләк

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Гәзиттең алдағы һанында гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыласағы тураһында яҙып сыҡҡайныҡ. Бөгөн тағы бер ҡыуаныслы хәбәр еткерергә ашығабыҙ - гәзитебеҙҙеңтоғро дуҫы, һоҡланғыс ҡул эштәре менән дан тотҡан Суфия апай Рәхимова беҙҙең менән бәйләнешкә сығып, гәзиткә яҙылыусылар өсөн бүләктәр әҙерләргә теләге булыуын белдерҙе.

Һеҙҙән - яҙылыу, Суфия апайҙан - бүләк
Һеҙҙән - яҙылыу, Суфия апайҙан - бүләк

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Гәзиттең алдағы һанында гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыласағы тураһында яҙып сыҡҡайныҡ. Бөгөн тағы бер ҡыуаныслы хәбәр еткерергә ашығабыҙ - гәзитебеҙҙең
тоғро дуҫы, һоҡланғыс ҡул эштәре менән дан тотҡан Суфия апай Рәхимова беҙҙең менән бәйләнешкә сығып, гәзиткә яҙылыусылар өсөн бүләктәр әҙерләргә теләге булыуын белдерҙе.

- Мин дә ҡалабыҙҙа башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер “Салауат” гәзите дуҫтары өсөн бүләк эшләргә булдым. Гәзиттә ҡала, республика, ил яңылыҡтары яҡтыртыла, билдәле шәхестәр, хеҙмәт оҫталары тураһында мәҡәләләр донъя күрә. Киләсәктә лә гәзиттең дуҫтары артһын, тигән теләктә ҡалам, - ти ул.
Суфия Нурый ҡыҙы тәҡдим иткән бүләктәргә уның күҙ нуры, күңел йылыһы һалынған. Шулай итеп, кем дә кем гәзиткә яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға алып килә, йә электрон почтаға ебәрә, уларҙың бүләк отоу ихтималлығы бар. Һеҙҙең өсөн Суфия апай ҡатын- ҡыҙҙарға күҙҙең яуын алырлыҡ еңел, заманса, стилләштерелгән өс түшелдерек, ир-аттарға түбәтәй, башҡорт орнаменты менән сигелгән телефон өсөн тышлыҡ һәм
данлы “Торатау” геопаркы сағылдырылған магнит әҙерләгән. Тәүәккәлләгеҙ, ашығығыҙ, бүләктәр үҙ хужаһын көтә. 

“Салауат” гәзитенә яҙылыу хаҡтары түбәндәгесә:
курьер килтереүе - 750 һум;
редакциянан килеп алыу - 606 һум.
Электрон яҙылыу бар - 642 һум.
Уға редакцияла һәм rbsmi.ru һәм podpiska. ru сайтында яҙылырға була.
Тулыраҡ мәғлүмәтте редакцияла белешә алаһығыҙ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: