газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Май 2023, 13:21

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (15 - 21 май)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (15 - 21 май)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Килеп тыуған шарттар эштәге әҙер проектты ҡайтанан башҡарырға мәжбүр итер.Карьера баҫҡысынан үрләү мөмкинлеге бар. Һөйгәнегеҙ менән боҙолған аралар әле генә көйләнмәҫ. Үҙегеҙ менән ҙур суммала аҡса йөрөтмәгеҙ.

Буға (21.04-21.05)
Тормоштарын үҙгәртергә, яңы эшкә тотонорға теләүселәрҙе уңыш көтә. Алыҫ сәйәхәттәр күҙалланмай. Шишәмбе уйламаған ерҙән кеҫәгеҙгә аҡса керер. Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла яҡшы. Һаулығығыҙ борсолоу тыуҙырмай.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Был аҙнала ижади һәләтегеҙ артыр. Яратҡан кешегеҙ көтөлмәгән бүләк яһап ҡыуандырыр. Киноға, театрға, дуҫтарығыҙға  ҡунаҡҡа барыу өсөн яҡшы осор. Кеҫәгеҙ ҡалынайыр. Һалҡын тейҙереп ауырыуығыҙ ихтимал.

Ҡыҫала (22.06-23.07)
Ҡыҫалалар был аҙнала хеҙмәттәштәренең көнсөллөгө менән күҙгә-күҙ осрашыр. Уларға етәкселек менән яҡшы мөнәсәбәттә булыуығыҙ, эшегеҙҙе  яҡшы башҡарыуығыҙ оҡшамаҫ. Бер кемгә лә үтәй алмаҫтай вәғәҙәләр бирмәгеҙ.

Арыҫлан (24.07-23.08)
Ағым ыңғайына рәхәтләнеп йөҙә алаһығыҙ. Үҙегеҙҙә эшкә һәләтлелегегеҙ артыуын тойорһоғоҙ. Тик сит кешеләрҙең һүҙенә ышанмағыҙ. Яңғыҙҙар үҙ  ишен табыр. Ата-әсәйегеҙ йә туғандарығыҙ финанс яҡтан ярҙам күрһәтер.

Ҡыҙ (24.08-23.09)
Йыйылып киткән проблемаларҙы хәл итә алырһығыҙ. Маҡсатҡа ирешеү өсөн кешеләр менән күберәк аралашығыҙ. Ял  көндәрендә һатып алған әйберегеҙ уңышлы булыр. Өлкән йәштәге туғандарығыҙҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағыҙ.

Үлсәү (24.09-23.10)
Эштә етәкселектең күҙенә артыҡ салынмаҫҡа тырышығыҙ. Ялдарҙы ғаиләгеҙ менән бергә уҙғарығыҙ. Дөрөҫ тотона белһәгеҙ, аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ. Күберәк йәйәү йөрөгөҙ, йога менән шөғөлләнегеҙ. Һөйгәнегеҙ тәҡдим яһар.

Саян (24.10-22.11)
Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә теләһәгеҙ, ныҡышмалыраҡ булығыҙ, ҡул ҡаушырып ултырмағыҙ. Аҡса арҡаһында  ниндәйҙер бәхәс сығыр. Яҡындарығыҙҙы иғтибар һәм һөйөү менән сорнағыҙ. Һөйгәнегеҙгә тулыһынса ышанығыҙ.

Уҡсы (23.11-21.12)
Уҡсыларға был аҙнала көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға кәрәк. Дуҫтарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.  Икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәр асыҡламағыҙ - араларҙың боҙолоу хәүефе бар. Туҡланыуға етди ҡарағыҙ.

Ылаҡ (22.12-20.01)
Яңы проекттарға тотонмағыҙ, улар барыбер һөҙөмтә килтермәҫ. Был аҙнаны үҙегеҙгә бағышлағыҙ. Күберәк саф һауала йөрөгөҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ.  Аҡсағыҙҙы юҡ-барға әрәм-шәрәм итмәгеҙ. Шәмбе сәйәхәткә юлланыу өсөн уңышлы көн.

Һыуғояр (21.01-19.02)
Күп кенә ымһындырғыс тәҡдимдәр алырһығыҙ. Уларға ышанмағыҙ, алданыу ихтималлығы юғары. Шәхси тормошоғоҙҙо көйләү менән мәшғүл  булырһығыҙ. Сәләмәтлегегеҙгә үтә лә иғтибарлы булып талап ителә.

Балыҡ (20.02-20.03)
Эш урынын алыштырыу, күсенеү өсөн осор шәптән түгел. Мөһим ҡарарҙар  ҡабул иткәндә ғаилә ағзаларының да фекерен иҫәпкә алығыҙ. Йома кем менәндер етди һөйләшеү йәки ҙур конфликт көтә. Финанс хәлегеҙ тотороҡло.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: