Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март , 13:55

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (6 - 12 март)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (6 - 12 март)

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор еңелдән килмәҫ. Башлаған эштәрегеҙҙе тамамларға тырышығыҙ. Карьерағыҙға аяҡ салырға маташырҙар. Дуҫтарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә һалҡынлыҡ һиҙелә. Шәхси тормошоғоҙ тураһында ситтәргә һөйләмәгеҙ.


Буға (21.04-21.05)
Аҙнаны аныҡ пландар менән башлағыҙ. Эштәге партнерҙар менән мөнәсәбәттәр тотороҡло. Яратҡан кешегеҙ менән үпкәләшкән булһағыҙ, ярашыу өсөн  әле иң ҡулай ваҡыт. Дуҫтарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Ҡуйған маҡсатығыҙға табан ҡыйыу бара алаһығыҙ. Йортоғоҙҙа тәртип булдырыу өсөн шәп осор. Уйламай әйтелгән һүҙ арҡаһында дуҫтарығыҙ менән аралар һыуыныр. Стрестар кисереү нервы системаһын зарарлар.


Ҡыҫала (22.06-23.07)
Был аҙнала лидерлыҡ сифаттарығыҙ алға сығыр. Тәүәккәллегегеҙ уңышҡа  тура юл асыр. Бергәләп сәйәхәткә юлланыу тормош иптәшегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыр. Ялдарҙы яратҡан шөғөлөгөҙгә бағышлағыҙ.


Арыҫлан (24.07-23.08)
Бөтә өлкәлә лә уңыш көтә. Финанс хәлегеҙ һиҙелерлек нығыныр. Эшегеҙгә ыңғай йоғонто яһарҙай яҡшы яңылыҡ  ишетерһегеҙ. Һаулығығыҙға ныҡлы иғтибар бирегеҙ. Тәнде сыныҡтырыу менән даими шөғөлләнегеҙ.


Ҡыҙ (24.08-23.09)
Ижади кешеләрҙең һәләте тулыһынса асылыр. Йондоҙҙар мөхәббәт өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр вәғәҙәләй. Һөйгәнегеҙ,  ниһайәт, һеҙгә тәҡдим яһар. Яңғыҙҙар үҙ ишен осратыр. Ялдарҙы ғаиләгеҙ менән ҡаланан ситтә уҙғарығыҙ.


Үлсәү (24.09-23.10)
Сәйәхәткә юлланыу кәңәш ителмәй.  Пландарығыҙҙы тормошҡа ашырыуға ҡамасаулаған шарттар килеп тыуыуы бар. Йортоғоҙҙа йылы мөхит булдырыу менән мәшғүл булырһығыҙ. Ғаиләләге мөнәсәбәттәр ышаныслы.


Саян (24.10-22.11)
Күптән өҙөлгән бәйләнештәрҙе тергеҙә алырһығыҙ. Дуҫтарығыҙ саҡырған тантанаға бармай ҡалмағыҙ. Гүзәл заттар аҙна  дауамында ир-егеттәрҙең иғтибарын тойор. Спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмағыҙ. 


Уҡсы (23.11-21.12)
Берлектәге проект эшләргә тәҡдим  итһәләр, ныҡлап уйламайынса ризалашмағыҙ. Йортоғоҙҙан бер ҡайҙа  ла ситкә китергә теләмәҫһегеҙ. Ғаиләгеҙ, балаларығыҙ төп урынды биләр. Һаулығығыҙ бер аҙ ҡаҡшар.


Ылаҡ (22.12-20.01)
Тирә-йүндәгеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә булырһығыҙ. Мауыҡтырғыс сәйәхәттәрҙән баш тартмағыҙ. Осор шәхси үҫеш һәм уҡыу өсөн отошло.  Төштәрегеҙҙең ысынға ашыуы мөмкин. Һөйгәнегеҙ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү көтә.


Һыуғояр (21.01-19.02)
Бөтә эштәр ҙә еңел бирелер. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ. Ҙур бүләк йәки отош алыуығыҙ ихтимал. Шәхси тормошоғоҙҙағы проблемалар үҙенән-үҙе хәл ителер. Спорт менән шөғөлләнеү һаулығығыҙҙы нығытыр.


Балыҡ (20.02-20.03)
Үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ. Яҡын туғандарығыҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшеүе мөмкин. Улар һеҙгә үҙ фекерен көсләп тағырға маташыр. Күптәр, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар, төҫ-башын үҙгәртергә теләр.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в