газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Ғинуар 2023, 20:29

Ҡуян йылы именлек һәм муллыҡ алып кил!

Яңы 2023 йылға аяҡ баҫтыҡ. Ул ғаилә бәхете, игелек, тыныс һәм матур мөнәсәбәттәр алып килер, тип ышандыралар. Ҡуян йылы шулай уҡ белем алыу, сәйәхәттәр, йорт, фатир мәсьәләләрен хәл итеү өсөн дә яҡшы буласаҡ.

Ҡуян йылы именлек һәм муллыҡ алып кил!
Ҡуян йылы именлек һәм муллыҡ алып кил!

Яңы 2023 йылға аяҡ баҫтыҡ. Ул ғаилә бәхете, игелек, тыныс һәм матур мөнәсәбәттәр алып килер, тип ышандыралар. Ҡуян йылы шулай уҡ белем алыу, сәйәхәттәр, йорт, фатир мәсьәләләрен хәл итеү өсөн дә яҡшы буласаҡ.

Бесәй (ҡуян) йылы
Ҡуян үҙ-үҙенә хужа. Әммә был йылдың 12 айында ла барыһы ла шыма барыр, тигәнде аңлатмай, мәшәҡәттәр өҫтәлеп торор. Шәхси үҫеш өсөн алдығыҙҙа ҙур мөмкинлектәр асылыр. Туғандарығыҙ
менән йылы мөнәсәбәттәр һаҡланыр. Үҙ бәхетегеҙҙе осратыу ихтималлығы юғары. Матди ауырлыҡтар кисермәҫһегеҙ. Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу һаулығығыҙға файҙа килтерер.

Аждаһа йылы
Йыл уңышлы һәм тыныс килмәксе. Үҙегеҙҙе сағыу һәм иҫтәлекле ваҡиғалар көтә. Тик эш урынында уңышҡа ирешә алмаҫһығыҙ. Сығымдарығыҙҙы дөрөҫ бүлһәгеҙ, финанс ҡытлығы кисермәҫһегеҙ. Икенсе яртығыҙ итеп күргән кешене бар яҡтан да һынап ҡарағыҙ. Аш эшкәртеү системаһында бер аҙ үҙгәрештәр булыуы мөмкин, шуға йыл башынан уҡ туҡланыу рационына үҙгәрештәр индерегеҙ.

Йылан йылы
Йыл хужаһы йыланға бар яҡтан да ярҙам итергә әҙер. Коллективығыҙҙа абруйығыҙҙы күтәреү йәһәтенән тырышлыҡ һалырға кәрәк. Ғаиләлә килеп тыуған аңлайышһыҙ ваҡиғаларға ваҡытында
сик ҡуя алырһығыҙ. Тормошоғоҙҙо боҙорға теләгән кешеләрҙән үҙегеҙҙе сикләгеҙ. Өҫтәмә килем сығанағы финанс хәлегеҙҙе нығытыр. Бауырығыҙҙың торошона иғтибар бирегеҙ.

Йылҡы йылы
Күп ваҡытығыҙҙы эштә уҙғарырһығыҙ. Яңы партнерҙар эҙләмәгеҙ, иң яҡшыһы - элеккеләре менән бәйләнештәрҙе тергеҙеү. Тәүге ярты йылда күп кенә аҡса тупларһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай яҡҡа
үҙгәрештәр булыр. Иммунитетығыҙҙы нығытыу өсөн саф һауала күберәк йөрөгөҙ.

Кәзә (һарыҡ) йылы
Һөҙөмтәле йыл көтә. Шул уҡ ваҡытта хафаланыу һәм тетрәнеүҙәр ҙә булыр. Хеҙмәт бурыстарығыҙ алғы планға сығыр. Эшһеҙҙәргә уңыш йылмайыр. Күңелегеҙгә оҡшаған кеше менән ышаныслы мөнәсәбәттәр төҙөүгә ирешерһегеҙ. Аҡсаны үҙ көсөгөҙ менән табырһығыҙ. Насар ғәҙәттәрегеҙҙән арынһағыҙ, организмығыҙ сәғәт кеүек эшләй башлар.

Маймыл йылы
Йыл еңелдән килмәҫ, әммә ул ҡыҙыҡлы һәм нәтижәле булыр. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡлағыҙ. Килеп тыуған проблемаларҙың иң башта сәбәбен асыҡлағыҙ, эште үҙегеҙҙән
башлағыҙ. Ғаиләлеләрҙең аралары нығыныр. Килемегеҙ артыр. Әммә был аҡсаны уңға-һулға туҙҙырырға мөмкин тигәнде аңлатмай. Сәләмәтлегегеҙгә ҡул һелтәп ҡарамағыҙ.

Әтәс йылы
Тырыш хеҙмәтегеҙ, изге эштәрегеҙ лайыҡлы баһаланыр. Матди хәлегеҙ артыҡ шәптән булмаһа ла, аҡсаға бәйле проблемалар кисермәҫһегеҙ. Тормош иптәшегеҙ менән бәхәскә инмәгеҙ, эштәрҙең ҙурға китеүе ихтимал. Парһыҙҙар үҙ ишен яңы эш урынында осратыуы бар. Һаулығығыҙ борсомаҫ, әммә үт ҡыуығын, эсәктәр эшмәкәрлеген контролдә тотоғоҙ.

Эт йылы
Яҡшы мәлдәр күберәк булыр. Финанс проблемалары урап үтер. Эштә бурыстарығыҙҙы ашыҡмай башҡарығыҙ, коллегаларығыҙҙың тормошона ҡыҫылмағыҙ. Кемдеңдер фекере менән риза булмауығыҙ арҡаһында аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыуы бар. Аҡсағыҙҙы иркен тотона алаһығыҙ. Яңғыҙҙар икенсе яртыһын осратыуға өмөт итә ала. Сәләмәтлегегеҙгә хәүеф янамай.

Ҡабан (сусҡа) йылы
Эштә ҙур уңыштарға өмөт итә алаһығыҙ. Айырыуса карьера тураһында етди уйланғандарға мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға кәрәк. Пландарығыҙҙы ҡыйыу бойомға ашырырһығыҙ. Ғаиләгеҙҙә йылы
мөхит хакимлыҡ итер. Йылды матди ҡыйынлыҡтарһыҙ үткәрерһегеҙ. Үҙегеҙҙе уратып алған кешеләр менән еңел аралашырһығыҙ. Сәләмәт тормош рәүеше алып барыу һаулығығыҙға ыңғай йоғонто яһар.

Ҡомаҡ (сысҡан) йылы
Сысҡандар алдарына ҡуйылған бурыстарҙы һис ауырлыҡһыҙ башҡарыр. Ҙур уңыштар ҙа, хафаланырлыҡ мәлдәр ҙә етерлек булыр. Эштә вазифағыҙ буйынса үрләтерҙәр. Ғаиләгеҙҙең йылы мөнәсәбәтен
тойорһоғоҙ. Финанс хәлегеҙ тотороҡло. Шәхси тормошоғоҙҙа әллә ни үҙгәрештәр күҙалланмай. Сәләмәтлегегеҙ борсомаҫ, тик сирҙең тәүге билдәләре күренеү менән мотлаҡ врачҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Үгеҙ йылы
Ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Хеҙмәт урынында уңышҡа ирешеү өсөн бөтә көсөгөҙҙө һалырға тура килер. Янсығығыҙ йә мул, йә буш булыр. Шуға аҡсағыҙҙы дөрөҫ бүлергә өйрәнегеҙ. Ғаиләгеҙҙә мөнәсәбәттәр ышаныслы. Мөхәббәт өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр көтә. Яңғыҙҙар үҙ ишен осратыуы ихтимал. Һаулығығыҙ менән проблемалар тыумаҫ, әммә йәрәхәттәр алыу хәүефе бар.

Юлбарыҫ йылы
Йыл хужаһы менән уртаҡ тел табыу еңелдән булмаҫ. Шулай ҙа күп кенә проблемаларҙы ситтән ярҙам һорамайынса хәл итә алырһығыҙ. Эштә әллә ни уңыштарға ирешмәҫһегеҙ. Ғаиләгеҙ - төп таянысығыҙ. Яңы танышлыҡтар онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итер. Финанс хәлегеҙҙе даими контролдә тотоғоҙ. Сәләмәтлегегеҙ тураһында артыҡ хафаланырға кәрәкмәй, тик насар ғәҙәттәрҙән арынығыҙ.

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: