газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Ғинуар 2023, 17:54

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (23 - 29 ғинуар)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (23 - 29 ғинуар)

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна асыштарға бай булыр, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә юл асылыр. Тик дүшәмбе килеп тыуған шарттар пландарығыҙҙы бер аҙ үҙгәртергә мәжбүр итер. Сәләмәтлегегеҙгә бер нимә лә янамай, тик күңел торошона иғтибар бирегеҙ.
Буға (21.04-21.05)
Яңы мәғлүмәтте еңел үҙләштерерһегеҙ, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итерһегеҙ. Туҡланыу рационына йодҡа бай ризыҡтар индерегеҙ. Романтик осрашыуҙар көтөлә, тик мөхәббәттән башығыҙҙы юғалтмағыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Яңы көс менән ҡыҙыҡлы проекттарға һәм отошло эштәргә тотонорға әҙерһегеҙ. Тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртерҙәй ваҡиғалар көтөлә. Сәйәхәттәр уңышлы булыр. Ял көндәрен яҡындарығыҙ менән үткәреү өсөн ваҡыт табығыҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Осор әүҙем килер, күп эштәрҙең осона сығырһығыҙ. Карьера баҫҡысынан үрләү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Биргән вәғәҙәләрегеҙҙе үтәргә онотмағыҙ. Ғаиләлә килеп тыуған проблемаларҙы урында хәл итегеҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Тормошоғоҙҙо яңы биттән башларһығыҙ, тик үҙ көсөгөҙгә генә иҫәп тота алаһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙаяҡшы үҙгәрештәр күҙаллана. Финанс хәлегеҙ тотороҡло, тик был аҡсаны маҡсатһыҙ тотонорға мөмкин, тигәнде аңлатмай.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Дүшәмбе алыҫтан килгән яңылыҡ тормошоғоҙға ныҡ тәьҫир итер. Яратҡан кешегеҙ менән үпкәләшкән булһағыҙ, ярашыу өсөн бик шәп мәл. Аңғармаҫтан эре әйбер һатып алыу финанс хәлегеҙҙең мөшкөлләнеүенә килтерер.
Үлсәү (24.09-23.10)
Аҙнаның тәүге яртыһын яңғыҙлыҡта, тыныслыҡта үткәреү хәйерле. Был осорҙа бер ниндәй ҙә мөһим ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Ғаилә ағзалары менән мөнәсәбәттәр ҡатмарлашыр. Саф һауала күберәк йөрөргә
тырышығыҙ.
Саян (24.10-22.11)
Ағым ыңғайына ғына йөҙөү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәүен аңларһығыҙ. Йома яҡшы килем килтерерҙәй эшлекле тәҡдим алырһығыҙ. Һөйгәнегеҙҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ. Организмығыҙҙы витаминдар менән
байытығыҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Аҙнаның тәүге көндәренән үк матди мәсьәләләрҙе хәл итә башлағыҙ. Эштәге мөхит яҡшы, хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәр ышаныслы. Ата-әсәйегеҙ менән аралар нығыныр. Иң уңышлы көнөгөҙ - кесаҙна.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Бизнес буйынса яңы партнерҙарҙы ҡат-ҡат тикшерегеҙ, быны һиҙҙермәйенсә генә эшләгеҙ. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ. Шәмбе күберәк ваҡытығыҙҙы балалар менән аралашыуға бүлегеҙ. Йәрәхәттәр алыу
хәүефе юғары.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Аҙна мәшәҡәтле килер, хатта ялдарҙа ла эш менән мәшғүл булырһығыҙ. Ҡаршылыҡтар ҙа осрап ҡына торор. Мутлашыусылар ҡулына эләгеүҙән һаҡ булығыҙ. Яҡындарығыҙға иғтибар бүлергә онотмағыҙ. Яңы танышығыҙ барлыҡҡа килер.
Балыҡ (20.02-20.03)
Юғалтыуҙар ҙа, табыштар ҙа булыр. Тормошоғоҙ бөтөнләй икенсе боролош алыр. Шаршамбы шатлыҡлы хәбәр еткерерҙәр. Күптән дуҫлашып йөрөгән кешегеҙ менән аралар өҙөлөр. Умыртҡа һөйәгенең торошона
иғтибар бирегеҙ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: