газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Май 2023, 14:32

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (29 май - 4 июнь)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (29 май - 4 июнь)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Эшегеҙҙең саманан тыш күп булыуы икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә ҡатмарлыҡтар тыуҙырыр. Шуға карьера тураһында ғына уйламағыҙ. Ял көндәрендә тәбиғәткә сығығыҙ. Һаулығығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.

Буға (21.04-21.05)
Эштәге тырыш хеҙмәтегеҙ етәкселек тарафынан билдәләнмәй ҡалмаҫ. Һүҙегеҙҙе уйлап һөйләгеҙ, юғиһә, яратҡан кешегеҙҙе үпкәләтеүегеҙ бар. Дүшәмбе кеҫәгеҙгә аҡса инер. Алыҫтағы туғанығыҙҙан хәбәр алырһығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Был аҙна һеҙгә борсолоуҙар һәм хафаланыуҙар алып килер. Уларҙың күбеһе ғаиләгә бәйле булыр. Финанс хәлегеҙ тотороҡло. Килемлерәк эш урыны табыуығыҙ бар. Һауа шарттары сәләмәтлегегеҙгә насар йоғонто яһар.

Ҡыҫала (22.06-23.07)
Башлаған эштәрегеҙ уңышлы булыр. Йома етди ҡарар ҡабул итергә тура килер. Әлегә бер кем менән дә осрашыуҙар планлаштырмағыҙ. Аҡсағыҙ мул, шул уҡ ваҡытта ҙур ғына сығымдар ҙа көтөлә. Руль артында һаҡ булығыҙ.

Арыҫлан (24.07-23.08)
Аралашыу даирәһе киңәйер. Юлға сығыуығыҙ ихтимал. Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар шәхси тормошоғоҙға үҙгәреш индерер. Аҙна аҙағында коммерция килешеүҙәренән баш тартығыҙ. Һаулығығыҙ борсолоу тыуҙырмай.

Ҡыҙ (24.08-23.09)
Осор белемде камиллаштырыу һәм яңы эш эҙләү өсөн отошло. Үҙегеҙҙең хаҡлы икәнегеҙгә тулыһынса ышанып бөтмәһәгеҙ, кешеләр менән бәхәскә инмәгеҙ. Аҙна аҙағында планлаштырылмаған сәйәхәт көтә. Һөйгәнегеҙҙе көнләшмәгеҙ.

Үлсәү (24.09-23.10)
Яҙмыш һеҙҙе сыҙамлыҡҡа һынар, эске тауышығыҙға ғына ҡолаҡ һалығыҙ. Пландарығыҙ ҡапыл үҙгәреүе мөмкин. Ғаиләгеҙҙәге ваҡ-төйәк проблемаларҙы тиҙ арала хәл итергә тырышығыҙ. Өҫтәмә килем сығанағы эҙләгеҙ.

Саян (24.10-22.11)
Аҙна карьера баҫҡысынан үрләү һәм яңы эшлекле проекттар өсөн уңышлы. Яҡындарығыҙға йомшағыраҡ мөғәмәләлә булығыҙ, ваҡ етешһеҙлектәрен күрмәмешкә һалышығыҙ. Умыртҡа һөйәгенә иғтибар бүлегеҙ.

Уҡсы (23.11-21.12)
Бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алмағыҙ. Кесе йома юлға сығыу кәңәш ителмәй. Килемегеҙ һиҙелерлек артыр.  Икенсе яртығыҙ менән аралар ышаныслы. Туҡланыуҙы контролгә алығыҙ, күберәк емеш-еләк, йәшелсә ашағыҙ.

Ылаҡ (22.12-20.01)
Мөһим эштәрҙе тамамлауҙы аҙаҡҡа ҡалдырмағыҙ. Яратҡан кешегеҙҙең яғынан етерлек иғтибар булмауы бәхәс сығыуға сәбәпсе булыр. Йома эре әйбер һатып алмаҫҡа тырышығыҙ. Диетаға ултырыу күп кенә  проблемаларҙан арындырыр.

Һыуғояр (21.01-19.02)
Артыҡ ҙур пландар ҡормағыҙ. Дуҫтарығыҙ менән туғандарығыҙ араһында аралашсы ролен үтәргә тура килер. Ымһындырғыс тәҡдимдәрҙән ситтә тороғоҙ - алданыуығыҙ ихтимал. Яратҡан кешегеҙ һеҙҙең ярҙамға мохтаж.

Балыҡ (20.02-20.03)
Эштә абруйығыҙҙы түбәнәйтергә маташыусылар бихисап. Финанс хәлегеҙ менән ҡәнәғәт түгелһегеҙ. Ғаиләлеләрҙеңараһы нығыныр, ә яңғыҙҙарҙың үҙ ишен табыу ихтималлығы бар. Сәләмәтлегегеҙ менән
проблемалар тыуыр.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: