газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Май 2023, 09:30

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (8-14 май)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (8-14 май)

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көтөлмәгәндә килеп тыуған шарттар арҡаһында эштәрегеҙҙең бер өлөшөн ҡайтанан башҡарырға тура килер. Шәхси тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр көтөлә. Был осорҙа кредит алыу ҡәтғи тыйыла. Һаулығығыҙға ҡул һелтәп ҡарамағыҙ.

Буға (21.04-21.05)
Ҡатмарлы мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итерһегеҙ. Күптәнге хыялығыҙ бойомға ашыр. Финанас хәлегеҙ тотороҡло. Оҙон юлға шәхси автомобилдә сыҡмау хәйерлерәк. Туғандарығыҙ ҡайһы бер пландарығыҙҙы хупламаҫ.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Ваҡиғалар уртаһында ҡайнарһығыҙ, тирә-йүндәгеләр һеҙгә һоҡланыуын белдерер. Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ. Килемегеҙ һиҙелерлек артыр. Яратҡан кешегеҙ уй-ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырырға ярҙам итер.

Ҡыҫала (22.06-23.07)
Эштә хеҙмәттәштәрегеҙ менән бәхәскә инеүегеҙ ихтимал. Хәл-ваҡиғаларҙы ҡуйыртмай, мөнәсәбәттәрҙе йәһәтерәк көйләргә тырышығыҙ. Әле һеҙгә әүҙем ял кәрәк. Имеш-мимештәргә ҡолаҡ һалырға тырышмағыҙ.

Арыҫлан (24.07-23.08)
Ижади һәләтегеҙ артыуын тойорһоғоҙ. Фекерҙәштәр тапһағыҙ, бергә ҙур уңыштарға ирешә алаһығыҙ. Кәңәш һорап тормош тәжрибәһе күберәк булған кешеләргә мөрәжәғәт итегеҙ. Икенсе яртығыҙ менән аралар боҙолор.

Ҡыҙ (24.08-23.09)
Осор ҡатмарлы киләсәк, ул һеҙҙе ныҡлыҡҡа һынар. Маҡсатҡа ынтылышлығығыҙ ҡатмарлы хәлдәрҙән сығырға ярҙам итер. Эштәге тырыш хеҙмәтегеҙ баһаланмай ҡалмаҫ. Тәбиғәттәге  ял сәләмәтлегегеҙҙе нығытыр, көс өҫтәр.

Үлсәү (24.09-23.10)
Алдығыҙға етди пландар ҡуйып ҡыйыу эш итә алаһығыҙ. Осор айырыуса күсемһеҙ милек һатып алыу өсөн ҡулайлы. Һөйгәнегеҙҙән ҡыйбатлы бүләк алырһығыҙ. Ваҡытында врачҡа мөрәжәғәт итеп, һаулығығыҙҙы тикшертегеҙ.

Саян (24.10-22.11)
Аҙна сағыу, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар бүләк итер. Кәрәкмәгән бәхәстәргә ҡыҫылмағыҙ, кеше һүҙен тыңламағыҙ. Ҙур  ғына сығымдар көтөлә. Икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәр яттар көнләшерлек. Иң уңышлы көнөгөҙ - шаршамбы.

Уҡсы (23.11-21.12)
Буш хыялдар менән йәшәмәгеҙ, аныҡ маҡсаттар ҡуйып алға ынтылығыҙ. Аҡса менән проблемалар тыумаҫ. Мөхәббәтегеҙгә тупаҫ бәрелмәгеҙ, үпкәләтеп ҡуйыуығыҙ бар. Туҡланыу рационына күберәк йәшелсәләр 
индерегеҙ.

Ылаҡ (22.12-20.01)
Осор мәшәҡәтле, әммә һөҙөмтәле килер. Эшлекле сәйәхәттәрҙә уңыш йылмаясаҡ. Кесе йома ышаныслы партнерҙарығыҙҙың ярҙамына иҫәп тота  алаһығыҙ. Ғаиләлә килеп тыуған сетерекле хәлдәрҙе килешеп хәл итегеҙ.

Һыуғояр (21.01-19.02)
Эште бөтә күңелегеҙҙе биреп башҡарғанға күрә һеҙҙең барыһы ла ыңғай барасаҡ. Өҫтәмә килем алыу сығанағы табырһығыҙ. Бөтә тормошоғоҙҙо үҙгәртерҙәй кеше менән осрашырһығыҙ. Һатып алған әйберегеҙ уңышлы булыр.

Балыҡ (20.02-20.03)
Был аҙнала карьера баҫҡысынан үрләү мөмкинлеге бар. Осор финанс яҡтан да шәп. Коллегалар менән мөнәсәбәттәр тотороҡло. Ғаиләгеҙҙә барыһы ла яҡшы. Сәйәхәткә юлланмау кәңәш ителә. Йәрәхәттәр алыуҙан һаҡланығыҙ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: