Йондоҙнамә (9 - 15 ғинуар)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна уңышлы килер. Сит кешеләрҙең бәхәсенә инмәгеҙ. Йортоғоҙҙа һәм эштә тәртип урынлаштырығыҙ. Яҡындарығыҙ ярҙамығыҙға мохтаж. Тын юлдарына иғтибарҙы йүнәлтегеҙ. Һөйгәнегеҙҙең һеҙгә ҡарата ихтирамы артыр.
Буға (21.04-21.05)
Коллегалар менән уртаҡ тел таба алмаҫһығыҙ. Йәшәү урынын алыштырыу алдығыҙҙа яңы офоҡтар асыр. Яратҡан кешегеҙ менән мөнәсәбәттәр тағы ла нығыныр. Бергәләп сәйәхәткә юлланыу өсөн яҡшы осор. Саф һауала күберәк булырға тырышығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Йортоғоҙҙо төҙөкләндереү өсөн күп көс һалырһығыҙ. Ҡыйбатлы көнкүреш техникаһын һатып алышырға туғандарығыҙ ярҙам итер. Никахҡа инергә теләүселәр өсөн уңайлы осор. Төштәрегеҙ ысынға ашыр.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Яңы проекттарға һәм башланғыстарға тотонмағыҙ - улар уңыш килтермәҫ. Туғандарығыҙҙың хәлен йышыраҡ белешегеҙ. Аҙна аҙағында юбилейға саҡырырҙар. Яҡын кешегеҙ сюрприз эшләп ҡыуандырыр.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Эштә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешерһегеҙ. Аҡсалата премия бирерҙәр. Әйткән һүҙегеҙгә хужа була белегеҙ, яңылыш кемделер үпкәләтеүегеҙ бар. Организмығыҙҙы һауыҡтырыуға йүнәлтелгән диета курсын башлау өсөн
отошло ваҡыт.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Элекке проекттарығыҙҙы тамамлау финанс хәлегеҙҙе көйләр. Проблемаларҙан һәм борсолоуҙарҙан арынығыҙ. Был осорҙа асыу сығарыу, ирешеү, алдашыу ҡәтғи тыйыла. Ғашиҡтарҙың бер-береһенә тағы ла ихтирамы артыр.
Үлсәү (24.09-23.10)
Йыйылып киткән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн яҡшы мәл. Ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәү хәйерлерәк. Аҡсаға мохтажлыҡ юҡ. Ғаиләлә бөтә эштәрҙе лә бергә башҡарырһығыҙ. Ашҡаҙанығыҙ ауыртып аптыратыр, мотлаҡ врачҡа күренегеҙ.
Саян (24.10-22.11)
Был аҙнала әүҙем тормош рәүеше алып барыу кәңәш ителә. Күберәк аралашығыҙ, сәйәхәткә юлланығыҙ. Ғаиләлә йылы мөхит булдырырһығыҙ. Аҙна аҙағында романтик осрашыу көтә. Иммунитетығыҙҙы күтәрегеҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Планлаштырылған эштәрҙең барыһын да уңышлы башҡарырһығыҙ. Матди хәлегеҙ яҡшырыр. Был һеҙгә хыялдарығыҙҙы бойомға ашырырға мөмкинлек бирер. Сәләмтәлегегеҙгә ҡул һелтәп ҡарамағыҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Көсөгөҙҙөң артыуын тойорһоғоҙ. Бар эштәр ҙә ыңғай барасаҡ. Ҡыҫҡа ваҡытлы сәфәргә юлланырға тура килер. Хеҙмәт урынында үрләтеүҙәре ихтимал. Һаулығығыҙ борсолоу тыуҙырыр. Өлкәндәрҙең кәңәшенә, тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалығыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Буш ваҡытығыҙҙы психологияны тәрәнерәк өйрәнеү өсөн бүлегеҙ. Мунсаға йәки саунаға барыу рухи яҡтан таҙарынырға ярҙам итер. Бурыстарығыҙ булһа, мотлаҡ түләп бөтөрөгөҙ. Ғаилә менән мәҙәни сараларға барығыҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Фатир һатып алыу, йәшәү урынын алыштырыу өсөн отошло осор. Ғаиләгеҙҙә килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтарҙы тормош иптәшегеҙ менән тыныс ҡына хәл итерһегеҙ. Кеше күпләп йөрөгән урындарҙа булмаҫҡа тырышығыҙ. Финанс хәлегеҙ яҡшы.