Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Ғинуар 2023, 21:26

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (2-8 ғинуар)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (2-8 ғинуар)

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна һеҙҙең өсөн көсөргәнешле килер. Дуҫтарығыҙ менән аралар боҙолор. Һеҙгә күп кеше йыйылған ерҙә булмау хәйерлерәк. Аҙна уртаһында күптәнге танышығыҙ сюрприз яһар. Ял көндәрен
медитация менән үткәрегеҙ.
Буға (21.04-21.05)
Буғаларҙың шәхси тормошонда киҫкен боролош көтөлә. Яратҡан кешегеҙ менән уртаҡ тел таба алмай аптырарһығыҙ. Туристик сәфәргә сығып китеүегеҙ ихтимал. Руль артында иғтибарлы булығыҙ, юғиһә, штраф сәпәүҙәре бар.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Игеҙәктәр күберәк сәләмәтлектәре тураһында хәстәрлек күрер. Иммунитет төшөү арҡаһында вируслы инфекциялар йоғор. Оло туғандарығыҙға ярҙам итеү талап ителер. Элеккке мөхәббәтегеҙҙе осратыу
хистәрҙе яңыртыр.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Һеҙҙең өсөн мөхәббәт темаһы көнүҙәккә әйләнер, мөнәсәбәттәрҙә көрсөк һиҙелер. Балаларығыҙға ла сабыр булығыҙ. Һеҙҙе был көндәрҙә әллә ниндәй эшкә егеү һөҙөмтәһеҙ. Ә бына күңел асыу
тиһәң, һеҙ алғы планда.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Ғаиләләге именлектән, татыулыҡтан үҙегеҙҙе иң бәхетле кеше итеп тойорһоғоҙ. Өйөгөҙҙән ҡунаҡтар өҙөлмәҫ. Шул уҡ ваҡытта фатирығыҙҙа ваҡ ҡына ремонт та яһап өлгөрөрһөгөҙ. Аҙна аҙағында
оҙон юлға сыҡмау хәйерле.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Ҡыҙҙар таныштары йә туғандары менән конфликтҡа инер, ҡайһы берәүҙәре менән бөтөнләй араларҙы өҙөрһөгөҙ. Ә ғашиҡтарҙың, киреһенсә, мөнәсәбәттәре нығыныр. Сәләмәтлегегеҙҙе күҙ уңынан
ысҡындырмағыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Үлсәүҙәрҙең тырышлыҡ һалмай ғына аҡса эшләү теләге барлыҡҡа килер, әммә еңел аҡса һеҙҙең өсөн түгел, отолорһоғоҙ. Һөйгәнегеҙгә бүләкте үҙе менән кәңәшләшеп алығыҙ. Аҙна аҙағына бик
ҡыҙыусанға әйләнерһегеҙ, үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ.
Саян (24.10-22.11)
Саяндарҙың ғаиләләге мөнәсәбәттәре ҡатмарлашыр, көнкүреш һорауҙарында фекерҙәрегеҙ тап килмәҫ. Буш ваҡытығыҙҙы өйөгөҙҙән ситтә уҙғарыу яҡшыраҡ. Һыуыҡ тейҙереү ихтималлығы юғары, йылы кейенеп йөрөгөҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Аҙнаның тәүге яртыһы сәфәр өсөн бик уңышлы түгел. Шәхси тормошоғоҙ тураһында артыҡ кешегә һөйләп бармағыҙ, яуыз уйлылар ғәйбәт таратыр. Ҡулығыҙға аҡса инеү менән йортоғоҙға бик кәрәкле әйбер һатып алырһығыҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Ылаҡтар финанс һорауҙа ҡатмарлыҡтар кисерер, сөнки ашығыс аҡса кәрәк булыр. Дуҫтарығыҙҙан һорағыҙ, ярҙам итерҙәр. Һөйгәнегеҙҙән битарафлыҡ тойорһоғоҙ. Тәбиғәттәге ял иң шәбе булыр.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Ниндәйҙер эштәрегеҙ булһа, бик ауырлыҡ менән барыр, моғайын, уларҙы ҡалдырып торорға ла тура килер. Һеҙҙең алда яңы сер асылыр. Тыныслыҡты яңы танышлыҡтарҙан эҙләрһегеҙ, әммә был
хәлдән сығыу юлы түгел.
Балыҡ (20.02-20.03)
Балыҡтарға үҙ мәнфәғәттәрен яҡларға кәрәк булыр. Шул уҡ ваҡытта һеҙгә аяҡ салыусыларҙы асыҡларһығыҙ. Киләсәккә пландар ҡороу өсөн ҡулай осор. Шәхси тормошоғоҙҙа матур тәьҫораттар
бүләк итерлек саралар көтөлә.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: