газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Декабрь 2022, 18:08

Яңы 2023 йыл - Ҡуян йылы, дуҫлыҡ, туғанлыҡ йылы!

Килер һәр яңы йылды яҡты өмөттәр менән ҡаршылайбыҙ, унан ниндәйҙер мөғжизә көтәбеҙ. Быйыл йылға Ҡуян хужа буласаҡ. Ул - йомшаҡ, наҙлы, бәрәкәтле йәнлек. Шул уҡ ваҡытта хәйләкәрлеге лә, хатта осло тырнаҡтары ла бар. Үҙен һаҡлау өсөн уларын да эшкә егергә әҙер.

Яңы 2023 йыл - Ҡуян йылы, дуҫлыҡ, туғанлыҡ йылы!
Яңы 2023 йыл - Ҡуян йылы, дуҫлыҡ, туғанлыҡ йылы!

Килер һәр яңы йылды яҡты өмөттәр менән ҡаршылайбыҙ, унан ниндәйҙер мөғжизә көтәбеҙ. Быйыл йылға Ҡуян хужа буласаҡ. Ул - йомшаҡ, наҙлы, бәрәкәтле йәнлек. Шул уҡ ваҡытта хәйләкәрлеге лә, хатта осло тырнаҡтары ла бар. Үҙен һаҡлау өсөн уларын да эшкә егергә әҙер.

Йыл хужаһын аҫраусылар байрамды ниндәй кәйефтә ҡаршылай? Быны белер өсөн беҙ Мәләүез районының Һабаш ауылына Игбаевтар ғаиләһенә юлландыҡ.
Йорт хужабикәһе Гөлшат Игбаеваның йәшлеге Салауат менән бәйле. Күгәрсен районы ҡыҙы 1985 йылда Салауат ҡалаһының 72-се училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгес оптика-механика заводына эшкә урынлаша. Шул йылдарҙа Һабаш ауылы егете менән ғаилә ҡоралар, биш балаға ғүмер бүләк итәләр. Икенсе балалары тыуғас ауылға күсеп ҡайталар.
- Салауатта йәшлегем үтте, шунда ғаилә ҡорҙоҡ, балалар тыуҙы. Хәҙер инде Һабашта ныҡлы төпләнеп ғүмер кисерәбеҙ. Ҡуяндарҙы 2017 йылдан үрсетәбеҙ. Улдарым иптәштәренән күреп ҡайтты ла, беҙҙең дә ҡуян аҫрағы килә, тине. Атайҙары ҡуян алып бирҙе. Малайҙарға оҡшай. Тоҡомдарын алыштырып торалар, йә иптәштәренән, йә һатып алалар. Шулай үрсеп киттеләр, - ти Гөлшат Игбаева.
Игеҙәктәр Илнар менән Илназ 8-се класта уҡый. Тап улар ҡуяндарҙы тәрбиәләү менән мәшғүл, айырыуса Илназ бөтә күңелен һала был эшкә.
- Ҡуяндарҙы Илназ менән бергә ҡыҙыҡһынып ҡарай башланыҡ. Тик минең дәртем әле бер аҙ һүрелгәндәй булды. Улар менән Илназ булыша. Шулай ҙа мин уға ярҙам итәм, тәрбиәләшәм - ти Илнар.
Оҙон ҡолаҡлыларҙы ҡарау, ысынлап та, башлыса Илназдың өҫтөндә.
- Уларҙы шул тиклем яратам. Көнөнә өс тапҡыр ашатам: иртән мәктәпкә киткәндә, уҡыуҙан ҡайтҡас һәм кисен. Улар мине танып, белеп көтөп тора. Ҡышын һыу туңа, шуға ҡар бирәбеҙ. Сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә, һоло яраталар, бесән ашатабыҙ. Уларҙың барыһы да шундай матур, яғымлы, - ти Илназ.
Егеттәрҙең ҡуяндарҙы яратыуы, уларҙы хәстәрләүе асыҡ күренеп тора. Фотоға төшөргә булғас та, йәһәт кенә уларҙы күтәреп алдылар, йомшаҡайҙар бер ҙә ҡаршылашманы.
Ҡуяндар төрлө тоҡомло. Араларында “күбәләк” “Калифорния”, “великан” тигәндәре лә бар. Калифорния тоҡомлолары бигерәк үҙенсәлекле: күҙҙәре ҡыҙыл, холоҡтары буйынса шуғыраҡ. Ә бына башкалары тыныс, иркә. Игбаевтар ғаиләһе Ҡуян йылынан тик игелек, именлек һәм яҡшылыҡ көтә. Шулай ғына була күрһен.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: