газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Ғинуар 2023, 13:56

Йондоҙҙар 2023 йылға ни юрай?

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл - Ҡуян йылы. Ҡуян - йомшаҡ, наҙлы йәнлек, шуға күрә лә үҙенә оҡшаш характерлы кешеләрҙе ҡурсалап торор. Йыл тыныс булыр тип вәғәҙәләнә, һәр кем килеп тыуған көтөлмәгән хәлдән сығыу юлдарын табыр.

Йондоҙҙар 2023 йылға ни юрай?
Йондоҙҙар 2023 йылға ни юрай?

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл - Ҡуян йылы. Ҡуян - йомшаҡ, наҙлы йәнлек, шуға күрә лә үҙенә оҡшаш характерлы кешеләрҙе ҡурсалап торор. Йыл тыныс булыр тип вәғәҙәләнә, һәр кем килеп тыуған көтөлмәгән хәлдән сығыу юлдарын табыр.

Ҡуҙы (21.03-20.04)
2023 йылда ҡуҙыларға ыңғай үҙгәрештәргә әҙер булырға кәрәк. Һеҙ бөтә башланған эштәрегеҙҙе атҡарып сыға алырһығыҙ. Карьерала үҫеш вәғәҙә ителһә лә, эш алыштырыу тураһында уйланырһығыҙ. Матди хәлегеҙҙә тотороҡлолоҡ һаҡланыр. Шәхси тормошоғоҙҙа һәр ваҡыт янығыҙҙа терәк кешене тойорһоғоҙ. Һаулыҡ өсөн дөрөҫ туҡланыуға өҫтөнлөк бирергә тырышығыҙ.
Буға (21.04-21.05)
Ҡуян һеҙгә барлыҡ башланғыстарығыҙға уңыш юлдаш итер. Яҡшы килемле эш тәҡдиме алырһығыҙ, әммә һөнәрегеҙҙе кардиналь үҙгәртеү кәңәш ителмәй. Финанс хәлегеҙ башҡарылған эштән торор, ни тиклем һәйбәт эшләһәгеҙ, кеҫәгеҙ ҙә шул тиклем ҡалын булыр. Ғаиләләрҙә мөнәсәбәттәр тик ихлас хистәргә ҡоролор. Никахлашыу һәм бәпес табыу өсөн һәйбәт йыл. Һаулығығыҙ артыҡ борсомаҫ, тик алама ғәҙәттәрҙән арыныу яҡшы булыр.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)
2023 йылда игеҙәктәрҙе бөтә ҡатмарлыҡтар урап үтер. Ваҡ ҡына тормош проблемалары еңел һәм тиҙ хәл ителер. Һөнәр өлкәһендә бөтә оҫталығығыҙҙы күрһәтеп абруй ҡаҙанырһығыҙ. Йыл дауамында килеп кергән аҡсаларығыҙҙы ваҡ-төйәккә сарыф итмәгеҙ, йыйып ҙур нимә алыу хәйерлерәк. Шәхси тормошоғоҙҙа хис-тойғолар ҡайнап торор, үпкәләшеү ҙә, ярашыу ҙа булыр. Күңел тыныслығын
сәйәхәттәрҙә табырһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06-23.07)
Ҡуян йылы ҡыҫалалар өсөн актив хеҙмәт ваҡыты, улар эшкә һәләтлелегенең бөтә мөмкинлектәрен асып һалыр. Тырышлыҡтары матди хәлендә лә сағылмай ҡалмаҫ. Килемле ҡыҫалалар һәйбәт урында ял итә, эре әйбер һатып ала алыр. Парлыларҙың аралары ныҡ булыр, ә никахлашмағандарҙың араларын өҙөүе бар. Йондоҙҙар һеҙгә кәүҙәгеҙҙе, психологик торошоғоҙҙо контролдә тоторға кәңәш итә.


Арыҫлан (24.07-23.08)
Арыҫландарға бәхетле һәм уңышлы булыу өсөн көрәшергә тура килер. Ҙур проблемалар осрамаҫ, әммә маҡсатҡа ирешеү өсөн дә күп көс һалырһығыҙ. Өҫтәмә белем, йә һөнәр алырһығыҙ. Аҡсағыҙҙы елгә осороу холҡон ташларға кәрәк, юғиһә, экономиялап йәшәрһегеҙ. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр бер аҙ борсолдороп алған мәлдәр булыр. Спорттың сәләмәтлек өсөн ни тиклем файҙа килтереүен аңларһығыҙ.


Ҡыҙ (24.08-23.09)
Ҡыҙҙар өсөн имен йыл килә. Глобаль үҙгәрештәр булмаһа ла, бөтә тормошоғоҙ яйлы ғына барыр. Эштә үҙегеҙҙе йөҙ процентҡа күрһәтһәгеҙ, һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ. Килемегеҙ килеп торор,
сығып торор, иң мөһиме файҙаһын күрерһегеҙ. Ғаиләлеләр аңлашып, кәңәшләшеп донъя көтөр, тик сит-яттарҙың арағыҙҙы боҙорға маташыуы ҡамасаулар. Алама ғәҙәттәрҙән бөтөнләй арынып, сәләмәт тормош рәүешенә күсерһегеҙ.


Үлсәү (24.09-23.10)
Һеҙ был йылда асығыраҡ булһағыҙ, коллективта абруйығыҙ нығыныр. Ваҡиғалар тиҙ алмашыныр, улар артынан өлгөрһәгеҙ, һеҙҙән шәп кеше булмаҫ. Эштәге уңыштарығыҙ килемегеҙҙе арттырыр, хатта үҙ бизнесығыҙҙы асыу мөмкинлеге тыуыр. Ғаиләләге мөхит тулыһынса һеҙҙең ҡулда булыр, һөйгәнегеҙҙе артыҡ ҡыҙғаныу мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштерер. Бөтә нимәне күңелегеҙгә яҡын алыу йөрөк сирҙәрен ҡуҙғытыуы мөмкин, тәбиғәттән көс алығыҙ.


Саян (24.10-22.11)
Һеҙгә киләһе йылда тик үҙегеҙҙең көсөгөҙгә генә ышанырға кәрәк булыр. Хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәле булыр, әммә бик тыныслыҡ көтмәгеҙ, ҡаршылыҡтар осрар, етди ҡарарҙар ҡабул итерһегеҙ. 2023 йылда хеҙмәт хаҡығыҙҙы арттырырҙар, премиялар алырһығыҙ. Иң мөһиме, килгән аҡсағыҙҙы дөрөҫ файҙалана белегеҙ. Яҡындарығыҙға ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ. Мөхәббәтегеҙ ныҡлыҡҡа һыналыр. Мотлаҡ рәүештә диспансеризация үтегеҙ, сирҙәрегеҙҙе ваҡытында дауалағыҙ.


Уҡсы (23.11-21.12)
2023 йыл уҡсылар өсөн ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Күптәргә ҡапыл үҙгәрештәр кисерергә тура килер. Финанс хәлегеҙ был йылда яҡшырыр һәм һеҙ ҙур әйбер һатып ала алырһығыҙ, бик һәйбәт ял итеүгә лә мөмкинлек тыуыр. Уҡсыларға йылды яңғыҙ үткәреү янамай, киреһенсә, һеҙ һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Ғаилә ҡороусылар, бала табыусылар күп булыр. Инфекция эләгеп сирләү осраҡтары йышайыр, профилактик саралар күрегеҙ.


Ылаҡ (22.12-20.01)
Ылаҡтар үҙҙәренең үҫеше өсөн күп көс һалыр. 2023 йылда бик күп ҡатмарлы бурыстарҙы хәл итеү талап ителһә лә, һеҙ уларҙы лайыҡлы атҡарып сығырһығыҙ. Йылдың тәүге яртыһында артыҡ аҡса булырына өмөт итмәгеҙ, йәйгә табан хәл тотороҡланыр. Бер-берегеҙгә күберәк иғтибар бүлгәндә генә никахығыҙҙы һаҡлап ҡала алырһығыҙ. Эштәге арыу, йоҡо туймау физик хәлегеҙҙе ҡаҡшатыр, дөрөҫ көн режимын һаҡларға тырышығыҙ.


Һыуғояр (21.01-19.02)
Һыуғоярҙар киләһе йылға үҙ маҡсаттарын аныҡ билдәләргә һәм төрлө өлкәләрҙә лә тырышып эшләргә тейеш. Ҡыйыу рәүештә эш алыштыра алаһығыҙ, һәр ерҙә лә өлгәшерһегеҙ. Матди хәлегеҙ йылдың
икенсе яртыһында тотороҡланыр. Шәхси тормошоғоҙҙа тыныслыҡ һаҡланыр, шулай ҙа ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа, араларҙы өҙөргә ашыҡмағыҙ. Йәрәхәт алыуҙан һаҡланығыҙ. Ҡан баҫымы күтәрелеүҙән ҡотолор өсөн әүҙем тормош рәүеше алып барығыҙ.


Балыҡ (20.02-20.03)
Ҡуян йылы - һеҙҙең өсөн һөҙөмтәле йыл. Күп кенә идеяларығыҙҙы тормошҡа ашыра алырһығыҙ. Эш өлкәһендәге алға китеш аҡсалата табыш килтереүен дә тойорһоғоҙ. Хеҙмәттәге уңыштарығыҙ сағылышында шәхси тормошоғоҙ әҙерәк баҙыҡланып ҡалыр. Парлыларҙың һөйөүе һынау үтер, мөхәббәтегеҙҙе һаҡлап ҡалыу һеҙҙең ҡулда ғына булыр. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр, физик күнекмәләр менән дуҫлашҡас үҙегеҙҙе бик һәйбәт тоя башларһығыҙ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: